yeshlek
  Главная
  Новости
  Башкортостан
  Искусство
  Литература
  Книги
  Русс-баш словарь
  Интересное
  Спорт
  Конкурсы
  Политика
  Экономика
  Образование
  Обьявления
  Нам пишут
  Расширенный поиск
  Новое на сайте
  Обратная связь
«    Май 2012    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
 

Логин
Пароль
 
Молодежная газета
Сайт журналиста
Студия записи
Купить пуховые платки
Спортивный Башкортостан

Башкирская молодежь
 
     
Реклама
Башкирский Портал Республики Башкортостан Аренда музыкальной аппаратуры в Уфе недорого, диджей, дискотека Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Фотогалерея Башкирского Портала
 
БЕР ҠАЛЫПҠА ЛА ҺЫЙМАҪ ВАНЕССА
Аҙна hайын кис Лондондың «Хэймаркет» театры сәхнәhенә сығып, Оскар Уайльдтың киң билдәле «Әфәнделәр! Ә бына мин!» тигән фразаhын әйтеү менән тамашасылар ҡотороноп ҡул саба башлаған актриса Ванес са Рэдгрейв – сағыу hәм ҡапма-ҡаршылыҡлы, бер ниндәй ҡалыпҡа ла hыймаған шәхес. Уның hылыулығы инглиздарҙы әҫәрләндерә, сәхнәлә уйыны табындыра, ә коммунистик партия эшендә әүҙем ҡатнашыуы ғәжәпләнеү hәм протест тыуҙыра.
Актриса 100-ҙән ашыу фильмда төшкән. Уның геройҙары – ҡатмарлы, фажиғәле яҙмыштар. Айседора Дункан (»Айседора», 1968, «Оскар»ға номинацияланған), королева Гиневра, Мария Стюарт, батшабикә Софья, Оскар. Уның персонаждары араhында – лесбиянка-феминистка ла, сит планетанан килгән ҡатын да, Германияла йәшерен антинацистик хәрәкәттә ҡатнашыусы ла (»Джулия» – «Оскар» премияhына лайыҡ булды).
 
Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рәйес Исмәғилевҡа – 50 йәш
ҺӘР ЭШЕБЕҘҘЕ ХАЛЫҠ КҮҢЕЛЕНӘ ЯҠЫН ҠАБУЛ ИТЕРЛЕК ИТЕП ЭШЛӘРГӘ ТЕЙЕШБЕҘ
Тормошта яҙмышына яҙылған, йәғни Хоҙай тарафынан фәҡәт үҙенә генә инселәнгән урынын табып, яратҡан эшендә йөҙөп йөрөп эшләгәндәрҙән дә бәхетлерәк кеше юҡтыр. Ундайҙарҙың hөнәрен ни тиклем дә яратып, тәғәйен эшенә бөтөн күңелен hалып башҡарыуын бер күҙ hалыуҙан hине тулҡынландырыр, иғтибарыңды йәлеп итер хеҙмәт емештәре раҫлаусан.
Башҡорт профессиональ киносәнғәте үҫешенә тос өлөш индергән Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, кинорежиссер Рәйес Абдрахман улы Исмәғилев та тап ана шундай шәхестәрҙең береhе. Кино сәнғәте донъяhына тәүге аҙымдарынан уҡ халыҡта ҙур ҡыҙыҡhыныу тыуҙырған, береhенән-береhе йөкмәткеле, фәлсәфәүи яҡтан тәрән мәғәнәле төрлө жанрҙарҙағы фильмдар төшөрөп, тиҙ арала танылыу яуланы ул. Өфө дәүләт сәнғәт институтының режиссерҙар әҙерләү бүлеген тамамлап, 1976 йылдан ижад эшенә сумған Рәйес Исмәғилев бөгөн илленән ашыу фильм авторы. Экранға сығарылған hәр яңы эше hайын ижади яҡтан камиллаша, тәбиғәттән hалынған таланты асыла, фантазияhы байыға барған режиссерҙың бик күп фильмы төрлө фестивалдәрҙә, конкурстарҙа юғары баhа, приздар яуланы.
 
Моң тынмаһа, ғаләм һәләк булмаҫ
«Йәшлек»тә ҡунаҡта – филология фәндәре докторы, профессор, Гуманитар фәндәр академияһы академигы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Хөкүмәте премияһы лауреаты Салауат ГАЛИН

Моң тынмаһа, ғаләм һәләк булмаҫ
йәки
йырһыҙ халыҡ зауыҡһыҙ, ти ғүмерен халыҡ йырҙарын тикшереүгә арнаған ғалим

– Нимә генә тимә, ғүмер юлында, ай-вайына ҡарамай аҡҡан тормош юлының ниндәй генә осоронда ла уйланып алыр мәл була. Бала саҡ, тиһәгеҙ, нимә иҫегеҙгә төшә?
– Һуғыш. Йәнде усҡа һалып та йылыта алмаҫтай, онота алмаҫтай ауыр, ләкин аслыҡ-яланғаслыҡ тигән бурандарҙа, илдәге ҡотолғоһоҙ дауылдарҙа шәхес итеп сыныҡтырған йылдар. Беҙҙе артыҡ иртә өлгөрттө һуғыш.
 
Башҡортостан Республикаhы hәм Рәсәй Федерацияhы Журналистар союзына Зәйтүнә Наримйән ҡыҙы Ниғәмәтйәноваға тәҡдимнамә
Башҡортостан Республикаhы hәм Рәсәй Федерацияhы Журналистар союзына
Зәйтүнә Наримйән ҡыҙы Ниғәмәтйәноваға
тәҡдимнамә
Мин, Сәлмән Шакирйән улы Ярмуллин, 1991 йылдан БР hәм РФ Журналистар союзы ағзаhы, «Йәшлек» Башҡортостан йәштәре гәзитенең ижтимағи-сәйәси тормош бүлеге мөдире Ниғәмәтйәнова Зәйтүнә Наримйән ҡыҙын (З. Әйле), БР hәм РФ Журналистар союзына инергә лайыҡлы тип hанайым hәм уны ағзалыҡҡа тәҡдим итәм.
 
Башҡортостан Республикаhы hәм Рәсәй Федерацияhы Журналистар союзына Зәйтүнә Наримйән ҡыҙы Ниғәмәтйәноваға тәҡдимнамә
Мин, Лилиә Зәйнулла ҡыҙы Ҡәйепова, 1997 йылдан Рәсәй hәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаhы ( 4105 танытма), Зәйтүнә Ниғәмәтйәнованы журналист булараҡ 1995 йылдан бирле беләм.
Зәйтүнә Ниғәмәтйәнова «Йәшлек» гәзите редакцияhында иң ҡатмарлы hәм иң яуаплы ижтимағи-сәйәси бүлекте етәкләй. Ул республикала ғына түгел, ә бөтә Рәсәй күләмендәге хәл-ваҡиғаларҙы аналитик йәhәттән баhалау hәм үҙ фекерен ябай халыҡ аңларлыҡ кимәлдә еткереү hәләтенә эйә. «Сәйәси күҙәтеү», «Рәсми хәбәрҙәр», «Сәйәсәт» рубрикаларындағы сығыштары Зәйтүнә Ниғәмәтйәнованың hәр күренешкә үҙ баhаhы, үҙ ҡарашы булыуын раҫлай. Гәзиттең 2002 йылғы hандарында донъя күргән күренекле шәхестәр – Фирҙәүес Бәширова, Хәләф Ишморатовтар менән әңгәмәләре бирелгән hорауҙарының актуаллеге hәм фекерле булыуы менән Зәйтүнәнең оҫта әңгәмәсе икәнен дә күрhәтә. Журналистың Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу h.б. тематикаға арналған hүрәтләмә, репортаж, мәҡәлә, хәбәрнамәләр авторы булараҡ та сығыш яhауы уның hәр өлкәлә тәжрибәле икәненә дәлил.
 
Башҡортостан Республикаhы hәм Рәсәй Федерацияhы Журналистар союзына Зәйтүнә Наримйән ҡыҙы Ниғәмәтйәноваға тәҡдимнамә
Мин, Сәлмән Шакирйән улы Ярмуллин, 1991 йылдан БР hәм РФ Журналистар союзы ағзаhы, «Йәшлек» Башҡортостан йәштәре гәзитенең ижтимағи-сәйәси тормош бүлеге мөдире Ниғәмәтйәнова Зәйтүнә Наримйән ҡыҙын (З. Әйле), БР hәм РФ Журналистар союзына инергә лайыҡлы тип hанайым hәм уны ағзалыҡҡа тәҡдим итәм.
Зәйтүнә Ниғәмәтйәнова «Йәшлек» Республика йәштәр гәзитендә 1995 йылдан эшләй. Бөгөн ул үҙен тәрән белемле, үҙ hөнәренең нескәлектәрен аңлаған журналист итеп танытты. Кушылған бурыстарҙы теүәл, еренә еткереп үтәүе менән редакция хеҙмәткәрҙәренең күбеhенә өлгө. Үҙе яҙған мәҡәләләренә талапсан булған кеүек, автор материалдарына ла иғтибарлы – уларҙы гәзит талаптарына яуап бирерлек итеп редакторлай.
 

Copyright © 2007. Ak-ufa.ru All Rights Reserved.