« Май 2012 »Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Реклама
Ҡапҡа һаҡсыһы - Симчук
Биографик белешмә
Константин Симчук 1974 йылда Киев ҡалаhында тыуған. Урта мәктәптән hуң Киев физик культура институтын тамамлаған. «Сокол» балалар hәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә шөғөлләнгән. СССР–ҙың юниорҙар, йәштәр йыйылма командаларында уйнаған. «Сокол» (Украина), «Такома», «Форт-Вейн» (Америка), «Спартак» (Мәскәү) командаларында тәжрибә туплаған ҡапҡа hаҡсыларының береhе.
Спортсы ғаиләhендә тыумаhа ла, атаhы йәш сағында – мотоспорт, әсәhе волейбол менән шөғөлләнгән. Константин өйләнгән.
Алтын команданың алтын Ләйсәне
Ләйсән Үтәшева. Ошо исемде әйтеү менән hәр бер милләттәшебеҙ художестволы гимнастика буйынса 2001 йылда команда зачетында – донъя, 2002 йылда команда зачетында Европа чемпионы исеменә, Рәсәйҙең алтын, көмөш миҙалдарына лайыҡ булыусы, 2001 йылда Берлинда үткән турнирҙа hәм 2002 йылда Корбей-Эссонда донъя кубоктарын яулаусы (алты алтын миҙал бер юлы) башҡорт ҡыҙын иҫенә төшөрөр. Сөнки уның хаҡында «Йәшлек»тә әленән-әле яҙып торабыҙ, Ләйсәндең hәр уңышы менән таныштырып барабыҙ. 2004 йылда Ләйсәндең олатаhы Солтангәрәй ағай менән өләсәhе Зөбәржәт апай Кирәевтарҙы юллап, Раевка ҡасабаhына ла барып сыҡҡайныҡ. Моғайын, гәзит уҡыусылар чемпионканың олатаhы hәм өләсәhе менән осрашыуҙы яҡшы хәтерләйҙер.
Хоккей - яратҡан эшем
– Бәләкәй Денис ниндәй малай булды икән? Хоккей бала саҡ теләгеңме? – Икенсе hорауға яуап биреүҙән башлайым. Хоккей – бала саҡ хыялым. Яратҡан шөғөлөм, эшем. Әлегә үҙемде хоккейҙан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмайым. Бала саҡтан уҡ аралашырға ярата инем, шуға ла дуҫтарым күп. –Һиндә хоккейға hөйөү ҡайҙан килә? – Атайым хоккей ярата. Улар әле лә иң әүҙем көйәрмәндәр.
"Алтын" хоккейсылар орденлы булды
Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Указына ярашлы, «Салауат Юлаев» хоккей командаhының баш тренеры Сергей Михалев, хоккейсылар Николай Заварухин, Владимир Антипов – «Башҡортостан Республикаhы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены менән, ә Салауат Юлаев ордены менән хоккейсылар Руслан Нуретдинов, Андрей Сидякин, Игорь Волков, Андрей Кутейкин, Павел Доронин, Игорь Григоренко, Александр Пережогин, Виталий Прошкин, Вадим Тарасов, Дмитрий Тарасов, Андрей Таратухин, Олег Твердовский, Алексей Терещенко, Радек Филипп, Мирослав Блатяк, Александр Бойков, Владимир Воробьев, Артем Гордеев, Александр Еременко, Кирилл Кольцов, Константин Кольцов, Михаил Чернов, Алексей Шкотов, Игорь Щадилов, Александр Логинов, Алексей Медведев, Михаил Микеска, «СЮ»ның генераль менеджеры Олег Гросс бүләкләнә.
Нева ярҙарынан – бер мәрәй
«Салауат Юлаев» командаhы Рәсәй беренселегендә әлегә берҙән-бер еңелеү белмәҫ команда булып hанала. Ул уҙған шәмбе Санкт-Петербургта урындағы хоккейсылар менән 2:2 иҫәбенә уйнап, дуҫтарса айырылышты. Шулай ҙа өсөнсө осор башланыуға хужалар ҡунаҡтарҙы 2:0 иҫәбенә отоп килә ине. Башта чемпионат бомбардиры Акимов, үҙенең мәргәнлеген йәнә иҫбатлап, иҫәпте ҡыҫҡарта төшhә, hуңынан инде СКА hаҡсыларының хаталаныуҙарын Гомоляко оҫта файҙаланып, уйынды ҡотҡарып ҡала.
Йәйге биатлон ярыштары үтте
Күптән түгел генә Стәрлетамаҡта РОСТО-ның Стәрлетамаҡ ҡала Советы, ҡала хакимиәте менән берлектә, йәйге биатлон буйынса финал ярышын үткәрҙе. Башҡа спорт төрҙәре араhында биатлон республикала айырым урын алып тороуы күптәргә мәғлүмдер, Ләкин биатлонды ҡыш ҡына түгел, йылы миҙгелдә лә күреп булыуы тураhында белмәүселәр ҙә барҙыр. Әлбиттә, йәйге биатлондың үҙенсәлектәре күп, әммә төп ҡағиҙә булып шулай уҡ шәп йүгереү, hәм мылтыҡтан төҙ атыу ҡала. Ун йыл буйы юғалып торған спорт ярыштарының был төрө яңынан аяҡҡа баҫты. Баҫыу ғына түгел, республикала йәштәр араhында ҙур популярлыҡ та яулап өлгөрҙө. Башҡортостанлдың РОСТО Советы быйыл ғына йәйге биатлон буйынса республика ярыштарының ике этабын үткәрҙе. Беренсе этап – Ауырғазы районының Толбазы ауылында, икенсеhе Ишембай ҡалаhында үтте. Һәм бына, ниhайәт, түҙемhеҙләнеп көтөп алған финал ярышы. Хәҙер инде спортсыларҙы hәм ҡунаҡтарҙы ҡунаҡсыл Стәрлетамаҡ ҡалаhы ҡолас йәйеп ҡаршыланы. Төрлө төҫтәрҙән гирляндалар hәм флагтар менән биҙәлгән яланда халыҡ мыжғып торҙо. Ярыштың тантаналы өлөшөн Стәрлетамаҡ ҡалаhы хакимиәте башлығы урынбаҫары Fәфүр Лотфулла улы Хәйетҡолов hәм РОСТО етәксеhенең спорт буйынса урынбаҫары Мираль Марс улы Әхмәтйәнов асып ебәрҙе.