|
| « Май 2012 » |
|---|
| Пн | Вт | Ср | Чт | Пт | Сб | Вс |
|---|
| | 1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | | 28 | 29 | 30 | 31 | |
|
|
|
 |
Реклама |
 |
|
 |
 |
ЙӨРӘК |
 |
Кешенең баhадирҙарса сәләмәтлеге уның организмында бөтөн ағзаларының да әүҙем эшмәкәрлегенә hәм hау булыуына бәйле. Әҙәм балаhында үҙ hаулығын күҙ ҡараhылай hаҡлау тойғоhо көслө. Әсә лә бит балаhын, йөрәккәйем, күҙ нурым, бауыр итем, йә башҡа шундайыраҡ hүҙҙәр менән иркәләп, сабыйҙың бөтөн ағзалары теүәл hәм сәләмәт булыуын юрай. Fөмүмән, организмдағы hәр ағзаның эшмәкәрлеге мөhим hәм hәр береhе үҙ тәғәйенләнешендә кеше ғүмере өсөн етди роль уйнай. Икенсенән, уларҙың hәр береhе айырым түгел, ә бер-береhе менән тығыҙ бәйле. Бөгөнгө сығарылышта беҙ йөрәк, уның эшмәкәрлеге hәм төрлө сәбәптәр арҡаhында килеп тыуған йөрәк ауырыуҙары тураhында hүҙ алып барасаҡбыҙ. Йөрәкте кеше организмының моторы тип атайҙар. Фиброз-мускул туҡыманан торған бер төйөн кеүек был ағза насос кеүек бөтөн организмдың ҡан әйләнеше системаhының эшмәкәрлегендә төп ролде уйнай. Бер hүҙ менән әйткәндә, бөтөн ағзаларға ҡан йөрәк аша үтә. Уның hул яғын табиптар айырыуса көслө тип иҫбатлай hәм тап hул яғы тәндәге бөтөн ағзаларҙы, ә уң яғы үпкәне ҡан менән туҡландыра. |
 |
 |
БАУЫР – ИКЕНСЕ ЙӨРӘК |
 |
Бауырҙы, организмда тотҡан әhәмиәтенә ҡарап, икенсе йөрәк, тип атарға мөмкин. Билдәле булыуынса, ул организмға ингән ағыу hәм токсиндарҙы зарарhыҙландыра. Ағыулы матдәләр артыҡ күп булғанда, бауыр күҙәнәктәре уларҙы сығарып өлгөрә алмай. Һөҙөмтәлә ағыу бауырҙа ғына түгел, организмда ла туплана. Шуға күрә, матдәләр алмашыныуы боҙола, иммун системаhы ҡаҡшай. Бауыр сирҙәренең сәбәбе төрлө. Мәҫәлән, алкоголь ҡулланыу май эшкәртеүҙе тотҡарлай hәм цирроз кеүек ҡурҡыныс сир тыуҙыра. Төрлө дарыуҙарҙың токсинлы тәьҫире лә бауыр өсөн эҙhеҙ үтмәй. Был орган сирҙәренең 25 процентын медикаменттар килтереп сығара. |
 |
МАТУР КӘҮҘӘ СӘХНӘ ӨСӨН ГЕНӘ ТҮГЕЛ |
 |
«Бураhы туҙа, бағанаhы ҡала» (Халҡыбыҙҙың кейем hәм кәүҙәгә ҡарата әйтелгән мәҡәләhе) Кейемгә ҡарап ҡаршы алалар, аҡылға ҡарап оҙаталар, тибеҙ. Ә бына hын-кәүҙәгә ҡарап, кешенең холоҡ-фиғелен билдәләйҙәр. Әҙәбиттә лә бит ошо хаҡтағы эпитеттар юҡҡа ғына күп түгел. Fөмүмән, мөhабәт, килешле кәүҙә – сәләмәтлек билдәhе ул. Кәүҙәнең нисек үҫешеүенә кесе йәштән иғтибар итмәhәң, hуңынан бар тырышлығыңдың да файҙаhыҙ булыуы ихтимал. Шуға күрә бәләкәй балаларға, мәктәп уҡыусыларына ҡарата айырыуса иғтибарлы булырға тейешбеҙ. Fәҙәттә, умыртҡа hөйәге кәкерәйhә, йә ауыртhа, сирлеләргә йыш ҡына невропотологҡа күренергә ҡушалар. Беҙ, невропотологтар иhә, нервы ауырыуҙарын тапмағанда ла, кешенең ярҙамhыҙ ҡалыуын теләмәйбеҙ. Мөрәжәғәт итеүсегә дөрөҫ йүнәлеш булhа ла бирергә тырышабыҙ. |
 |
АНЕМИЯ – СИРҘӘР БАТШАҺЫ |
 |
Тимер – организмға кәрәкле иң уникаль микроэлемент. Ул ололарҙа 2–5 г, ә балаларҙа 340–400 мг була. Ул етешмәгән осраҡта кеше аҙ ҡанлылыҡ (анемия) ауырыуына юлыға, иммунитет насарая, организм төрлө инфекция ауырыуҙарына тиҙ бирешә. Балаларҙа анемия күҙәтелеүе уғата хәүефле. Сөнки улар буйға насар үҫә, аҡыл кимәле насар үҫешә, тиҙ арый, насар өлгәшә. Дерматит, экзема кеүек тире ауырыуҙарының хасил булыуына ла йыш ҡына организмға тимер етешмәүе сәбәпле була. Ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары, респиратор сирҙәр аҙ ҡанлылыҡтан интегеүселәрҙә 1,5–2 тапҡырға күберәк күҙәтелә. |
 |
Бөтә донъя сауҙа ойошмаhына инергә әҙерhеңме, тауар етештереүсе? |
 |
Рәсәйҙең Бөтөн донъя сауҙа ойошмаhына инееүенә әҙерлек сараларында hәр бер тауар етештереүсе ҡатнашырға тейеш. Өфө «Уралпромэкспо» күргәҙмәhе сиктәрендә ойошторолған конференцияла hөйләшеү ошо хаҡта барҙы. Унда ҡатнашыусылар башлыса сертификация үткән сифат менеджменты системаhын етештереү өлкәhенә индереү кәрәклеге тураhында әңгәмәләште. Башҡортостандың Стандартизация, метрология hәм сертификация үҙәге белгестәре тауар етештереүсенең алдында торған мәсьәләләр, проблемалар хаҡында hөйләне. оҙаҡламай халыҡ-ара йәмәғәтселек Рәсәйҙең Бөтөн донъя сауҙа ойошмаhына инеү мәсьәләhен хәл иткәндә, әммә ул мәлдә ҡайhы бер предприятиеларҙың ауыр хәлдә ҡалыуы ихтимал. |
 |
ЙӘШӘҮ ӨСӨН АШАУ КӘРӘК |
 |
Рәсәй дәүләт статистика комитеты мәғлүмәттәре буйынса бер кешегә айына 966 hумлыҡ минималь аҙыҡ тупланмаhы китә. Минималь аҙыҡ тупланмаhына 33 төркөм аҙыҡ инә: икмәк, ярма, йәшелсә-емеш, балыҡ, ит hәм маргарин. Мәҫәлән, Рәсәй кешеhенә көнөнә 41 грамм hыйыр ите, 38 грамм тауыҡ ите, ярты йомортҡа, 2 грамм тоҙло балыҡ, 300 грамм hөт кәрәк. Әммә ошо ғына аҙыҡтарҙы hатып алып ашау ҙа hәр кемдең ҡулынан килерлек түгел. Рәсми статистика буйынса, Рәсәй халҡының 30 процентының килеме йәшәү минимумынан түбән. Өҫтәүенә, hәр төбәктә хаҡтар төрлөсә булыуын иҫәпкә алhаң, әлеге минималь аҙыҡ тупланмаhы өсөн Анадырҙа – 2436, Магаданда – 1567, Томбовта – 822, Омскийҙа – 830, Мәскәүҙә – 1246, Санкт-Петербургта – 1077 hум аҡса кәрәк. |
|