« Май 2012 »Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Реклама
Ханский сын
Жил когда-то хан, были у него три дочери и один сын. Умный, хороший рос ханский сын, но была у него совсем не царская болезнь - парша на голове. Потому за глаза и называли его – Таз. Лишь отец не стеснялся, мог в глаза обругать «паршаком». Правила тогда же в соседнем ханстве молодая девушка. Решил хан поженить их – молодую ханшу и Таза. Не успел, умер. Дело остановилось. Наехали к юному хану со всех сторон сваты с женихами, быстро высватали сестёр и увезли, он даже понять не успел, что это были за женихи. Остался он во дворце один. Скучно стало ему без сестёр. Может исполнить желание отца, пойти, к той ханше, посвататься к ней? Сел он на своего коня и отправился к ханше. Конь под ним знатный, статью в корсага, уши заячьи, грива ялбыр, хвост длинный, и каждый час по восемьдесят вёрст отмахивает, словно глотает. Добрался он до какого-то города, подъехал к крепкому добротному дому, постучал в окно, воды попросил напиться.
6. Көләмәстәрҙең поэтикаһы
Көләмәстәрҙең поэтикаһы ла, дөйөм жаенрҙың үҙе кеүек үу, беҙҙә әлегә махсус өйрәнелгәне юҡ. Фольклорсыларыбыҙҙан был жанрға сағыштырмаса нығараҡ иғтибар иткән ғалим Кирәй Мәргән иһә көләмәстәрҙә хикәйәләү формаһы, гипербола, литота кеүек алымдарҙың ҡулланылышы, комиклыҡ эффекты, мәҡәл һәм йомаҡтарға мөнәсәбәтлелек хаҡында әйтеп китеүе менән генә сикләнде (22, 184–186). Көләмәс поэтикаһының ҡайһы бер яҡтары бер ни тиклем ошо юлдарҙың авторының хеҙмәттәрендә яҡтыртылды (8, 18–22; 38; 39). Башҡа халыҡтарҙың фольклор ғилемендә лә был жанр поэтика күҙлегенән әлегә ихлас өйрәнелмәне. Шул уҡ ваҡытта күҙгә күренерлек күҙәтеүҙәр ҙә юҡ түгел. Был осраҡта А. Пельтцер, Г. Пермяков, А. Яхин, Ф. Хатипов, Х. Мәхмүтов, У. Далгат, О. Амбайниц, Дж. Дорри, В.М. Сидельников кеүек тикшеренеүселәрҙең хеҙмәттәрҙе күҙ уңында тотола (30; 31; 44; 42; 29; 15; 16; 35). Бигерәк тә Х. Мәхмүтов, Дж. Дорри, айырыуса У. Далгат, Ф. Хатипов менән А. Яхиндарҙың мәҙәк, латифаларҙың комиклыҡ поэтикаһы хаҡындағы күҙәтеүҙәрҙәре иғтибарға лайыҡ булырлыҡ. Башҡорт көләмәстәренең аҙаштары булған побасенки, анекдоттар һуңғараҡ дәүерҙә һөйләү-фольклор клишалары типологияһын семиотика күҙлегенән тикшереүгә бағышланған хеҙмәттә хаҡында ла шуны уҡ әйтергә була (Г. П. Пермяков(31,32); С. Н. Муратов(28). Әммә лингвистарҙың аналитик һәм синтетик клише күҙлегенән бындай әҫәрҙәрҙе тикшеренеүҙәренең фольклор ғилемендә ҡулланылыу мөхите сикле. Сөнки бары форма менән мауығып, лингвистар уларҙың идея-эстетик ҡиммәтен артҡы планға күсерә. Әммә, башҡорт көләмәстәренең поэтикаһын тикшергәндә, башҡа халыҡтарҙың фольклорындағы ошондай уҡ жанрҙың поэтикаһын ҡағылышлы хеҙмәтәрҙә тупланған тәжрибә кеүек лингвистик пландағылары менән дә иҫәпләшмәү хилафлыҡ булыр ине.
5. Көләмәстәрҙең жанр төрҙәре
Башҡорт халыҡ ижадында көләмәстәр составына ингән әҙәрҙәр тематика, герой тибы йәһәтенән генә түгел, жанр билдәләре йәһәтенән дә үҙенә күп төрлө әҫәрҙәрҙе берләштерә. Уларҙы “көләмстәрҙең жанр төрҙәре” (жанровые разновидности) тип билдәләргә була. Ошо яҡтан ҡарағанда, көләмәстәрҙең берәүҙәрендә комиклыҡ пафосы, икенселәрендә ғибрәтле-нәсихәти башланғыс өҫтөнлөк ала, өсөнсөләрендә шул ике һыҙат бер нисбәттәрәк килә. Тәүгеләренә – “асылы менән көләмәстәр (рус кешеһе был урында,”собственно анекдоты”, тип әйтер ине), икенселәренә – “сәсмә нәсихәттәр”, өсөнсөләренә – “йомаҡ–көләмәс–тәр”, дүртенселәренә – “сәсмә мәҫәлдәр”, дүртенселәренә – “лаҡаптар”, бишенселәренә – “һүҙ уйнатҡыстар”, һуңғыларына “мәрәкә хикәйәләр инә. Асылы менәнән көләмәстәр. Быға тиклем, асылында, тап шундай көләмәстәр хаҡында һүҙ барҙы. Шул күҙәтеүҙәрҙән генә сығып, фекер йөрөткәндә лә, көләмәстәрҙең был жанр төркөмөнөң төп билдәһе юмор йә сатира икәне яҡшы аңлашыла булыр.
4. Көләмәстәрҙең жанр сиктәре
Көләмәстәрҙең килеп сығышы һәм үҫеш эволюцияһы тотош фольклорҙың жанрҙары тарихынан айырылғыһыҙ. Көләмәстәр айырыуса көнкүреш әкиәттәре менән яҡын мөнәсәбттә тора. Был яҡынлыҡ уларҙың тәүтормош дәүеренең синкретик ижадынан бер мәлдәрәк айырылыуында, бер үк темаларҙы үҙләштереүендә лә, комик эффект тыуҙырыусы бер үк поэтик алымдарҙы файҙаланыуҙарында ла күренеүе хаҡында, "Тормош-көнкүреш әкиәттәре" бүлегендә әйтелгәйне инде. Унда көләмәстәрҙең тормош-көнкүреш әкиәттәре сюжетын хасил итеүсе “төҙөлөш” материалы — тематик мотив хеҙмәтен башҡара алыуы ла, шул мотивтарҙың, тормош-көнкүреш әкиәттәре сюжетынан айырылып, көләмәс жанрына күсергә мөмкинлеге лә билдәләнгәйне. Көләмәстәр йыйынтығындағы "Ерәнсә сәсәндең ҡырҡ тәкәне бәрәсләткәне"(8, № 74) көләмәсенең сюжеты — "Ерәнсә сәсән менән хан”, “Ерәнсә сәсән хикмәттәре" тигән новеллистик әкиәттәрҙең; “Әрмет егеттәренең аталарын танығаны" (8, № 602) "һарттарҙың күгәүенгә яу асҡаны" (8, № 592) көләмәстәренеке "Бер туған өс иҫәр" тигән сатирик әкиәт сюжеттары составында бар.
3.Көләмәстәрҙең миллилеге һәм социаль йөкмәткелеге
Башҡорт халыҡ көләмәстәрнең йөкмәткеһендә, формаһында юмор үҙенсәлегендә башҡа халыҡтарҙың ошондай уҡ жанры менән байтаҡ уртаҡлыҡтары һәм оҡшашлыҡтары бар. Ул уртаҡ-лыҡ һәм оҡшашлыҡтарҙың күптәре үҙенең үҫеш юлында кешелек йәмғиәтенең бер төрлөрәк стадиялар үтеүе, бер төрлөрәк ихтыяж кисереүе һәм оҡшаш ситуацияларға юлыҡҡан сүрәттә, уларҙы хәл итеү өсөн, бер төрлөрәк ысулдар файҙаланыуы һ.б. менән аңлатыла. "Бай менән алйот" көләмәсе (8, № 16) халыҡ-ара әкиәт, көләмәс күрһәткестәрендә “Ишекте ныҡ һаҡла" тип теркәлгән тематик мотивҡа (микросюжетҡа) ҡоролған. Иҫәр ишекте бүгәненән һурып ала ла үҙе менән алып йөрөй: ныҡ һаҡлай, йәнәһе. Был микросюжет рустар, белорустар араһында ла (СУС 1009), башҡа халыҡтарҙа ла (АТ 1009) киң таралған. "Мулла менән ялсы" көләмәсенең (8,№ 19) аҙашы – "Үтә тырыш хеҙмәтсе" микросюжеты (хеҙмәтсе иртәнге ашты, төшкөнө, кискене бер юлы ашай ҙа йоҡларға ята: киске аштан һуң йоҡлайҙар бит, йәнәһе) - рус украин, белорус йыйынтыҡтарында күп тапҡырҙар баҫылған анекдот, жарттар иҫәбенә инә (СУС 1561). Донъя фольклорында ул да бик популяр (АТ 1561). Рус теленә тәржемә ителгән 1003 башҡорт көләмәсенең 42-һе типологик оҡшаш сюжеттарға нигеҙләнгән (6, 449).
2.Көләмәстәрҙең килеп сығышы
Көләмәстәрҙең килеп сығышы мәсьәләһенә беренсе булып Кирәй Мәргән иғтибар иткәйне. Уның ҡарашынса, жанр булараҡ улар новеллистик һәм сатирик тормош-көнкүреш әкиәттәренән айырылып сыҡҡанн (22, 172–176). Был фекер, асылда, XIX быуат урталарында, рус ольклорсыһы Ф. Буслаев тарафынан әйтелгән концепцияға нигеҙләнә. Уның буйынса, халыҡ ижадында бер жанр икенсеһенән ярала һәм уға алмашҡа килә була (1, 62–63). Уның концепцияһының йоғонтоһо рус фольклористикаһында тәүгеләрҙән булып анекдот хаҡында яҙған А. Пельтцерҙың ҡарашында ла ныҡ һиҙелә. Айырма шунда ғына: әгәр Ф. Буслаев эпостан (былинанан) – әкиәт, әкиәттән көлкөлө новелла (анекдот) хасил була тиһә, А. Пельтцер, тормош ваҡиғаһына нигеҙләнеү ихтималын кире ҡаҡмаҫтан, анекдот мәҡәлдән, мәҫәлдән барлыҡҡа килә, тигән (30, 68–70). Бәхәс юҡ, был юл менән дә тәмәстәр тыуа. Анығыраҡ әйткәндә, мәҫәлдән тыуған сүрәттә лә, мәҡәлдән тыуыуы икеле: көләмәстән мәҡәл килеп сығыуы иһә бик ихтимал. Ләкин үҙенсәлекле жанрҙың генизысын шулай ғына аңлатыу – уның үҙаллы формалашыу мөмкинлеген инҡар инҡар булыр ине.