yeshlek
  Главная
  Новости
  Башкортостан
  Искусство
  Литература
  Книги
  Русс-баш словарь
  Интересное
  Спорт
  Конкурсы
  Политика
  Экономика
  Образование
  Обьявления
  Нам пишут
  Расширенный поиск
  Новое на сайте
  Обратная связь
«    Май 2012    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
 

Логин
Пароль
 
Молодежная газета
Сайт журналиста
Студия записи
Купить пуховые платки
Спортивный Башкортостан

Башкирская молодежь
 
     
Реклама
Башкирский Портал Республики Башкортостан Аренда музыкальной аппаратуры в Уфе недорого, диджей, дискотека Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Фотогалерея Башкирского Портала
 
Донъя
Фәләстан премьер-министры Әхмәт Куриә, хөкүмәткә ил парламенты сиктән тыш вәкәләттәр биреүҙән баш тартҡас, отставкаға китергә ғариза яҙған. ФМА президенты Ясир Арафат отставканы ҡабул итмәгән. Парламент хөкүмәт составын раҫлап, уға сиктән тыш вәкәләттәр биргән.
Япония премьер-министры Дзюнитиро Коидзуми парламенттың түбәнге палатаhын таратыу тураhында белдерҙе.
Беларусь президенты Александр Лукашенко Киевҡа ҡыҫҡа визит яhаны. Украина президенты Леонид Кучма менән ул «Газпром» акционерҙар йәмғиәтенең Украина hәм Беларусҡа ҡуйған шарттары буйынса әңгәмәләште.
 
ЮРМАТЫ ЕРЕ МӘҢГЕЛӘШТЕРЕЛДЕ
Уҙған аҙнала Салауат hәм Ишембай ҡалалары араhында Юрматы ере hәм Ватанды hаҡлаусылар иҫтәлегенә мемориаль комплекс асылды. Бындай hәйкәлдең Башҡортостанда ғына түгел, ә Рәсәйҙә лә булғаны юҡ. Мемориал Салауат ҡалаhын төҙөү өсөн күсерелгән ете ауыл иҫтәлегенә лә арнала.
Комплекстың асылыуы – ҙур ваҡиға. Тантанала Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов, күрше райондар hәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашты. Почетлы ҡунаҡтар Юрматы ерендә тормош дауам итеүенә арнап hәм hәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә ағастар ултырты. Ошо көндә никах туйын байрам иткән Хәйҙәровтар ғаиләhен Президент М. Рәхимов ҡотланы.
 
Дәүләт заказы тотороҡлолоҡҡа килтерә
Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Республика йортонда «КамАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Когогин менән осрашты.
Осрашыуҙа «КамАЗ» компанияһы төркөмөнә ингән предприятиелар – «НефАЗ» һәм «Туймазы бетон ташыу машиналары заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәренә көрсөк шарттарында ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре тикшерелде. Сергей Когогиндың фекеренсә, республика етәкселеге көрсөктөң машиналар эшләү заводтары эшенә кире йоғонтоһон кәметеү буйынса ваҡытында саралар күрҙе. Атап әйткәндә, «НефАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте 100-ҙән ашыу автобус әҙерләүгә дәүләт заказы алды һәм шуның арҡаһында завод тотороҡло иҡтисади хәлен һаҡлап ҡалды.
 
ИГЛИНДА XVIII БЫУАТТА ЕРЛӘНГӘН КЕШЕ ҺӨЛДӘҺЕ ТАБЫЛҒАН
12 октябрҙә кис Иглин районы эске эштәр бүлегенә ҡасабаның Егоровка микрорайонынан, берәү, балсыҡ карьерында эшләп йөрөгәндә, үҙенең кеше hөлдәhе табыуы тураhында хәбәр итә. Артыҡ тарҡалмаған табыш 50 сантиметр тәрәнлектә ятҡан була. Уның эргәhендә ир кеше 1750 йылда эшләнгән дүрт тәңкә, металл муйынса, ике беләҙек тә табып ала. Биҙәүестәргә ҡарап фекер йөрөткәндә, карьерҙа XVIII быуатта ҡыҙ мәйете ерләнгән булған.
Әлегә hөлдә бөтөн атрибуттары менән прокуратураға тапшырылған. Табыштың тарих өсөн ниндәй әhәмиәткә эйә булыуы билдәhеҙ. Иглин районынан, тикшереү алып барыу өсөн, белгестәр саҡырып, Өфөгә хат ебәргәндәр ҙә инде.
З. ХӘСӘНОВА.
 
БАШҠОРТОСТАН ҺУЛЫШЫ
БР Хөкүмәтенең Премьер-министры Рафаэль Байдәүләтов юл комплексы хеҙмәткәрҙәрен профессиональ байрамдары менән ҡотланы.
2003 йылдың hигеҙ айы эсендә республика буйынса рентабелhеҙ эшләүсе предприятиелар hәм ойошмалар өлөшө былтырғы йылдың ошо уҡ осорондағы 37,6 процентҡа ҡарата 32,3 процент тәшкил итте. Автотранспорт, әҙерләү hәм төҙөлөш предприятиеларында хәл ҡатмарлы көйө ҡала.
Бюджет өлкәhендәге 340 меңдән ашыу хеҙмәткәр октябрҙән башлап арттырылған эш хаҡы аласаҡ.
Бөгөн М. Fафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Рәсәйҙең hәм Башҡортостандың халыҡ артисткаhы, Өфө дәүләт сәнғәт академияhы профессоры Таңсулпан Бабичеваның ижад кисәhе үтәсәк. Сара 18 сәғәттә башлана.
 
Башҡортостан
Өфөгә ҡыҫҡа эш сәфәре менән Свердловск өлкәhенең ауыл хужалығы министры Сергей Чемизов булып китте. Ул Башҡортостанға юғары сифатлы башҡорт бойҙайын hорап мөрәжәғәт итте. Билдәле булыуынса, өлкәлә быйыл уңыш насар булған. С. Чемизов, һеҙҙә халыҡ хужалығының барлыҡ тармағында ла эш яҡшы ҡуйылған, беҙгә был йәhәттән өйрәнергә кәрәк, тип тә билдәләне.
21–24 октябрҙә Өфөлә III Рәсәй энергетика форумы үтәсәк. Унда РФ Энергетика министрлығы, Рәсәй энерго-системаhы етәкселәре, предприятие белгестәре ҡатнашасаҡ.
Кисә Балтас районында халыҡ театрҙарының «Алтын тирмә» тип исемләнгән Республика фестивале башланды. Өс көн дауам итәсәк сара милли геройыбыҙ С. Юлаевтың тыуыуына 250 йыл тулыуға арнала. Уны Республика Халыҡ ижады үҙәге ойоштора.
 

Copyright © 2007. Ak-ufa.ru All Rights Reserved.