|
| « Май 2012 » |
|---|
| Пн | Вт | Ср | Чт | Пт | Сб | Вс |
|---|
| | 1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | | 28 | 29 | 30 | 31 | |
|
|
|
 |
Реклама |
 |
|
 |
 |
«Сыңғыр»ҙа – ҡунаҡта |
 |
Бәләкәй йортта оло эштәр
Киров районының 51-се балалар баҡсаһына йөрөүсе балаларҙы баш ҡаланың иң бәхетле балалары тип әйтеү һис тә яҙыҡ булмаҫ. Сөнки балалар баҡсаһы эстән дә, тыштан да бик матур, заманса итеп төҙөлгән, йыһазландырылған. Шулай булмай ни, уны шундай итеп төҙөү, биҙәү өсөн ҡаҙнанан 69 млн һум аҡса бүленгән бит. 2007 йылдың декабрендә сафҡа индерелгән был балалар баҡсаһында сабыйҙарға тейешле тәрбиә, белем биреү өсөн бөтә уңайлы шарттар ҙа бар. Мөдир Зәкинә Муллабаеваның һөйләүенсә, балалар баҡсаһының өҫтөнлөклө яғы шунда: ике медицина блогы бар. Стоматология, физиотерапия, процедуралар бүлмәләре тейешле ҡорамалдар менән тәьмин ителгән. Айырым йыһазландырылған музыка, физкультура залдары ла зауыҡлы. Ә юл хәрәкәттәрен өйрәнеү бүлмәһе – балаларҙың яратҡан урындарының береһе.
|
 |
БАШҠОРТОСТАН |
 |
БР Дәүләт статистика комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәйҙә октябрҙә үткән халыҡ иҫәбен алыуҙың hуңғы hөҙөмтәләре 2003 йылдың аҙағында халыҡҡа билдәле буласаҡ. БР Дәүләт статистикаhы комитетында 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу hөҙөмтәләре буйынса йыйынтыҡ сығарырға планлаштыралар. 23 сентябрҙә БР Үҙәк hайлау комитетына Башҡортостан Республикаhы Президенты вазифаhына hайланырға теләк белдереп, Алтай крайының сенаторы Рәлиф Сафин ғариза менән мөрәжәғәт итте. Башҡортостанда барлығы 19 кредит ойошмаhы hәм 13 банк иҫәпләнә. Банктар тарафынан иҡтисадтың реаль секторын кредитлау күләме йыл башынан 49 процентҡа артҡан hәм 47,2 млн hум тәшкил итә. Унда предприятиеларҙың бурысы бер проценттан саҡ ҡына күберәк өлөшөн тәшкил итә, был былтырғы күрhәткескә ҡарағанда 1,9 тапҡырға әҙерәк. |
 |
Башҡортостан |
 |
Башҡортостанда килемhеҙ эшләүсе сауҙа предприятиеларының иҫәбе арта бара. Былтыр республика буйынса улар 30,1 процент тәшкил итhә, быйыл 1 авгусҡа ҡарата 20,1 процент. БР Граждандар оборонаhы hәм ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, үткән аҙнала шартлатҡыс матдә hалыныуы тураhында бер нисә ялған шылтыратыу булған. Мәҫәлән, Совет районының эске эштәр идаралығына, Цюрупа урамындағы бер машинаға бомба hалынған, тип шылтыраталар. Әммә министрлыҡ белгестәре үткәргән тикшереү барышында бер ниндәй ҙә бомба табылмаған. |
 |
БАШҠОРТОСТАН ИГЕНЕ – МИЛЛИОН ТОННА! |
 |
Республика баҫыуҙарында иген культураларын урып-hуғыу тамамланды. Башҡортостан игенселәре бураларға 4 млн тоннанан ашыу ашлыҡ hалды. Шулай итеп, «Йәшлек»тең уҙған hандарҙа күҙаллауы дөрөҫкә сыҡты – республика, Краснодар крайынан ҡала, Рәсәйҙә икенсе урынға сыҡты. Донъяла ҡабул ителгән нормаларға ярашлы, беҙҙә йән башына берәр тонна иген етештерелә. Быйыл иген уҙған йылдағына ҡарағанда әҙерәк майҙанда сәселhә лә, яҙ hуҙылыу сәбәпле сәсеү hуңлаhа ла, крәҫтиәндәр мул уңыш үҫтереп, уны юғалтыуhыҙ йыйып алыуға иреште. Һуң булhа ла, уң булды, тиҙәр бындай осраҡта. Афарин! Т. АМАНОВ. |
 |
ҠЫМЫҘ ШӘП ҺЕҘҘӘ, ТИНЕ МӘСКӘҮҘӘР |
 |
Мәскәүҙә уҙған «Эквирос-2003» Бөтөн Рәсәй аттар күргәҙмәhендә Башҡортостандан 119-сы Өфө ат заводы ҡатнашҡайны. Егерменән ашыу ат заводы, аттар өсөн кәрәк-яраҡ етештереүсе предприятиелар ҡатнашҡан был ҙур күргәҙмәлә Өфө ат заводы Баймаҡ ҡушаматлы башҡорт тоҡомло нәҫел айғыры, ҡолонло ике бейә hәм бер урыҫ юртағы бейәhен күрhәтте. Күргәҙмәлә ҡымыҙ эшләү буйынса конкурс та үткәрелде. Унда Марий Эл, Калуга, Рязань өлкәләренән хужалыҡтар hәм Башҡортостандың ике хужалығы ҡатнашты. Күмәк тамашасыларға Башҡортостан ҡымыҙсылары шунда уҡ бейәләрҙе hауып, ҡымыҙ бешеп, йәш ҡымыҙҙы эсереүҙе лә ойошторғайны. Ошонда уҡ ҡоролған тирмә лә баш ҡала халҡында ҙур ҡыҙыҡhыныу тыуҙырҙы. Күргәҙмәнән Өфө ат заводы ике диплом алып ҡайтты. Шулай уҡ завод күрhәткән бейә башҡорт тоҡомо чемпионы исемен hәм алтын миҙал яуланы. Т. АМАНОВ.
|
 |
УРАЛТАУҘА ТАТАР ЭҘҘӘРЕ ЙӘКИ КЕМ ЭҘ ҠАЛДЫРЫРFА ТЫРЫША? |
 |
Синоптиктар быйыл көйәҙ көҙ вәғәҙә итhә лә, тәбиғәт үҙенең мәрхәмәтенән ташламай. Һирәк кенә булhа ла ҡояш йылыhын мул итеп өләшеп ҡуя. Был ҡыҙҙырыуға ҡыуанабыҙ ғына, ни тиhәң дә ул йәнгә рәхәтлек бирә, күңелдәрҙе күтәрә. Әммә ҡыҙҙырыуҙың икенсе төрө киреhенсә, күңелгә ауыр йөк булып ята. Мәҫәлән, hуңғы ваҡытта, билдәле инде, hайлауҙарға бәйле, сәйәси аренала көсөргәнеш ҡыҙғандан-ҡыҙа бара. Утҡа кәрәсин hипкәндәй, «ут күршеләр»ебеҙ ҙә утын йәлләмәй, усаҡҡа өҫтәп кенә тора. Был йүнәлештә «Татарстан яшьләре» гәзите алдынғылыҡты бирмәй. 9 октябрҙә донъя күргән сираттағы hанында гәзит уҡыусыға билдәле Фәүзиә Байрамова ханымдың «Уралтауҙа татар эҙҙәре»н эҙләп ҡайтыуы айҡанлы әңгәмә баҫыла. «Сәйәхәтемдең төп маҡсаты – Уралтауҙағы боронғо тарихи урындар менән танышыу, яҙасаҡ әҙәби әҫәрем өсөн материал туплау ине»,– ти ул хәбәрсегә. Артабан башлана ла инде «үҫмер балалар өсөн мажаралы тарихи әҫәр»гә материалдар йыйыу мажараhы. |
|