yeshlek
  Главная
  Новости
  Башкортостан
  Искусство
  Литература
  Книги
  Русс-баш словарь
  Интересное
  Спорт
  Конкурсы
  Политика
  Экономика
  Образование
  Обьявления
  Нам пишут
  Расширенный поиск
  Новое на сайте
  Обратная связь
«    Май 2012    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
 

Логин
Пароль
 
Молодежная газета
Сайт журналиста
Студия записи
Купить пуховые платки
Спортивный Башкортостан

Башкирская молодежь
 
     
Реклама
Башкирский Портал Республики Башкортостан Аренда музыкальной аппаратуры в Уфе недорого, диджей, дискотека Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Фотогалерея Башкирского Портала
 
«Юл аҙабы» конкурсына
ТОРБАНЫ – МАГНИТ ДИҢГЕҘЕНӘ
Беҙҙең ауылда шофер булып эшләгән Хәмитйән механик Нурийән менән Магнит ҡалаhына бара. Ҡала урамында уларҙы бер милиционер туҡтатып: «Подбросьте труп в морг», – тип бойора. Нурийән: «Нимә тине?» – тип hорай, сөнки теге шофер яғынан өндәшә. «Ә-ә, бер торбаны быуа буйына алып барып ташларға, « – тип аңлата Хәмитйән.
Уларҙың машинаhына бер йорт янында үлгән кешенең мәйетен тейәтеп, моргка илтергә ҡушалар.
 
«АЛТЫ БАЛАМ – ЙӨРӘК ТИБЕШЕМ...»
Бер әсә лә күп баланы миҙал алыр, маҡтаныр өсөн тапмай, ә hәр сабыйын үҙе теләп, яратып, hағынып көтөп алып яҡты донъяға килтерә. Балаҡатай районының Миҙәт ауылынан Гөлсинә Fатауллина ла йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан (30-ға ла етмәгән) алты балаға әсәй булып, уларҙың бер-береhе менән ярышып үҫеүенә ҡыуанып, hөйөнөп ултырған гүзәл заттарҙың береhе булыр. Сабыйҙары өсәү булhа ишле ғаилә тип hаналған беҙҙең заманда алтауҙы тәрбиәләү hирәк күренеш кенә түгел, ҙур ҡаhарманлыҡ ул. Гөлсинә менән Рим дә «ике улыбыҙ бар, ҡыҙыбыҙға ла иш, йәғни hеңле кәрәк» тип, тыуасағының мотлаҡ ҡыҙ бала булырына өмөт бағлап, дүртенсеhен дә табырға ҡарар иткәс, тәбиғәте менән бала яратҡан был йәш ата-әсәне Хоҙай тәғәлә өс малай менән бүләкләй. Шулай итеп, Руслан, Ринат, Регина янына әсәйҙәре Денис, Данис, Дамир исемле өс игеҙәкте алып ҡайта.
 
«Һин зирәк, hинең кеүектәр hирәк»
Ҡәҙерле дуҫтар, йоморо баштар, зирәк hәм аҡыллылар!
Йәй үтте, көҙ мәшәҡәттәре лә артта ҡала бара, ҡыш та етер. Ҡулдарыбыҙ бер аҙ эштән бушап, ял ваҡыты ла барлыҡҡа килә башланы түгелме? Тимәк, hеҙҙең «урамда ла байрам» буласаҡ, йәғни яратҡан «Йәшлек» гәзитегеҙгә башватҡыстар төҙөп ебәреп, шул уҡ ваҡытта гәзит битендә баҫылған кроссворд-сканвордтарҙы сисеп, үҙ көсөгөҙҙө hынарға, аҡыл-зиhенебеҙҙе үҫтерергә мөмкинлек тыуа.
Яҙғыhын «Йәшлек» үткәргән анкеталарҙа ла, уҡыусыларыбыҙ ебәргән хаттарҙа ла гәзит битендә күберәк башватҡыстар биреү зарурлығы hыҙыҡ өҫтөнә алынғайны. 2002 йылдың башында үткәрелгән «Сканворд» конкурсы ла танылыу табып өлгөрҙө. Ул бәйгелә үҙебеҙ төҙөгән сканвордҡа уҡыусыларға яуаптар табыу бурысын ҡуйғайныҡ. Ә әлеге тәҡдим итәсәк яңы «Һин зирәк, hинең кеүектәр hирәк» башватҡыстар конкурсының шарты икенсерәк:
Гәзит уҡыусылар, киреhенсә, хәҙер үҙҙәре «Йәшлек»тә бирелгән өлгө буйынса кроссворд йәки сканворд төҙөп ебәрергә тейеш.
 
ГӘЛСӘР ӘФЛИСУН КҮРГЕГЕҘ КИЛҺӘ...
«Гәлсәр әфлисун» йәмәғәтселек менән бәйләнеште үҫтереү өлкәhендәге Бөтә Рәсәй студент эштәре конкурсы йылдан-йыл нығыраҡ танылыу ала бара. Быйыл ул бишенсе тапҡыр ойошторола. Былтыр уның төбәк туры Башҡортостанда ла үткәйне. Унда Башҡорт дәүләт университеты hәм Өфө дәүләт сервис институтының «Йәмәғәтселек менән бәйләнеш» бүлегендә уҡыусы студенттар ҡатнаша алғайны. Быйыл бындай сикләүҙәр юҡ, тимәк, теләгән hәр бер студент үҙен hынап ҡарай ала. Конкурс төрлө номинациялар буйынса үткәрелә. Дәүләт структуралары, коммерция секторы, социаль, халыҡ-ара өлкәләр, сәйәси hәм hайлау технологиялары, көс структуралары, мәҙәниәт, сәнғәт, спорт hәм шоу-бизнеста йәмәғәтселек менән бәйләнеш өлкәhендәге иң яҡшы эштәр hайлап алынасаҡ. Конкурста декабрҙә йомғаҡ яhаласаҡ. Гәлсәр әфлисунды күргегеҙ килhә, студенттар hеҙгә ашығырға кәрәк. Бәлки, ӨДНТУ-нан Анастасия Мирсанова кеүек, төбәк турында еңеп Мәскәүгә барыу бәхете тап hеҙгә эләгер.
С. ЛОТФУЛЛИНА.
 
Жюри фекере
Данир ҒӘЙНУЛЛИН, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры, жюри рәйесе:
– Бөгөн «Һылыуҡай» конкурсы ойошторола башлаған тәүге йылдарҙы иҫкә төшөрөп ултырҙым. Айырма иҫ киткес... Бәйгенең кимәле йылдан-йыл күтәрелә, камиллаша. Ҡыҙҙар юғары әҙерлек менән килә, уларға талаптар ҙа артҡандан-арта. Ҡыҙҙарыбыҙ бөгөн дә үҙҙәрен лайыҡлы күрһәтте. Ҡәнәғәтмен.
Гөлназ ҠОЛҺАРИНА, «Тамыр» студияһы етәксеһе:
 
«ТӘБИҒӘТТЕ ШУЛАЙ КҮРӘМ»
Башҡортостандың Тәбиғәт ресурстары министрлығы «Фотообъективта – Башҡортостан Республикаhы тәбиғәте» фотоконкурсы үткәрә. Сараның маҡсаты – профессиональ hәм hәүәҫкәр фотографтарҙы Башҡортостандың экология проблемаларына, туған тәбиғәттең күркәмлегенә иғтибарҙы йәлеп теү; тәбиғәтте рациональ файҙаланыуға иғтибар бүлгән фотожурналистарҙы ҡеүәтләү; баҫма hәм электрон мәғлүмәт саралары аша тәбиғәтте hаҡлауға саҡырған визуаль материалдарҙы, фотоларҙы арттырыу.
Конкурс биш номинация буйынса үтә: 1. Һирәк осраған хайуандар hәм үҫемлектәр (БР-ҙың hәм РФ-ның Ҡыҙыл китабына ингәндәр үҙе йәшәгән, үҫкән мөхиттә төшөрөлөргә тейеш); 2. Башҡортостан – үҙенсәлекле край (фотопейзаждар); 3. Кеше – тәбиғәттең бер өлөшө (тәбиғәтте өйрәнеүселәрҙең, hаҡлаусыларҙың рәсеме, кешенең тәбиғәт менән гармонияhын күрhәтеүсе фотоhүрәтләмәләр); 4. Тәбиғәткә ҡурҡыныс янай (көнүҙәк фоторепортаждар); 5. Экологик туризм (экологик туристарҙың, йәш натуралистарҙың h.б. эшмәкәрлеге.)
 

Copyright © 2007. Ak-ufa.ru All Rights Reserved.