« Май 2012 »Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Реклама
БАЙЫШТА – ИКЕНСЕ АРҠАЙЫМ
Баймаҡ районының Байыш ауылы эргәhендә 227 археологик hәйкәл hәм объект табылған. Улар палеолит, мезолит, неолит, үҫешкән hәм hуңғы бронза, тимер быуатта hәм урта быуатта төҙөлгән, тип иҫәпләй белгестәр. Күреүегеҙсә, был табыш бик уникаль булырға оҡшай.
Бөгөн Башҡортостанда
Бөгөн Башҡортостан Республикаhының рәсми делегацияhы Һамар өлкәhенең Дуҫлыҡ йортонда үткән «Асыҡ ишектәр көнө» тантанаhында ҡатнаша. Ысынлап та, был көн өлкә башҡорттары хәтерендә оҙаҡ hаҡланыр, сөнки бинала уларҙың үҙ бүлмәhе буласаҡ. Ә инде өй туйлауға кем бүләкhеҙ йөрөhөн: Башҡортостан ҡан-ҡәрҙәштәребеҙгә компьютер бүләк итә. Шул уҡ ваҡытта Мәҙәниәт hәм милли сәйәсәт министрлығы белгестәре урындағы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә семинар-практикум да үткәрәсәк. ***
Тоҡандырыр алдынан ете ҡат үлсә!
1 июлдән урманда ярамаған урында усаҡ яғыу өсөн штрафтар 100-150 тапҡырға артасаҡ. Киләhе йәйҙең ниндәй генә - ҡоромо, ямғырлымы - булыуына ҡарамаҫтан, тәртип боҙғаның өсөн хәҙер 10-15 минималь эш хаҡы күләмендәге штрафты түләргә тейешhең. Сәхрәгә сығып, усаҡ яҡҡан ойошмаларҙың вазифалы етәкселәре 20-30, юридик шәхестәр үҙҙәре иhә - 200-300 «минимум» түләйәсәк.
Молодежная биржа труда