yeshlek
  Главная
  Новости
  Башкортостан
  Искусство
  Литература
  Книги
  Русс-баш словарь
  Интересное
  Спорт
  Конкурсы
  Политика
  Экономика
  Образование
  Обьявления
  Нам пишут
  Расширенный поиск
  Новое на сайте
  Обратная связь
«    Май 2012    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
 

Логин
Пароль
 
Молодежная газета
Сайт журналиста
Студия записи
Купить пуховые платки
Спортивный Башкортостан

Башкирская молодежь
 
     
Реклама
Башкирский Портал Республики Башкортостан Аренда музыкальной аппаратуры в Уфе недорого, диджей, дискотека Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Фотогалерея Башкирского Портала
 
Үҙе инанғанға башҡаларҙы ла ышандырып
Ҡасандыр инглиз яҙыусыhы Энтони Симпсон: «Америкала журналистиканы – тарихтың дауамы, ә Англияла әңгәмәнең дауамы итеп ҡарайҙар», – тип әйткән икән. Ҡыҙыҡ фекер. Ә беҙҙә журналистика нимәнән ғибәрәт hуң? Мин, ғөмүмән, Рәсәй журналистикаhы хаҡында түгел, ул инде үткән быуаттың аҙағында уҡ үҙ тәғәйенләнешен – уҡыусыны хаҡ мәғлүмәт менән тәьмин итеүҙе – юғалтып, ҡулдан-ҡулға киткән куртизанка ролен үтәй инде, башҡорт журналисткаhы тураhында уйланам. Сөнки беҙҙең милли журналистика башланмыштан бөгөнгө көнгәсә (Аллаға шөкөр!) ҡәҙимге ваҡытлы матбуғат ҡына булыуҙан өҫтөнөрәк тә, киңерәк тә, тәрәнерәк тә булды.
 
Шағирәнең яҡты тамғаhы
Ер йөҙөнән Шағирә бара. Ул талғын ғына аҙымдары менән ышаныслы итеп үҙ юлынан атлай, күңелендәге яҡтылығы йылмайыу булып hарҡыла, эске hыҙланыуҙары hәр көрәштә еңеүсе булып сығыуға ынтылышынан көләс йыйырсыҡтар булып йөҙөнә ятҡан.
Тамара апайҙы апаруҡ ваҡыт беләм. Ниндәй генә хәлдәрҙә лә дөрөҫ, ыңғай юл табырға тырышыуы, табыуы, эске интеллигентлығына hәр саҡ hоҡландым. Улар шағир Хисмәт ағай Юлдашев менән өс ул тәрбиәләп үҫтерә. Ошо ғаилә усағының йылыhын, бөтөнлөгөн, утhыҙ ҡалыр мәлдәрҙә лә йөрәген саҡматаш итеп сағырға әҙер торған Ҡатын, Әсә бит ул Тамара апай.
 
«Бөйөклөктөң иң-иң төптәрендә бәғеремде телә асылым» йәки һүҙ үҙе лә Алла кеүек
Уның менән hөйләшкән саҡтар бар. Төрлөсә була: аңлап та, аңламай ҙа тыңлайым. Әммә hәр ваҡыт Шағирәнең донъяға үҙенсәлекле ҡарашы, hөйләшкәндә лә телебеҙҙе мөмкин тиклем тәрән , бай hиммәтендә ҡулланыуына, ярhыу хисле күңелендә сабыр йән hыйышып йәшәүен hиҙеп, таң ҡалам! Ул, моғайын, Хоҙайҙың яратҡан, тамғаланған бәндәhелер: тормошо тәрән, киҫкен кисерештәргә бай. Ул йәй көнө, эҫелә тыуғанмын, мин – Игеҙәк йондоҙлоғо бәндәhе, ти. Был, ысынлап та, шулай. Әммә календарҙа уның тыуған көнө – бөгөн. Башҡортостан Яҙыусыларының 14 съезы алдынан мәҡәләләр, шәлкемдәр, хикәйәләр серияhын уның менән әңгәмәнән башлап ебәрергә булдыҡ.
 
Сәрүәр Суринаның өс сере
Үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр күргән кеүек итеп hоҡлана Сәрүәр апай был миҙгелгә. Был тиклем дә салт ҡышты, саф аҡлыҡты бары беҙҙә генә тойорға булалыр. Хәйер, hәр миҙгел уға үҙенсә яҡын: йәшенле, асыҡ йәшел төҫтәге япраҡлы, гөрөлдәүек яҙҙы, еләкле, йәмле, йомарт йәйҙе, уйсан, сағыу, мул көҙҙө яратмау мөмкинмө ни?! Утыҙ йылға яҡын «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияhында эшләүсе илhөйәр журналист, драматург, балалар шағирәhе Сәрүәр Суринаның үҙенең тәбиғәте шулай.
 
"Йәнде өйкәгән миҙгелдәрем артта, алда көтһөн аяҙ мәлдәрем!"
Әҙип Риф Тойғон әҙәбиәт hөйөүселәргә шиғриәте, проза, драма әҫәрҙәре менән яҡшы таныш. Ошо көндәрҙә ул үҙенең 60 йәшлек юбилейын билдәләй. Күркәм ваҡиға уңайынан яҙыусы менән осрашып, уның ижад hәм ғүмер юлына байҡау яhаныҡ. Бөгөн Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары вазифаhын башҡарыусы әҙиптең үткәндәр, бөгөнгө, киләсәк хаҡындағы фекерҙәре ҡыҙыҡлы. Улар гәзит уҡыусыларға ла, моғайын, фәhемле hәм ҡыҙыҡлы булыр.
– Риф ағай, Ырымбур өлкәhенең Ҡыуандыҡ районы Аҡсура ауылы малайы Өфөгә нисек килеп төпләнде икән?
 
Реалистик һәм романтик формалар-3
Әҫәрҙә кешеләр араһындағы яңы мөнәсәбәттәрҙең урынлашыуы өсөн көрәш үҙәк урынға ҡуйыла, Азаматов, Абыҙбаева һәм Туғанво араһындағы ҡаршылыҡтар, Зинүнә һәм Шәмғүн, Камил мөнәсәбәттәре миҫалында көрәш ҡырҡыулығы бирелә. МТС директоры Азаматов менән баш агроном Туғанов араһындағы киҫкен бәрелештәр тормшҡа, үҙ вазифаңа, дөйөм эшкә ҡараш һәм мөнәсәбәттәр ҡапма-ҡаршылығы булып дөйөмләштерелә. МТС мастерскойын үҙгәртеп төҙөү, техниканы яңыса файҙаланыу кеүек эштәрҙе яҙыусы тар производство мәсьәләләре итеп кенә күрһәтмәй.
 

Copyright © 2007. Ak-ufa.ru All Rights Reserved.