|
| « Февраль 2012 » |
|---|
| Пн | Вт | Ср | Чт | Пт | Сб | Вс |
|---|
| | 1 | 2 | 3 | 4 | 5 | | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | | 27 | 28 | 29 | |
|
|
|
 |
Реклама |
 |
|
 |
 |
"Йәнде өйкәгән миҙгелдәрем артта, алда көтһөн аяҙ мәлдәрем!" |
 |
Әҙип Риф Тойғон әҙәбиәт hөйөүселәргә шиғриәте, проза, драма әҫәрҙәре менән яҡшы таныш. Ошо көндәрҙә ул үҙенең 60 йәшлек юбилейын билдәләй. Күркәм ваҡиға уңайынан яҙыусы менән осрашып, уның ижад hәм ғүмер юлына байҡау яhаныҡ. Бөгөн Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары вазифаhын башҡарыусы әҙиптең үткәндәр, бөгөнгө, киләсәк хаҡындағы фекерҙәре ҡыҙыҡлы. Улар гәзит уҡыусыларға ла, моғайын, фәhемле hәм ҡыҙыҡлы булыр. – Риф ағай, Ырымбур өлкәhенең Ҡыуандыҡ районы Аҡсура ауылы малайы Өфөгә нисек килеп төпләнде икән? |
 |
"Йәйғор төҫөндә донъям" |
 |
«Айгөл иле» тапшырыуы, «Аҡ тирәк – күк тирәк» ток-шоуы аша таныш беҙгә журналист Рита Өмөтбаева. Мәктәп йылдарынан уҡ «Башҡортостан пионеры», аҙаҡ «Йәшлек», «Башҡортостан» гәзиттәрендә, журналдарҙа мәҡәләләре баҫылып килгән әүҙем йәш хәбәрсе, тора-бара БДУ студенткаhын күптәр матбуғатта эшләр, тип уйлағандыр. Әммә Рита телевидениелағы эште үҙ күрҙе. Был да уның холҡына бәйлелер. Сөнки ул үҙе лә кеше араhында йөрөргә, аралашырға ярата, тап ток-шоуҙарҙағы кеүек, бәхәстәр аша хәҡиҡәт эҙләргә әүәҫ. |
 |
Бар булмышы менән ҡурайсы |
 |
Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияhы лауреаты Ишмулла Дилмөхәмәтов хаҡында хәтирәләр менән уртаҡлашыуын hорап, Башҡортостандың халыҡ артисы, Ҡурайсылар союзы рәйесе Азат Айытҡоловҡа мөрәжәғәт иттек. – Ишмулла ағай менән беренсе осрашыу 1974 йылдың йәйендә, август айҙары булғандыр әле ул, Иҫке Сибай ауылы клубында булды. Беҙ, ҡурайсы студент егеттәр – Хәлим Ситдиҡов, Риф Ҡәйепҡолов hәм мин көндөҙ Ирәндеккә ҡурай йыйырға барғайныҡ. Шунда килбәтhеҙ йыуан бер ҡурайға тап булдыҡ. Унда уйнарлыҡ түгел инде ул, әммә ағай шундайҙарҙы ла тарта торғайны. |
 |
Тере энциклопедия |
 |
Fилем донъяhы ҡыҙыҡ бит ул. Унда бер үк йүнәлештә ғүмер буйы шөғөлләнеп, ҙур ҡаҙаныштарға ирешкән, йә, киреhенсә, төрлө өлкәләр менән берҙәй ҡыҙыҡhынып, күләмле фән йөгөн күтәреүселәр бар. Һуңғылары миңә Боронғо Греция, Рим ғалимдарын хәтерләтә. Улар ҙа, әйтәйек, математика, астрономия менән берлектә әҙәбиәт менән шөғөлләнгән. Эрнест Фәйзрахман улы Ишбирҙинды күптәр тел белгесе, фән докторы тип белә. Ә бына ҡайhы берәүҙәр «Башҡортостан ҡоштары» китабының авторы ла нәҡ ул икәнен белеп тә бөтмәйҙер әле. |
 |
Паразит түгел, пародист ул! |
 |
Учалы районының Мансур ауылында тыуған. Шунда урта мәктәпте, Магнитогорскиҙың тау академияhын тамамлаған. Башта – Учалы муниципаль филармонияhында, аҙаҡ Башҡорт дәүләт филармонияhында ауыҙ-тел жанры артисы булып эшләй. Илнурҙың сәхнәгә килеп инеүе көтөлмәгәнсә булды. Биографияhына күҙ hалhаң да, шул уҡ хәл. Тау академияhын тамамлаған кеше сәнғәт өлкәhендә ни эшләп йөрөй икән, ҡайҙан килеп сыҡҡан? Илнур менән әңгәмәне ошо хаҡта hөйләшеүҙән башланыҡ. |
 |
Ә һин һаман беҙҙең арала |
 |
1995 йыл. БДУ-ның 1-се ятағы. Чечен Республикаhында ҡораллы конфликт башланғас, мәрхәмәтлек йөҙөнән Башҡортостан таулы төбәктең алдынғы ҡарашлы йәштәрен юғары белемле итеү маҡсатынан, вуздарға уҡырға индерҙе. Беҙҙең 1-се ятаҡта ла, күршеләрендә лә ингуш-чечендар йәшәне. Әллә ниндәй әрhеҙ ҡыйыулыҡ бар төҫлө тойолдо уларҙа, хатта беҙҙең егеттәр бер ни тиклем ҡаушай төшкәндәй булды. Сөнки беҙ, ысынлап та, тупhыҙ әрhеҙлеккә әҙер түгелбеҙ. Тап шул мәлдә ятаҡта Фәрғәт исемле егет килеп сыҡты. Саялығы, hәр хәрәкәтендәге үҙ-үҙенә ышаныусанлығы , бер ни тиклем шаянлығы әллә ҡайҙан күҙгә ташланып тора. |
|