yeshlek
  Главная
  Новости
  Башкортостан
  Искусство
  Литература
  Книги
  Русс-баш словарь
  Интересное
  Спорт
  Конкурсы
  Политика
  Экономика
  Образование
  Обьявления
  Нам пишут
  Расширенный поиск
  Новое на сайте
  Обратная связь
«    Май 2012    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
 

Логин
Пароль
 
Молодежная газета
Сайт журналиста
Студия записи
Купить пуховые платки
Спортивный Башкортостан

Башкирская молодежь
 
     
Реклама
Башкирский Портал Республики Башкортостан Аренда музыкальной аппаратуры в Уфе недорого, диджей, дискотека Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Фотогалерея Башкирского Портала
 
БЫНДА БӘХЕТ СӘСКӘ АТА
– Хакимдарҙың эштәрен баhалау өсөн уларҙың балаларға hәм оло йәштәге кешеләргә ҡарата булған мөнәсәбәтен асыҡлау ҙа етә, – тип ҡаршы алды мине күптән түгел генә Ермолаевка ҡасабаhында асылған социаль үҙәк директоры Наталья Савенкова. – Ошо hүҙҙәрҙе әйткәндә мин hәр ваҡыт үҙебеҙҙең район хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улын күҙ алдына баҫтырам. Беҙҙең приюттың асылыуы – уның тынғыhыҙ хеҙмәт емеше. Үҙәкте асыу өсөн күп көс hалды ул. Бинаға ремонт эшләгәндә лә, әле лә килеп тә, шылтыратып та хәлебеҙҙе белеп, ҡыҙыҡhынып тора. Ярҙамынан, кәңәшенән өҙгәне юҡ, уға сикhеҙ рәхмәтлебеҙ!
Сентябрь башында ғына асылған был үҙәк әлегә үҙенең беренсе аҙымдарын ғына яhай. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, киләсәге өмөтлө булыр тигән өмөт бар. Сөнки бында бар ғүмерен балалар тәрбиәләүгә бағышлаған Елизавета Әбделханова, Алена Сироткина кеүек тәжрибәле педагогтар эшләй.
 
ҠОМАРТҠЫЛАРҘА ТАРИХ СЫҢЫ...
Халыҡта ғәжәйеп талантлы ҡул эше оҫталары була. Ысын сәнғәт өлгөhөнә торошло зауыҡ менән ҡырып, юнып, семәрләп өй hалыу оҫталары булhынмы, йә нағыш менән биҙәлгән беләҙек, балдаҡтар hуғыусы йә башҡа кәсепселәрме – hәр береhенең эшендә уларҙың күңел йылыhы, күңел матурлығы сағыла.
Өфө ҡалаhында тыуып үҫкән, сығышы менән татар мырҙаларынан граф Хәсән Тереғоловтың нәҫеленән Рафаэль Ибраhим улы Тереғолов, hөнәре буйынса профессиональ рәссам, бер ваҡытта ла башҡорттоң hоҡланғыс бер кәсебен отоп алырмын тип уйламай. Әлбиттә халыҡ ижадына ғашиҡ булмаhа, боронғо hөнәр эйәләренең музейҙарҙа ғына тороп ҡалған тормош-көнкүреш әйберҙәрен нисек матур итеп эшләүҙәренә hоҡланмаhа, ул әлеге шөғөлөнә тотонмаған да булыр ине.
Барыhы ла бынан 15 йыл элек Рафаэль ағайҙың ҡатынының тыуған яғы Ейәнсура районының Ағурза ауылына сираттағы ҡайтыуынан башлана. Ағурҙала ул бер бабайҙың күндән боронғоса итеп бик матурҙан сыбыртҡы үреп ултырыуын күреп ҡала. Оло йәштәге ир-уҙаманының шул тиклем дә бирелеп китеп, эшенең йәмен-тәмен белеп шөғөлләнеүе ҙур ҡыҙыҡhыныу уята егеттә.
 
БЕЙЕҮҘӘН АЙЫРЫЛМАЙҘАР
Бөгөн күпселек егеттәребеҙ Башҡортостандан ситтә хеҙмәт итә. Волга буйы – Урал хәрби округына ҡараған Һамар ҡалаhындағы хәрби частарҙың береhендә өс башҡорт егете хеҙмәттәрен лайыҡлы алып бара. Әрме хеҙмәтенә алынғансы, улар сәнғәт училищеhын тамамлап, Стәрлетамаҡ филармонияhында бейегән. Рим Асҡаров сығышы менән Хәйбулла районынан, Илдар Мөхәмәтдинов – Баймаҡтан, Динар Хисмәтуллин – Ишембай районынан. Егеттәрҙең өсөhө лә бер үк ваҡытта хәрби хеҙмәткә алынған. Хәрби тормош менән йәшәhәләр ҙә, сәнғәтте бөтөнләй ташлап ҡуймағандар. Бында йыр hәм бейеү ансамблендә шөғөлләнә, концерттар күрhәтә улар. Улай ғына ла түгел, hалдат әртистәрҙе хәҙер Һамар ҡалаhында олоhо ла, кесеhе лә таный. Сөнки улар бында үткән бер генә сарала ла ҡатнашмай ҡалмай. Улар менән беҙҙе Һамар ҡалаhы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Минзиә Рауил ҡыҙы Хатипова таныштырғайны.
 
ИЗГЕЛЕК ЕРҘӘ ЯТЫП ҠАЛМАҪ
Һәр быуын вәкиленә бөгөн hаулығын нығытыу өсөн бөтә шарттар булдырылған тип әйтергә була. Бигерәк тә оло йәштәге кешеләрҙең сәләмәтлеген ҡайғыртыу – иң ҙур бурыс. Был йәhәттән Ейәнсура район хакимиәте тейешле саралар күрә лә инде. Быйылғы йылдың апрель айында Һаҡмар ауылында Иҫәнғол үҙәк район дауаханаhы базаhында Оҙайтылған шәфҡәт туташы ярҙамы күрhәтеү дауаханаhы асылды. «Бөтөнләй ҡарауhыҙ ҡалған, ярҙамға мохтаж, ҡаты сирҙәргә дусар булған ҡарт-ҡороларҙы, инвалидтарҙы тейешенсә яҡшы тәрбиәләү, дауалау – беҙҙең төп бурыс. Шуға ла беҙ бындай медицина учреждениеhын асырға булдыҡ», – тип үҙәк район дауаханаhының баш табибы Әҙип Сәхиулла улы Мөьминов. 15 кеше өсөн иҫәпләнгән бинала бөтә нәмә лә тейешенсә булдырылған: физкабинет, массаж бүлмәhе, мунса, ашхана – барыhы ла бар.
Ауырыуҙарҙы көнөнә дүрт тапҡыр ашаталар. Ит аҙыҡтары, натураль hуттар көн дә бирелеп тора. Ололарҙы аҙнаhына бер тапҡыр мунса индерәләр, көн hайын тышта саф hауала йөрөтәләр.
 
ҮҘЕ СИБӘР, ҮҘЕ МОҢЛО ҺӘМ ИЖАДҠА ҠОМАРЛЫ
Үҙенә киң юл эҙләй торғас, уны табып, әйтерhең, ҡыуанысынан таштан-ташҡа hикереп, йүгерешеүенән селтер-селтер йырлап аҡҡан шишмәләргә hәр саҡ hоҡланабыҙ. Оло йылғаға, йылғанан киң даръяларға барып ҡушылhа ла, көмөштәй селтерәп торған саф тауышын юғалтмай ағалыр hымаҡ улар.
Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылындағы мәҙәниәт йорто директоры, hәүәҫкәр йырсы Роза Хәйруллинаның ҡабатланмаҫ моңло тауышын шундай саф тау шишмәләре сылтырауына тиңләр инем. Нисәмә йыл инде ул беҙҙе үҙенсәлекле моңо менән ҡыуандырып, матур йырҙарын бүләк итә. «Беҙҙең Роза» тип кенә йөрөтәләр уны ауылдаштары. Тәбиғәттән бирелгән моңло тауышҡа эйә булhа ла, ҡыҙ Йәнгел урта мәктәбен тамамлағас, Магнитогорск дәүләт педагогия университетының физика hәм математика факультетына уҡырға инә. Әммә итәк тулы бала менән ҡалған әсәhен йәлләп, уға ярҙам итеү өсөн уҡыуын ташлап, мәҙәниәт йортона эшкә урынлаша.
Бында эшләүенә лә 19 йыл тулып китте. Тырышып эшләне ул баштан уҡ. Ауылыбыҙҙа әленән-әле уҙғарылып торған төрлө мәҙәни сараларға халыҡ ихлас йөрөй. Улар тормошонбер аҙ булhа ла биҙәүе, матур ял биреү өсөн Роза барыhын да эшләргә тырыша.
 
ИСЕМ – ЯҘМЫШ АСҠЫСЫ
Борон-борондан hәр әҙәми зат бер-береhенә өндәшеү ысулын – Исемде уйлап сығарған. Исем кешегә мөрәжәғәт рәүешенән кешенең яҙмышына, булмышына бер билге булараҡ үҫешә. «Исем ҡушылғас ҡына сабый йәндәр йөрөшөнөң дөйөм түңәрәгенә ингән кеше була» тип hанай ғалимә-этнограф В. Еремина (»Ритуал и фольклор», 1991, 23 б.) «Исем – кеше hәм йән асҡысы, коды» тип hанала дөйөм халыҡ аҡылында...
Исем ҡушыу башҡортта мөhим йолаларҙың береhе. Шуға ла уны исемтуй тип үткәргәндәр: мотлаҡ бала hаулығына атап hарыҡ hуйыла, ҡунаҡтар саҡырыла, бүләктәр бирешеү, бала «бәлешенә» бүләк ҡылып теләк әйтеү йолалары үткәрелгән. Fәҙәттә, исем ҡушыу ритуалы hәр яҡта бер төрлө: 1) баланы ҡиблаға ҡаратып hалалар; 2) ата-инәнән исемде hорайҙар; 3) бала янында доға уҡыла hәм мулла тәүҙә сабыйҙың ҡолағына ипләп исемен әйтә, шунан барыhына ишеттереп шаhитлыҡ ҡыла.
 

Copyright © 2007. Ak-ufa.ru All Rights Reserved.