|
| « Февраль 2012 » |
|---|
| Пн | Вт | Ср | Чт | Пт | Сб | Вс |
|---|
| | 1 | 2 | 3 | 4 | 5 | | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | | 27 | 28 | 29 | |
|
|
|
 |
Реклама |
 |
|
 |
 |
Салауатты мәңгеләштереүсенең йортонда йәки «Халыҡ бәхете өсөн көрәш музыкаhы» |
 |
2004 йылда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Указына ярашлы, республикабыҙ халҡы башҡорт батыры, сардар, шағир Салауат Юлаевтың тыуыуына 250 йыл тулыуҙы киң билдәләне. Дәүләт кимәлендәге масштаблы сараларҙан алып, hәр мәктәптә, балалар баҡсаhында Салауаттың исеме оло хөрмәт менән азатлыҡ рухын сағылдырыусы булараҡ телгә алынды. Башҡа киң мәғлүмәт саралары кеүек үк, «Йәшлек» гәзите лә был байрамдан ситтә ҡалманы. Батырҙың тормош юлы, ижады хаҡында әленән-әле материалдар баҫылды, тарихсылар үҙ фекерен белдерҙе, үткән саралар яҡтыртылды. |
 |
Гөрләтеп йәшәйбеҙ әле!.. |
 |
Драматург. Сатирик яҙыусы. Журналист-фельетонсы. Өс йүнәлешле hөнәр. Ләкин бөгөн беҙҙең hүҙ ошо hөнәрҙәр оҫтаhы – Сөләймән Латипов тураhында. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә ул үҙ юбилейын билдәләне. «Сөләймән Йәнғәлиевич, тағы ниндәй hөнәрҙәрегеҙ бар? – ҡәләмдәшебеҙ менән әңгәмә ошо hорауҙан башланды. – Ҡыҙыҡ өсөн бер көнө нисә hөнәр белгәнемде hанап ултырҙым hәм беләhегеҙме ниндәй hығымтаға килдем? – Ниндәй? |
 |
Эсендәге тәрән моңон халҡы күңеленә бөркөнө |
 |
Эсе тулы моң булған кешеләрҙең йөҙө, ҡарашы бөтөнләй башҡаса була бит ул. Мәшhүр йырсы Сөләймән Абдуллин менән яҡындан таныш булмаhам да, моңоноң тәрәнлегенә, hағышына иҫем китә торғайны! Моңло халҡыбыҙҙың иң моңло йырсыларының береhе булды ул. Ана шул күңелендә йөрөткән моңо йөҙөнә, ҡарашына ла сыға төҫлө ине. Һағышлы ҡараштары менән өҙөлөп ҡарағандарын күптәр хәтерләйҙер әле. 15 августа уның тыуыуына 80 йыл тула. Ошо уңайҙан фекерҙәше, рухташы булған йырсы Мәғфирә Fәлиева менән Сөләймән Абдуллин хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ. Яҡты hағышлы итеп хәтерләйек әле Сөләймән ағайҙы! |
 |
Салауат Юлаев хаҡында яңы фильм кәрәр. Уны... Мэл Гибсон төшөрөргә тейеш! |
 |
ХХ быуаттың 90-сы йылдары аҙағы ине. Австрия режиссеры Мэл Гибсондың «Ҡурҡыу белмәҫ йөрәк» (»Храброе сердце») фильмын ҡарап, берсә тетрәнеп, берсә ғәжәпләнеп, күңелдәге хистәргә – урын, баштағы тыуған hорауҙарға яуап таба алмай йонсоғанымды хәтерләйем. «Атаҡ, атаҡ, шул тиклем дә беҙҙең Салауат рухындағы батыр булыр икән! Ул ХII–ХIII быуаттарҙа йәшәгән, ә уның хаҡында фильм бар... Нишләп Салауат Юлаев тураhында төҫлө, хисле нәфис фильм юҡ икән? « Ошондайыраҡ ине ул – тыуған уйҙар, hорауҙар? |
 |
Ҡурай һәм ҡурайсы дуэты |
 |
Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты, ҡурайсы Роберт Юлдашевтың ижадын үҙебеҙ студент саҡтан уҡ күҙәтеп киләм. Бер ҡараһаң, әллә ни күп тә ваҡыт үтмәгән төҫлө – ун –ун биш йыл самаһы. Икенсе яҡтан ҡараһаң, ижадта үҙеңде танытыр , күрһәтер өсөн ярайһы ғына ваҡыт уҙып киткән дә баһа! Ә Роберт үҙен , ысынлап та , һынатманы, киреһенсә, әленән- әле яңы сығыштары менән , ҡурайға, халҡыбыҙ моңона тоғролоғо менән күңелдәрҙе арбап ҡына ҡалманы , ә нисектер йәне теләп башҡарған эшен, үҙен ихтирам итергә мәжбүр итте. |
 |
Рияз Исхаков |
 |
БИОГРАФИК БЕЛЕШМӘ Рияз Исхаҡов 1968 йылда Салауат ҡалаhында тыуған. Мәктәптә уҡығанда культмассовет сектор булған, спектаклдәр ҡуйған. Армия сафында Баҡыла hалдаттарға кино күрhәткән. Өйләнгән. Улы Сыңғыҙға 7 йәш. Рияз – Р. И. ролдакшен» яуаплылығы сикләнгән ойошма етәксеhе. Беҙ уны «Башҡортостан» телевидениеhындағы йөкм әткеле клиптар авторы, тип беләбеҙ. «Ҡоролтайға бағышлау», башҡорт халыҡ йырҙарынан төҙөлгән «Алтын мираҫ» эштәре белгетәр, тамашас ы тарафынан йылы ҡабул ителде. (Бер нисә йыр клиптарын hанарға?) |
|