yeshlek
  Главная
  Новости
  Башкортостан
  Искусство
  Литература
  Книги
  Русс-баш словарь
  Интересное
  Спорт
  Конкурсы
  Политика
  Экономика
  Образование
  Обьявления
  Нам пишут
  Расширенный поиск
  Новое на сайте
  Обратная связь
«    Май 2012    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
 

Логин
Пароль
 
Молодежная газета
Сайт журналиста
Студия записи
Купить пуховые платки
Спортивный Башкортостан

Башкирская молодежь
 
     
Реклама
Башкирский Портал Республики Башкортостан Аренда музыкальной аппаратуры в Уфе недорого, диджей, дискотека Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Фотогалерея Башкирского Портала
 
АШЫFЫП, АШҠА БЕШМӘГӘЙЕ...
Ираҡта күпләп ҡырыу ҡоралы бармы-юҡмы икәнен ике ай буйы тикшергән БМО-ның халыҡ-ара инспекторҙары кисә халыҡ-ара ойошманың Хәүефhеҙлек Советына үҙҙәренең эше тураhында доклад бирҙе. Уларҙың етәксеhе Ханс Блик рәсми отчетына тиклем үк Ираҡта бер ниндәй ҙә ядро ҡоралы ла, химик матдәләр ҙә булмауы хаҡында белдергәйне hәм инспекторҙарға тикшереү ваҡытын оҙонайтырға тәҡдим иткәйне. Был тәҡдим Яҡын Көнсығышта ҡубырға торған hуғышты булдырмау өсөн бар көсөн hалған илдәрҙә яҡлау тапhа ла, АҠШ уны hис тә хупламай. Ул ғына ла түгел, Буш хакимиәте БМО-ның Ираҡ буйынса резолюцияhын көтмәй, барлыҡ хәрби көсөн Фарсы ҡултығына йүнәлтеп, бөгөн-иртән үҙ хәрбиҙәренә hуғыш башларға рөхсәт бирергә йыйына. Хатта, донъяның ҙур гәзиттәрендә баҫылған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Пентагон Ираҡҡа ҡаршы «А» көнө (День «А») тип аталған йәшерен хәрби план эшләгән. Уға ярашлы, хәрби операцияның тәүге көнөндә Фарсы ҡултығындағы Хәрби-Һауа Көстәре самолеттарынан hәм Хәрби-Диңгеҙ Флотының hыу аҫты кәмәләренән 300–400-ләгән, икенсе көндө лә шул сама ҡанатлы ракеталар менән hөжүм итеү ҡаралған.
 
НАРКОМАНИЯ – УРТАҠ ФАЖИFӘ
Республикабыҙҙың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда «Башҡортостан Республикаhында наркотиктарҙың законhыҙ әйләнешенә hәм наркоманияға ҡаршы көрәштең торошо hәм проблемалары» темаhына Башҡортостан Республикаhы Дәүләт Йыйылышының парламент тыңлауҙары үтте. Унда Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, Президент хакимиәте, Республика хөкүмәте, министрлыҡтар, ведомстволар, дәүләт комитеттары, хоҡуҡ hаҡлау органдары, мәғариф, hаулыҡ hаҡлау, йәмәғәт ойошмалары, дини конфессиялар вәкилдәре, ҡала hәм район хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашты.
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, парламент тыңлауҙарын асып, наркоманияның ҙур хәүеф тыуҙырыуын билдәләне.
 
«УЯТАЙЫҠ, УРАЛДЫ!»
80-се йылдар аҙағында, 90-сы йылдар башында «Урал» башҡорт халыҡ үҙәге милләтебеҙ өсөн бик актив эшләне. Тик hуңғы йылдарҙа ғына уның эше бер аҙ hүлпәнәйҙе. Әммә, бөтөнләй эшен туҡтатты, тип әйтеү яҙыҡ булыр. Ә бөгөн милли хәрәкәт үҙе ни хәлдә hуң?
Әллә 1995 йылдан алып милли хәрәкәтте БДБ Ҡоролтайының эшмәкәрлеге алмаштырҙымы?! «Урал» башҡорт халыҡ үҙәге бөгөн hәм киләсәктә лә 90-сы йылдарҙағы кеүек халыҡты әйҙәүсе көс була алырмы?
Былтыр декабрҙә Үҙәктең киңәйтелгән ултырышында ошо хаҡта фекер йөрөтөп, уның рәйесе Ҡәҙим Аралбаев: «Иң мөhиме – БДБ Ҡоролтайы – ул башҡорт халҡын туплау, ойоштороу hәм тергеҙеү йүнәлешендә эшләүсе милли ойошма, ижтимағи берләшмә hәм ул Республика хөкүмәте тарафынан ҡеүәтләнеп, Президентыбыҙ фармандары менән тормошҡа, бойомға ашырылып атҡарылған оло йыйын, Ҙур ҡор, съезд, форум статусында. Был донъя кимәлендә, йәғни бүтән илдәр hәм халыҡтар алдында, бәлки, шулай кәрәк тә булғандыр.
 
МИЛЛИ ХӘРӘКӘТ ТАРИХЫНАН
1988 йыл. БДУ доценты М. Ҡолшәрипов, БДУ ассистенты З. Еникеев, Өфө дәүләт сервис институты доценттары Т. Исҡужин, Р. Ағишев, БДУ профессоры Д. Вәлиев, отставкалағы подполковник Р. Сөләймәнов кеүек башҡорт зыялыларынан торған төркөм барлыҡҡа килә. 1988 – 1989 йылдарҙа улар буласаҡ милли ижтимағи-сәйәси ойошманың уставын hәм программаhын әҙерләй.
1989 йыл. Ошо төркөм маҡсаттарын тормошҡа ашырыу өсөн ойоштороу съезын йыйыу тураhында асыҡтан-асыҡ hүҙ күтәрә. Ниhайәт, майҙа ғына республика башҡорт мәҙәни клубы ойоштороу тураhындағы көн тәртибе менән съезд үткәреүгә рөхсәт бирелә.
1989 йыл, 20 май. Өфөлә формаль булмаған башҡорт ойошмаhының ойоштороу съезы үтә. Уның эшендә 300-ҙән ашыу делегат ҡатнаша. Йыйылышта Республика башҡорт мәҙәниәте клубының (РКБК) Уставы раҫлана, бик күп мөhим мәсьәләләр күтәрелеп, резолюция ҡабул ителә, 51 кешенән торған клуб советы hайлана.
 
Өфө ҡалаhында «Башҡортостан Республикаhы халыҡтарының телдәре тураhында» Законды тормошҡа ашырыу.
Ҡала хакимиәте янында «Башҡортостан Республикаhы халыҡтарының телдәре тураhында» Законды ғәмәлгә ашырыу буйынса комиссия 1999 йылда төҙөлдө. Хакимиәт башлығы ҡарарҙары менән уның персональ составы, положение раҫланды, терминологик hәм топонимик эш төркөмдәре ойошторолдо, саралар планы эшләнде. Бындай комиссиялар ҡаланың hәр районында бар. Ултырыштарҙа ошо мәсьәләләр буйынса идаралыҡтар, комитеттар hәм ҡала хеҙмәттәренең эшмәкәрлеге тикшерелә, эшсе төркөмдәрҙең тәҡдимдәре ҡарала.
Декабрҙә ҡабул ителгән «Баш ҡала мәғарифы – 2005» программаhының махсус бүлегендә милли телдәрҙә уҡытыуҙы үҫтереү мәсьәләләре 2005 йылға тиклем ҡурсалана.
 
КӨРӘШ ДАУАМ ИТӘ
Үткән аҙнала гәзит уҡыусыларҙы «Һайлауҙар тураhында Башҡортостан Республикаhы кодексына үҙгәрештәр hәм өҫтәмәләр индереү хаҡында» БР законының ҡайhы бер статьялары менән таныштырғайныҡ инде. Ошо ҡыҫҡа ғына арауыҡ эсендә тағы мөhим ваҡиғаға ҡағылышлы яңылыҡтар булды. Бөгөн уларға ла күҙ hалып үтәйек.
21 ғинуарҙа БР Президенты Мортаза Рәхимовтың «Башҡортостан Республикаhы өсөнсө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын, Башҡортостан Республикаhы урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары депутаттарын hайлауға әҙерлек hәм уларҙы үткәреү буйынса саралар тураhында» указы донъя күрҙе.
 

Copyright © 2007. Ak-ufa.ru All Rights Reserved.