yeshlek
  Главная
  Новости
  Башкортостан
  Искусство
  Литература
  Книги
  Русс-баш словарь
  Интересное
  Спорт
  Конкурсы
  Политика
  Экономика
  Образование
  Обьявления
  Нам пишут
  Расширенный поиск
  Новое на сайте
  Обратная связь
«    Май 2012    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
 

Логин
Пароль
 
Молодежная газета
Сайт журналиста
Студия записи
Купить пуховые платки
Спортивный Башкортостан

Башкирская молодежь
 
     
Реклама
Башкирский Портал Республики Башкортостан Аренда музыкальной аппаратуры в Уфе недорого, диджей, дискотека Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Фотогалерея Башкирского Портала
 
ҠУЛДАРЫНАН КИЛМӘГӘН ЭШ ЮҠ
Геннадий Елесеев менән Нәсих Алсынбаевҡа бер йыл элек, hеҙ районда эшҡыуарлыҡ менән танылыу аласаҡhығыҙ, тиhәләр, биллаhи ышанмаҫтар ине. Гена – бокс буйынса тренер, ә Нәсих йәш каратистарҙы тәрбиәләгән. «Икеhе лә разрядлы спортсылар, эшҡыуарлыҡтың бында ниндәй ҡыҫылышы бар?» – тип hораусылар булыр.
Көндәрҙән бер көндө, теүәлерәк итеп әйтhәң, тап бынан ун ай элек ике уҙаман Өфөгә юллана. Барhалар, ни күрәләр? Баш ҡалала йәшәүсе Ринат Fиззәтуллин атлы дуҫтары үҙ эшен – йомшаҡ мебель эшләү менән шөғөлләнә башлаған. Әйткәндәй, ул да спортсы. Ошо идея менән Ринат Көйөргәҙенән килгән ҡунаҡ егеттәрҙе лә дәртләндерә алған. Ана шунан башланған да инде.
 
ЕР АҪТЫ БАЙЛЫҠТАРЫ КҮПМЕ ТОРА?
Мәғлүм булыуынса, Рәсәйҙең тәбиғи ресурстар министрлығы август аҙағында хөкүмәткә «Ер аҫты байлыҡтары тураhында» Кодекстың проектын индерҙе. Яңыраҡ Дәүләт думаhының hул көстәре тарафынан киләhе hайлауҙар менән бергә бөтә Рәсәй референдумы үткәреп, тәбиғи байлыҡтарға милекселек тураhында hорау ҙа индерергә тәҡдим ителгәйне. Әммә уң оппозиция, күпселектән файҙаланып, был мәсьәләне кире ҡағып ҡына ҡалманы, ә ғөмүмән, референдумдарға мораторий индерҙе. Был мәсьәләнең етдилеген аңлау өсөн илдәге тәбиғи байлыҡтың күләмен самаларға кәрәк.
ЮНЕСКО мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй – донъяла иң бай ил. Милли байлыҡ өс өлөштән ғибәрәт: тәбиғи байлыҡ, етештереү сәнәғәте hәм кеше көсө. Дөйөм алғанда, беҙҙә кеше башына 400 мең доллар байлыҡ тура килә. (АҠШ-та – 326, Европала – 237). Тәбиғи ресурстарҙы ғына алғанда иhә, был нисбәт күпләтә арта: ул беҙҙә кеше башына 160 мең доллар, ә АҠШ менән Европала 16 hәм 6 мең генә. Улар яҡшыраҡ эшләгәнгә күрә hәйбәтерәк йәшәй тиhәк, иҡтисадсылар башҡа hандар килтерә: уртаса американлы бер доллар эш хаҡына 1,7 долларлыҡ продукция бирә, ә рәсәйле – 4,6 доллар.
 
Сауҙанан – етештереүгә
Дыуан районында бөтәhе биш йөҙләп кеше бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә, уларҙа 700-ән ашыу кеше эшләй.
Эшҡыуар Илфат Рәфҡәт улы Әхмәтйәновтың фирмаhы «Тимерлан» тип атала. Эш башлағанда, 1998 йылда, ул «Фортуна», hуңыраҡ «Кредо» исемле шәхси кибеттәр асҡайны. Тәүге башланғыс капитал тупланғас та, йүнсел ир эшен тағы ла киңәйтергә, сауҙанан етештереүгә күсергә ҡарар итә. 2001 йылда ағас бысыу цехы асып, таҡта ярҙыра башлай. Уны тағы ла киңәйтеп, оҫтахана асырға ла ниәте бар. «Кредо» кибетенең икенсе ҡатында кафе, бильярд залы, айырым икмәкхана эшләй башлауы ла Илфат Әхмәтйәнов hәм уның тормош иптәше Вилена тырышлығы менән тормошҡа ашҡан.
 
Баҙар хаҡтары
ҺУҒАН ОРЛОҒО АЛЫРҒА ВАҠЫТ ЕТТЕ
Һуңғы аҙнала баҙарҙарҙа яҙғы баҡса эштәре, сәсеү өсөн орлоҡтар, үҫентеләр күпләп һатыла башланы – яҙ етте бит! Үткән аҙнала Өфөнөң Үҙәк баҙарында ит аҙыраҡ һатылған кеүек ине, әле бөтә кәштәләр ҙә туп-тулы, алыусылар ҙа күп кенә.
Түбәндәге таблицала хаҡтар баш ҡаланың Үҙәк баҙары миҫалында, бер килограмм аҙыҡҡа 10 апрелгә ҡарата бирелгән.
 
Хоҡуғыңды бел!
Һалымды артыҡ түләhәң...
1 майға тиклем hалым декларацияларын түбәндәге кешеләр тапшыра:
– Шәхси эшҡыуарҙар, шул иҫәптән килемдән берҙәм hалым түләүселәр;
– Шәхси нотариус, детектив, адвокаттар, билдәләнгән тәртип буйынса шәхси практика менән шөғөлләнеүселәр;
– Физик шәхестәр менән килешеү нигеҙендә килем алған физик шәхестәр, шулай уҡ милекте арендаға биреп килем алыусылар;
– Рәсәй Федерацияhынан ситтә килем сығанағы булған физик шәхестәр;
– Башҡа төр килем алған саҡта, hалым агенттары тарафынан hалым тотоп ҡалынмаған осраҡтарҙа – табыш күләменән.
Был төркөмдәр өсөн декларация биреү мотлаҡ. Ә төрлө урындан эш хаҡы алған кешеләр иhә hалым ташламалары өсөн декларация тултыра ала.
 
Ҡайыштарҙы һығыбыраҡ бәйләгеҙ
– Ит ашамаған кешеләрҙе кем тип йөрөтәләр?
– Вегетариандар...
– Юҡ, пенсионерҙар...
Интернеттан ошо көләмәскә килеп юлыҡҡас, ирекһеҙҙән, пенсионерҙар ғына түгел, ә бюджет хеҙмәткәрҙәре лә, тип өҫтәге килде. Ысын-ысын, бөгөнгө хаҡтар һәм беҙҙең эш хаҡы менән ит тигән нәмәне ауыҙ ҡайырып ашап булмай шул.
Доллар һәм евро курсы артыуға бәйле, магазин кәштәләре сит илдән килтерелгән аҙыҡ-түлектән бушап ҡалды. РФ хөкүмәте сит ил продукттарынан арыныуыбыҙҙың яҡшыға икәнлеге һәм бының үҙебеҙҙең етештереүселәр өсөн тик ҡулай булырға тейешлеге, шунлыҡтан агросәнәғәткә ярҙам итеү кәрәклеге тураһында һүҙ ҡуҙғата. Йәнәһе, Рәсәй ауылдарына йән инер, фермалар мал-тыуар менән тулыр, ҡырҙарҙа иген шаулар, ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеүсе предприятиелар геүләп эшләй башлар...
 

Copyright © 2007. Ak-ufa.ru All Rights Reserved.