yeshlek
  Главная
  Новости
  Башкортостан
  Искусство
  Литература
  Книги
  Русс-баш словарь
  Интересное
  Спорт
  Конкурсы
  Политика
  Экономика
  Образование
  Обьявления
  Нам пишут
  Расширенный поиск
  Новое на сайте
  Обратная связь
«    Май 2012    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
 

Логин
Пароль
 
Молодежная газета
Сайт журналиста
Студия записи
Купить пуховые платки
Спортивный Башкортостан

Башкирская молодежь
 
     
Реклама
Башкирский Портал Республики Башкортостан Аренда музыкальной аппаратуры в Уфе недорого, диджей, дискотека Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Фотогалерея Башкирского Портала
 
ТӘГӘРМӘС ЯЛ ИТКӘНДӘ...
– «Лада» – беҙҙең заман машинаhы!
– Эйе, шундай хөрт заманға тура килдек шул...
* * *

Водитель инспекторға:
– Иптәш сержант, бында hул яҡҡа боролош юҡ инеме ни?
– Барлыҡҡа бар ул, тик – түләүле.
 
ТЕРЕ ЭНЦИКЛОПЕДИЯ
Fилем донъяhы ҡыҙыҡ бит ул. Унда бер үк йүнәлештә ғүмер буйы шөғөлләнеп, ҙур ҡаҙаныштарға ирешкән, йә, киреhенсә, төрлө өлкәләр менән берҙәй ҡыҙыҡhынып, күләмле фән йөгөн күтәреүселәр бар. Һуңғылары миңә Боронғо Греция, Рим ғалимдарын хәтерләтә. Улар ҙа, әйтәйек, математика, астрономия менән берлектә әҙәбиәт менән шөғөлләнгән.
Эрнест Фәйзрахман улы Ишбирҙинды күптәр тел белгесе, фән докторы тип белә. Ә бына ҡайhы берәүҙәр «Башҡортостан ҡоштары» китабының авторы ла нәҡ ул икәнен белеп тә бөтмәйҙер әле.
«Йәшлек» гәзите үҙ биттәрендә «Башҡортостан ҡоштары» рубрикаhын асып, hеҙҙе ҡоштар донъяhы менән таныштырып барырға ҡарар итте. Был эште атҡарып сығыуҙа беҙгә филология фәндәре докторы, профессор Эрнст Файзрахман улы Ишбирҙин ярҙам итергә ризалыҡ белдерҙе. Ә хәҙер, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, hеҙҙең иғтибарға Башҡортостан ҡоштарын өйрәнеүсе ғалимдың үҙе менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
 
Үәт ҡыҙыҡ, ауыҙ йырыҡ
«Жигули» тәгәрмәсе аҫтына бер тауыҡ эләгә. Шофер сығып тирә-яғын ҡарай ҙа, берәү ҙә күренмәгәс, тауыҡты багажникка ырғыта. Шул саҡ ҡыуаҡтар араhынан мыҡты кәүҙәле фермер килеп сыға:
– Тик миңә зыян күреүсене тиҙ арала дауаханаға алып барып еткерергә теләгәйнем тип иҫбат итергә генә кәрәкмәй.
* * *
Ир менән ҡатын талаша. Ире, түҙемлеге шартлар сиккә етеп:
– Һаҡ бул! Һин мине хайуанға әйләндерҙең! – тип ҡысҡыра.
– Нимәнән hаҡланырға? Мин сысҡандарҙан ҡурҡмайым.
 
6. Көләмәстәрҙең поэтикаһы
Көләмәстәрҙең поэтикаһы ла, дөйөм жаенрҙың үҙе кеүек үу, беҙҙә әлегә махсус өйрәнелгәне юҡ. Фольклорсыларыбыҙҙан был жанрға сағыштырмаса нығараҡ иғтибар иткән ғалим Кирәй Мәргән иһә көләмәстәрҙә хикәйәләү формаһы, гипербола, литота кеүек алымдарҙың ҡулланылышы, комиклыҡ эффекты, мәҡәл һәм йомаҡтарға мөнәсәбәтлелек хаҡында әйтеп китеүе менән генә сикләнде (22, 184–186). Көләмәс поэтикаһының ҡайһы бер яҡтары бер ни тиклем ошо юлдарҙың авторының хеҙмәттәрендә яҡтыртылды (8, 18–22; 38; 39). Башҡа халыҡтарҙың фольклор ғилемендә лә был жанр поэтика күҙлегенән әлегә ихлас өйрәнелмәне. Шул уҡ ваҡытта күҙгә күренерлек күҙәтеүҙәр ҙә юҡ түгел. Был осраҡта А. Пельтцер, Г. Пермяков, А. Яхин, Ф. Хатипов, Х. Мәхмүтов, У. Далгат, О. Амбайниц, Дж. Дорри, В.М. Сидельников кеүек тикшеренеүселәрҙең хеҙмәттәрҙе күҙ уңында тотола (30; 31; 44; 42; 29; 15; 16; 35). Бигерәк тә Х. Мәхмүтов, Дж. Дорри, айырыуса У. Далгат, Ф. Хатипов менән А. Яхиндарҙың мәҙәк, латифаларҙың комиклыҡ поэтикаһы хаҡындағы күҙәтеүҙәрҙәре иғтибарға лайыҡ булырлыҡ. Башҡорт көләмәстәренең аҙаштары булған побасенки, анекдоттар һуңғараҡ дәүерҙә һөйләү-фольклор клишалары типологияһын семиотика күҙлегенән тикшереүгә бағышланған хеҙмәттә хаҡында ла шуны уҡ әйтергә була (Г. П. Пермяков(31,32); С. Н. Муратов(28). Әммә лингвистарҙың аналитик һәм синтетик клише күҙлегенән бындай әҫәрҙәрҙе тикшеренеүҙәренең фольклор ғилемендә ҡулланылыу мөхите сикле. Сөнки бары форма менән мауығып, лингвистар уларҙың идея-эстетик ҡиммәтен артҡы планға күсерә. Әммә, башҡорт көләмәстәренең поэтикаһын тикшергәндә, башҡа халыҡтарҙың фольклорындағы ошондай уҡ жанрҙың поэтикаһын ҡағылышлы хеҙмәтәрҙә тупланған тәжрибә кеүек лингвистик пландағылары менән дә иҫәпләшмәү хилафлыҡ булыр ине.
 
5. Көләмәстәрҙең жанр төрҙәре
Башҡорт халыҡ ижадында көләмәстәр составына ингән әҙәрҙәр тематика, герой тибы йәһәтенән генә түгел, жанр билдәләре йәһәтенән дә үҙенә күп төрлө әҫәрҙәрҙе берләштерә. Уларҙы “көләмстәрҙең жанр төрҙәре” (жанровые разновидности) тип билдәләргә була. Ошо яҡтан ҡарағанда, көләмәстәрҙең берәүҙәрендә комиклыҡ пафосы, икенселәрендә ғибрәтле-нәсихәти башланғыс өҫтөнлөк ала, өсөнсөләрендә шул ике һыҙат бер нисбәттәрәк килә. Тәүгеләренә – “асылы менән көләмәстәр (рус кешеһе был урында,”собственно анекдоты”, тип әйтер ине), икенселәренә – “сәсмә нәсихәттәр”, өсөнсөләренә – “йомаҡ–көләмәс–тәр”, дүртенселәренә – “сәсмә мәҫәлдәр”, дүртенселәренә – “лаҡаптар”, бишенселәренә – “һүҙ уйнатҡыстар”, һуңғыларына “мәрәкә хикәйәләр инә.
Асылы менәнән көләмәстәр. Быға тиклем, асылында, тап шундай көләмәстәр хаҡында һүҙ барҙы. Шул күҙәтеүҙәрҙән генә сығып, фекер йөрөткәндә лә, көләмәстәрҙең был жанр төркөмөнөң төп билдәһе юмор йә сатира икәне яҡшы аңлашыла булыр.
 
4. Көләмәстәрҙең жанр сиктәре
Көләмәстәрҙең килеп сығышы һәм үҫеш эволюцияһы тотош фольклорҙың жанрҙары тарихынан айырылғыһыҙ. Көләмәстәр айырыуса көнкүреш әкиәттәре менән яҡын мөнәсәбттә тора. Был яҡынлыҡ уларҙың тәүтормош дәүеренең синкретик ижадынан бер мәлдәрәк айырылыуында, бер үк темаларҙы үҙләштереүендә лә, комик эффект тыуҙырыусы бер үк поэтик алымдарҙы файҙаланыуҙарында ла күренеүе хаҡында, "Тормош-көнкүреш әкиәттәре" бүлегендә әйтелгәйне инде. Унда көләмәстәрҙең тормош-көнкүреш әкиәттәре сюжетын хасил итеүсе “төҙөлөш”
материалы — тематик мотив хеҙмәтен башҡара алыуы ла, шул мотивтарҙың, тормош-көнкүреш әкиәттәре сюжетынан айырылып, көләмәс жанрына күсергә мөмкинлеге лә билдәләнгәйне. Көләмәстәр йыйынтығындағы "Ерәнсә сәсәндең ҡырҡ тәкәне бәрәсләткәне"(8, № 74) көләмәсенең сюжеты — "Ерәнсә сәсән менән хан”, “Ерәнсә сәсән хикмәттәре" тигән новеллистик әкиәттәрҙең; “Әрмет егеттәренең аталарын танығаны" (8, № 602) "һарттарҙың күгәүенгә яу асҡаны" (8, № 592) көләмәстәренеке "Бер туған өс иҫәр" тигән сатирик әкиәт сюжеттары составында бар.
 

ковры бельгия ;Подарок выпускнику-2010 - уроки windows. Бесплатные программы для Windows.
Copyright © 2007. Ak-ufa.ru All Rights Reserved.