|
| « Февраль 2012 » |
|---|
| Пн | Вт | Ср | Чт | Пт | Сб | Вс |
|---|
| | 1 | 2 | 3 | 4 | 5 | | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | | 27 | 28 | 29 | |
|
|
|
 |
Реклама |
 |
|
 |
 |
Хәлдәрең нисек, Дамир? |
 |
Бынан ике йыл элек яҙғайным «Жди меня» тапшырыуы аша үҙе атаhын эҙләп тапҡан башҡорт малайы Дамир Зәбиров хаҡында. Хәле нисек икән Дамирҙың, тип былтыр яҙ уға барырға йәнә бер уҡталып ҡуйғайным. Әммә юл төшмәне. Уҙған көҙ хатта төштә лә күреп алдым hөйкөмлө малайҙы. Әhәмиәтле төш түгел, былай ғына ингән hымаҡ булды. Бына, ниhәйәт, Мәләүез районының Нөгөш ауылында атаhы, өләсәhе, апаhы менән йәшәп ятҡан Дамирҙың хәлен белергә барыр алдынан, таныш телефон номерын йыям. Телефонды Нөгөш мәктәбенең бер уҡытыусыhы алды. |
 |
Башҡорт ҡыҙының ҡыҙы - Башҡортостан ҡунағы |
 |
Сарман буйҡайҙары, киртләс, киртләс, Киртләстәре бөтөр, яу еткәс, шул. Ир балалар ҡайта хеҙмәт иткәс, Ҡыҙ балалар ҡайтмай бер киткәс. (Халыҡ йыры). |
 |
"Һөйөү һәм нәфрәт менән яуланды еңеү" |
 |
Данлыҡлы 112-се Башҡорт атлы дивизияhының ветерандары, Аллаға шөкөр, тере тарих булып, арабыҙҙа йөрөй. Шуларҙың береhе , Ветерандар советы рәйесе, дивизияның эскадрон командиры Әнүәр Хатип улы Насыров менән осрашып, үткән юлдарға сәйәхәт яhаныҡ. Ул Кушнаренко районының Солтанай ауылы егете. Генерал Шайморатов өйрәткән, етәкләгән дивизияла hуғыш юлын уҙған. – Әнүәр олатай, байрам менән hеҙҙе! Ни хәлдәрҙә йәшәп ятаhығыҙ? – Рәхмәт! Эйе, ҙур байрам етеп килә. Һәйбәт йәшәп ятам. Үлергә ваҡыт та, ирек тә бирмәйҙәр әле (көлә). |
 |
«Афғансы» Ришат |
 |
Афғанстанда булған ир-егеттәрҙе осратып hөйләшә башлаhаң, аҙ hүҙлеге, йомоҡлоғо, серле моңhоу ҡарашы иғтибарҙы йәлеп итә. Улар артында афған ерҙәренең яраланыуы, етем ҡалған балалар, емерелгән ауыл-ҡалалар, юғалтҡан иптәштәр өсөн әрнеү яталыр кеүек. Ләкин «афған»дар үткәндәр хаҡында hөйләргә. Ришат та шулай уҡ. Ришат Абдуллин – Ауырғазы районының Балыҡлыкүл ауылы егете. Fаяз ағай менән Гөлзәбирә апайҙың ете балалы ғаиләhендә тәүге малай (дүртенсе бала) булып донъяға килгән. |
 |
НАРКОТИКТАР УРТАҠ ФАЖИҒӘ |
 |
Шишәмбе көн Матбуғат йортонда Башҡортостан Республикаhының Матбуғат hәм киң мәғлүмәт министрлығы вәкилдәре район, республика гәзит-журналдары етәкселәре, журналистар ҡатнашлығында семинар-кәңәшмә уҙғарҙы. Эшлекле шарттарҙа үткән йәнле hөйләшеүҙә йәмғиәтебеҙҙе борсоған иң актуаль проблемаларҙың береhе наркомания, наркотиктарҙың законhыҙ әйләнеше мәсьәләләре күтәрелде. Йәйге каникул осоронда шифаханаларҙа, хеҙмәт hәм ял лагерҙарында балаларҙың йәйге ялын ойоштороу, уны яҡтыртыу тураhында фекер алышынды. БР Эске эштәр мини стрлығы эргәhендәге наркотиктарҙың законhыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш идаралығы начальнигы Раил Мансур улы Fөбәйҙуллин үҙенең сығышында Аҡ үлем тип йөрөтөлгән афәттең ҡот осоҡос тиҙлектә таралыуын билдәләне. Үкенескә ҡаршы, наркомания тоҙағына эләккән кеше ниндәй генә ҡурҡыныс аҙымдарға бармаҫ тимә (!). Был шомло статистикаға күҙ hалhаҡ, hуңғы йылдарҙа ғына ла наркотиктарға бәйле енәйәттәр hаны дүрт тапҡырға артҡан. |
 |
ХАҠТАР ЯҘFА КҮТӘРЕЛӘСӘК |
 |
1 ғинуарҙан бензин, дизель яғыулығы, машина майына акциздар 45 процентҡа артты. Өҫтәүенә, элек акцизды нефть эшкәртеүселәр түләhә, хәҙер был йөк яғыулыҡты hатыусылар елкәhенә hалына. Тағы ла бындай ойошмалар махсус танытма алырға тейеш. Әммә яғыулыҡҡа хаҡтар 1 февралдән 10–15 процентҡа ғына артыр, тип күҙаллана. Былтыр яңы йылдан уҡ хаҡтар күпкә күтәрелер тип фаразлай инеләр. Был, берҙән, ғинуар буйы яғыулыҡтың былтырғы запастары hатылыуына бәйле. Икенсенән, ҡыш көндәре бик күптәр машинаhын гаражда тотҡанлыҡтан, уға hорау ҙа күп булмай. Әммә март–апрелдән, машиналар күпләп йөрөй башлау сәбәпле, хаҡтарҙың артыуы ихтимал. Быныhы инде акцизға бәйле булмаясаҡ, бары заводтар күмәртәләп hатыу хаҡын күтәрәсәк. |
|