|
| « Май 2012 » |
|---|
| Пн | Вт | Ср | Чт | Пт | Сб | Вс |
|---|
| | 1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | | 28 | 29 | 30 | 31 | |
|
|
|
 |
Реклама |
 |
|
 |
 |
ӘРМЕЛӘРГӘ КИТЕП... |
 |
(Ватанды hаҡлаусылар көнөнә арналған концерт-тамашаға сценарий)
Ҡатнашалар:
Ишморат Илбәков – сержант. Вәлит Илембәтов – ябай hалдат, hуңынан майор. Вәхит Хызыров – «силғау», hуңынан ефрейтор. Рәсүл Ҡарабулатов Вилдан Яруллин Фәдис Fәниев hалдаттар Мәхмүт Нәҙершин Заhир Байыҡ Сәхнә артындағы текстарҙы Әхтәм Әбүшахманов уҡыhа hәйбәт (»Во») булыр.
Сәхнә ҡараңғы. Видеопроекторҙа – видеокадрҙар. Яйлап ҡына таң атҡаны беленә, ҡояш күренә. Ауыл күренеше. Әтәс ҡысҡыра, hыйыр мөңрәй, бесәй мыяулай, эт өрә... |
 |
Асфальтлыгүл |
 |
Асфальтлыгүл, Асылыкүл... Ҡайhыhы балыҡлыраҡ? Халыҡ белмәй минең уйҙы – Үтәләр урабыраҡ.
|
 |
Балыҡ |
 |
Ҡармаҡ алып ҡулыма, Ултырҙым юл буйына. Йәнәhе, бында балыҡ бар – Ҡармаҡтарымды hүттем. Төҙәтмәҫтәрме тип юлды Иғтибарҙы йүнәлттем.. Йыйылып киткән халыҡ, Ҡарайҙар хайран ҡалып. Көттөрмәгән «тиҙ ярҙам» Күҙәтә мине «ярҙан».
|
 |
КОМПОЗИТОР РУХЫН ИҪКӘ АЛЫП |
 |
Талантлы башҡорт композиторы hәм дирижеры Нариман Сабитовтың исемен йөрөткән Өфөләге 1-се балалар музыка мәктәбендә бына 30 йылдан ашыу инде уны иҫкә алыу кисәhен үткәреү матур бер йолаға әүерелде. Был кисәгә уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа уҡыу йылы башланғас та әҙерләнә башлай, йәғни сценарий ентекләп яҙыла, буласаҡ музыканттарҙың сығыштары тыңлана, Нариман Сабитовтың әҫәрҙәрен иң яҡшы башҡарыусылар конкурстары hәм башҡа саралар үткәрелә. Мәктәптең йәш композиторҙары оҫтаның hоҡланғыс ижадының данлы традицияhын дауам итеп пьесалар, йырҙар, бағышлауҙар яҙа, үҙҙәренең hәләтен, оҫталығын Бөтә Рәсәй hәм халыҡ-ара конкурстарҙа раҫлай. Композиторҙың иҫтәлегенә арнап ҡуйыласаҡ быйылғы концертта иhә йәш сабитовсылар менән бер рәттән, Өфө дәүләт сәнғәт институты студенттары hәм Башҡорт дәүләт опера hәм балет театры солистары ла ҡатнашасаҡ.
|
 |
Һалдат |
 |
Ефрейтор тағы ла аптырай. Ауыҙ асыҡ, күҙлеген сисеп hөрткөләй. Аптырап тора-тора ла майорға бара. Ефрейтор: Иптәш майор, беләhегеҙме hалдаттарға, Измаи лды кем алды тип hораhам, алманыҡ тип таналар, сержантҡа был турала hөйләhәм – уныhы кире бирерҙәр тип тынысландырҙы. Был нисек була инде. Измаилды кем алғанын да белмәгәс... Майор: Ә ниндәй взвод ине был? Ефрейтор: 1-се взвод. Майор: О–hо–hо–оо, 1-се взвод тиhең инде. Юҡ. Улар алғас кире бирмәҫтәр. Уверен, бирмәҫтәр... Ефрейтор бөтөнләй аптырай. Иҫерек кеше кеүек, болғанлай-болғанлай hалдаттар алдына килә. Ефрейтор: (Ыҡ-мыҡ килә) Измаилды белмәнеләр (үҙ-үҙенә) бәлки ябайыраҡ hорау биреп ҡарарғалыр. Тә-әк, рядовой Яруллин, нимә ул Тыуған ил? Яруллин: Э–э–э (тирә-яғына ҡаран). Ефрейтор : Ултыр, наҙан!
|
|