|
| « Май 2012 » |
|---|
| Пн | Вт | Ср | Чт | Пт | Сб | Вс |
|---|
| | 1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | | 28 | 29 | 30 | 31 | |
|
|
|
 |
Реклама |
 |
|
 |
 |
Буласаҡ ил hаҡсыларын бында әҙерләйҙәр |
 |
Мәләүезгә килгән hайын хәрби форма кейеп, тигеҙ сафтарға теҙелеп, урамдарҙан үткән үҫмерҙәргә ҡарап hоҡлана торғайным. Хәйер, бер минең генә иғтибарҙы үҙҙәренә йәлеп итәме икән улар? Килешле итеп тегелгән кейемдәре, үҙҙәрен тотошо, кешеләргә ҡарата ихтирамлы булыуҙары менән күптән ҡала халҡынының hөйөүен яулаған был егеттәр. – Беҙҙең 63-сө hөнәрселек училищеhы 1974 йылда Мәләүез химия заводы нигеҙендә асылғайны,– тип ҡаршыланы мине уҡыу йорто директоры Ринат Латыпов. – Өс тиҫтә йылға яҡын бай тарихы, юғары квалификациялы педагогтар коллективы булған был белем усағы хәҙер 42-се hөнәрселек лицейы итеп үҙгәртелде. Исем үҙгәртеү менән генә есем үҙгәрмәй, тигән hүҙҙәр hис кенә лә 42-се hөнәрселек лицейына ҡағылмай. 1994 йылдан алып бында бөтөнләй яңы, ҙур hорау менән ҡаҙанған hөнәрҙәргә уҡыта башлағандар. Уҡыу йортон тамамлап, ҡулдарына техник-технолог, техник-механик, техник-электрик дипломы алған белгестәрҙе башлыса «Минераль ашламалар» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә hәм «Башкелме» предприятиеhында ҡолас йәйеп көтөп торалар. Сөнки, беләләр, 42-се hөнәрселек училищеhын тамамлаған икән, тимәк, белем яғынан да, тәртип яғынан да йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәйәсәктәр. |
 |
 |
Аҡыл менән аҡыл, оҫталыҡ менән оҫталыҡ көс hынаша |
 |
Өмөт тулы эскерhеҙ саф ҡараштар уҡытыусыға төбәлә. Уларҙың ышанысын аҡлау, барыhын берҙәй күреп яратыу, hәр береhенең күңелен аңлай белеү ай-hай еңелдән түгел. Уның өсөн уҡытыусы булып тыуырға кәрәк. Баш ҡала уҡытыусыларының «Йыл уҡытыусыhы–2003» бәйгеhенә бына балалар менән йәшәү өсөн генә тыуған шундай иң hәләтле уҡытыусылар йыйылды. Бөтәhе 20 уҡытыусы «Йыл уҡытыусыhы» исемен яулау өсөн көс hынашасаҡ. Улар араhында дүрт математика, өсәр башланғыс синыфтар, урыҫ теле, немец теле уҡытыусылары, ике тарихсы, шулай уҡ физика, француз теле, рәсем, музыка, хәүефhеҙ тормош уҡытыусылары бар. Күбеhе юғары категориялы, «Башҡортостан Республикаhының мәғариф алдынғыhы» исеменә лайыҡ булыусылар ҙа байтаҡ. |
 |
ЯҢЫ ФАКУЛЬТЕТ КӨН ТАЛАБЫ |
 |
Уҡыу йортоноң белем биреү сифатын уның нисә йыл эшләүенә ҡарап та билдәләргә була тигән хәҡиҡәтте йыш ишетергә була. Тимәк, Башҡорт дәүләт университетының республикабыҙҙа иң тәүге юғары уҡыу йорто булыуы ғына ла уның абруйы, дәрәжәhе ниндәй булыуы тураhында hөйләй. Тиҫтә йылдар дауамында республикабыҙҙың төрлө өлкәләре өсөн ул әҙерләп сығарған белгестәрҙең hәр береhе үҙенең эш урынында профессиональ оҫталығы, белеме, яулаған үрҙәре менән университетта төплө белем бирелеүен, белгестәр әҙерләү юғары кимәлдә ойошторолоуын тапҡыр иҫбатлай. |
 |
«СЕБЕШ»ТӘРҘЕ ҺАНАР МӘЛ |
 |
«Уҡырға ингәс, августың hуңғы шәмбеhендә гимназияла осрашабыҙ,» – тип hүҙ ҡуйышҡайнылар Сибай интернат-гимназияhының XI «А» hәм «Б» сығарылыш синыфы уҡыусылары. Әйтергә кәрәк, улар осрашыуға яҡшы күрhәткестәр менән килделәр. Гимназистарҙың 90 проценты төрлө уҡыу йорттарына уҡырға ингән, шул иҫәптән, 81,4 проценты Өфө, Сибай, Стәрлетамаҡ, Магнитогорск, Ырымбур университеттары hәм институттарының студенттары булып китеү бәхетенә ирешкән. Синыф етәксеhе Миңъямал Әширәф ҡыҙы Әхмәтова менән тәрбиәсе Гөлсинә Кинйәғол ҡыҙы Fайсиналар сығарған XI «А» гуманитар синыфында юғары уҡыу йорттарына инеүселәр 82,1 процент. 17 уҡыусы университеттарҙың гуманитар йүнәлешендәге башҡорт филологияhы, сит телдәр, тарих, юридик факультеттарын hәм сәнғәт институтын hайлаған. Айнур Арыҫланов, хатта, Ҡазан ҡалаhындағы рухи (духовная) семинария талибы булып киткән. |
 |
Иртәгә – Фән көнө |
 |
Аҡһыл күк төҫтәге бөжәк «Ир – (...), ҡатын – терәк» Бейек итеп өйөлгән боронғо ҡәбер Хәҙерге прозаик «Хәйлә – алтау, (...) – етәү» Хәйләкәр йәнлек Урман күгәрсене Кливер нимә ул? Артистың яһалма ҡиәфәте Бейек тал ағасы Башҡорттоң аралашып йөрөгән урыҫ дуҫы Себер ҡарағайы йәки эрбет
|
 |
Урр-р-ра, БДУ-ның йөҙ йыллығын билдәләйәсәкбеҙ! |
 |
Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин быйыл республикабыҙҙың төп вузы – Башҡорт дәүләт университетының 100 йыллығын билдәләү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Ҡабул ителгән документҡа ярашлы, Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы был мәсьәлә менән ҡыҙыҡһынған дәүләт власы органдары һәм ойошмалары менән берлектә юбилей датаһына әҙерләнеү һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитетын булдырырға, уның составын һәм төп саралар планын раҫларға тейеш.
|
|