|
| « Май 2012 » |
|---|
| Пн | Вт | Ср | Чт | Пт | Сб | Вс |
|---|
| | 1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | | 28 | 29 | 30 | 31 | |
|
|
|
 |
Реклама |
 |
|
 |
 |
Тере энциклопедия |
 |
Fилем донъяhы ҡыҙыҡ бит ул. Унда бер үк йүнәлештә ғүмер буйы шөғөлләнеп, ҙур ҡаҙаныштарға ирешкән, йә, киреhенсә, төрлө өлкәләр менән берҙәй ҡыҙыҡhынып, күләмле фән йөгөн күтәреүселәр бар. Һуңғылары миңә Боронғо Греция, Рим ғалимдарын хәтерләтә. Улар ҙа, әйтәйек, математика, астрономия менән берлектә әҙәбиәт менән шөғөлләнгән. Эрнест Фәйзрахман улы Ишбирҙинды күптәр тел белгесе, фән докторы тип белә. Ә бына ҡайhы берәүҙәр «Башҡортостан ҡоштары» китабының авторы ла нәҡ ул икәнен белеп тә бөтмәйҙер әле. |
 |
НЕРВЫ АУЫРЫУҘАРЫ: СӘБӘПТӘРЕ ҺӘМ ТӨРҘӘРЕ |
 |
Психик ауырыуҙар мейе эшмәкәрлеге боҙолоуға бәйле тыуа. Сәбәптәре төрлөсә. Нәҫел буйынса бирелә торғандарын (мәҫәлән, эпилепсия) сирҙең үҙе түгел, ә уны булдырыусы факторҙар, тип аңларға кәрәк. Йыш ҡына психик үҙгәрештәр нигеҙҙә мейенең ҡан йөрөшө боҙолоуҙан (гипертония, атеросклероз) килә. Шул уҡ йүнәлештә физик травмалар (мейе hелкенеү, йәрәхәтләнеү), төрлө ағыуланыуҙар (химик матдәләр, алкоголле эсемлектәр), инфекциялар (киҙеү, туберкулез, сифилис, СПИД) тәьҫир итә. Оҙаҡ hәм ауыр соматик ауырыуҙар (мәҫәлән, бөйөр, йөрәк) менән ауырыу ҙа эҙемтәhеҙ үтмәй, уларҙың күңел төшөнкөлөгөнә, хәтер насарайыуына, психик йомшаҡлыҡҡа, холоҡ үҙгәреүгә hәм башҡа үҙгәрештәргә килтереүе мөмкин. Әлбиттә, аҡыл-зиhен зәғифлегенә килтерә торған сирҙәр ҙә бар. Ҡайhы берәүҙәрҙә ул тыумыштан, бәләкәй саҡтан килә (олигофрения), икенселәрҙә баш травмаhы, алкоголизм, мейе шешеүе (энцефалит, менинго-энцефалит) hөҙөмтәhендә, ҡартайыу осоронда (Альцгеймер йәки Пик ауырыуҙары) күҙәтелә. Оло йәштәге кешеләрҙә психик эшмәкәрлектең кәмеүе, хәтерҙең насарайыуы, зиhен буталыуы, hаташып фекер йөрөтөү, галлюцинация барлыҡҡа килеүе ихтимал. |
 |
 |
ҺЫУҘЫҢ АЛЛАҺЫ БУЛАМЫ? ТЫЛСЫМЛЫ ШИШМӘЛӘР 1 |
 |
Көгөш йылғаhы ярҙары буйынан, шулай уҡ йылғаның уң яҡ яғынан күтәрелгән ҡаялар аҫтынан, ҡайнап-шаулап шишмәләр килеп сыға. Уларҙың hалҡынса hулышы hәм көкөрткә оҡшаған үҙенсәлекле еҫе шунда уҡ моронға килеп бәрелә. Был тирәнән үткәндә тирә-йүндән килгән кешеләр шишмәләргә ябырыла. Кемдәрҙер бисмилла итеп битен йыуа, икенселәре ауыртҡан тамаҡтарын сайҡата, өсөнсөләре сисенеп үк бассейнға төшөп китә... Ә йылғаның аръяғында Красноусол шифаханаhының мөhабәт биналары, дауалау hарайҙары теҙелеп киткән. – Нимә бар был шишмәләрҙә? Уларҙың тылсым көсө нимәлә? – Әллә шишмәләрҙең Аллаhы бармы, юғиhә? – Был көмөштәй hыуҙарҙың шифа мөғжизәләре ниҙән ғибарәт? Әллә, ысынлап та, Тәңрем илаhийымы был? |
 |
ҺЫЙЫР НИ ӨСӨН УЛТЫРМАЙ? |
 |
Борон-барон заманда бер hарайҙа hыйыр менән сусҡа йәшәгән, ти. Улар бик татыу булған, хужаhына hәр саҡ ярҙам иткәндәр: бесән дә әҙерләгәндәр, hыу ҙа алып килгәндәр, hарайҙы ла таҙалағандар. Ләкин hыйыр сусҡаға ҡарағанда аҙыраҡ эшләгән, йәнәhе лә ул hөт бирә. Ә сусҡа ҡап-ҡара булғансы көнө буйы эшләгән, хатта ултырырға ла ваҡыты булмаған. Айҙар, йылдар уҙған. Һыйыр күберәк ултырған, ә сусҡа эшләгән, йүгергән. |
 |
МУЙЫН – СӘЛӘМӘТЛЕК КӨҘГӨҺӨ |
 |
Муйын тиреhенең hығылмалылығы буйынса кешенең биологик йәшен, биҙҙәре эшсәнлегене, формаhына ҡарап йәшәү көсө дәрәжәhен белергә мөмкин. Ҡыҫҡа муйын. Баш мейеhенә ҡан ҡыуыу, иртә склероз булыу, йөрәк эшмәкәрлеге боҙолоу ихтимал. Оҙон муйын. Бронхтар, үпкә hәм тын юлдары ялҡынhыныуы ихтимал. Муйында зәңгәрhыу hыҙыҡтар. Йөрәк эшмәкәрлегендә тайпылыш йәки үпкә сирҙәре. Шешенгән муйын. Биҙ сирҙәре, тиҙ ҡыҙыусанлыҡ тураhында hөйләй. Муйындың бер яҡ тиреhе ялҡынhынған. Лимфатик биҙҙәр ауырыуы. Муйын аҫтында батып торған урын күренмәй. Ашҡаҙан сирҙәре. Муйындың батып торған урынында төйөр бар. Шеш үҫкән. |
 |
Аш-hыу |
 |
Һарыҡ итенән күпселектә былау hәм шешлек әҙерләйҙәр. Бешереү өсөн эре киҫәк ит hөйәге менән алына. 1–1,5 кг ҙурлыҡтағы hарыҡ ите 1 сәғәт 50 минутта бешә, ҡыҙҙырғанда 45–50 минутта өлгөрә. Тоҙланған hарыҡ ите 1,5 сәғәт бешерелә. * * * Шешлек өсөн hарыҡ итенең арт hаны йә арҡа өлөшө алына. Ваҡлап туралған итте тоҙлап, борослап, hуған hәм тәмләткестәр ҡушып лимон hутына йә hеркәгә манып, дүрт-алты сәғәткә эмаль йә быяла hауытҡа тығыҙлап hалып ҡуялар. Йәш мал ите булhа, hөйәге менән ҡабырға өлөшө лә ярай. Һуңынан ит киҫәктәре hуған менән аралаштырылып, шешкә теҙелә hәм ҡыҙыу ҡуҙ өҫтөндә йә электр мейесендә ҡыҙҙырыла. |
|