yeshlek
  Главная
  Новости
  Башкортостан
  Искусство
  Литература
  Книги
  Русс-баш словарь
  Интересное
  Спорт
  Конкурсы
  Политика
  Экономика
  Образование
  Обьявления
  Нам пишут
  Расширенный поиск
  Новое на сайте
  Обратная связь
«    Февраль 2012    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
 

Логин
Пароль
 
Молодежная газета
Сайт журналиста
Студия записи
Купить пуховые платки
Спортивный Башкортостан

Башкирская молодежь
 
     
Реклама
Башкирский Портал Республики Башкортостан Аренда музыкальной аппаратуры в Уфе недорого, диджей, дискотека Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Фотогалерея Башкирского Портала
 
Әүлиә шишмәһе һәм Сәғит мәсете сафландырыр
Көйөргәҙе районының Таймаҫ ауылында Шалтран шишмәhенән hыу алып, төрлө файҙалы эсемлектәр эшләйҙәр, уны ла ауылда мәсет hалдырыусы Сәғит хажи Исмәғилев ойошторған, тигән хәбәрҙәр Өфө тарафтарына бик тиҙ килеп етте. Таймаҫтың Ырымбур сигендәге төпкөл ауыл икәнлеген иҫәпкә алып, хәбәрҙе ишетеү менән юлға сыҡтыҡ. Әлбиттә, барлыҡ изге эштәрҙең башында тороусы Сәғит Фәтхелислам улын үҙен күреп булманы. Әммә урындағы ваҡ эшҡыуарлыҡ менән етәкселек итеүсе бер туған Зәлифә апаhы бар эш барышы менән ихлас таныштырҙы.
 
Мин ожмахта "Салауат Юлаев""ты күрҙем
САХАРОВА ЭШЕ

Үкенескә күрә, бөгөн Александра Сергеевна тереләр араhында юҡ инде. Әммә бынан өс тиҫтәнән ашыу йыл элек ул ҙур эш башҡарған. – Өфөнөң Ботаника баҡсаhында 8 яңы сорт сирень сығарып, уларҙы дәүләт тикшереүенә селекция станцияhына ебәргән. Иҫ киткес hоҡланғыс кеше, үҙ эшен яратҡан белгес ине, тип хәтерләй уны белеүселәр. Сахарованы Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә яҡшы белгәндәр. АҠШ-тың сирень сығарыусылар ассоциацияhында уның фекере менән иҫәпләшкәндәр, кәңәшләшкәндәр.
 
Тормош - үҙе көлкө майҙаны "һул" яҡҡа ла йөрөргә кәрәк
Салауат Ҡусҡарбаевты телевизор ҡараусылар, Башҡорт дәүләт филармонияhына йөрөүселәр яҡшы белә. Төрлө көлкө кисәләрендә, Яңы йыл байрамдарында, концерттар йылмайта, хахылдата торған урындарында сәхнәгә Ҡусҡарбаев килеп сыға. Ҡыҙыҡ Ҡотлоәхмәтович менән бергә уйнаған артисты уның улы, тип тә бөттөләр.
Сығышы менән ул – Ейәнсура районының Муйнаҡ ауылынан. Әлеге көндә ғаиләhе менән Өфөлә йәшәй. Өфө дәүләт сәнғәт училищеhының вокал бүлеген, БДУ-ның тарих факультетын тамамлан. (Кисен ауыҙ-тел жанры артисы булып китте икән, тип уйлап алдым.
 
"Йәйғор төҫөндә донъям"
«Айгөл иле» тапшырыуы, «Аҡ тирәк – күк тирәк» ток-шоуы аша таныш беҙгә журналист Рита Өмөтбаева. Мәктәп йылдарынан уҡ «Башҡортостан пионеры», аҙаҡ «Йәшлек», «Башҡортостан» гәзиттәрендә, журналдарҙа мәҡәләләре баҫылып килгән әүҙем йәш хәбәрсе, тора-бара БДУ студенткаhын күптәр матбуғатта эшләр, тип уйлағандыр. Әммә Рита телевидениелағы эште үҙ күрҙе. Был да уның холҡына бәйлелер. Сөнки ул үҙе лә кеше араhында йөрөргә, аралашырға ярата, тап ток-шоуҙарҙағы кеүек, бәхәстәр аша хәҡиҡәт эҙләргә әүәҫ.
 
Рәшит Солтангәрәев исемендәге мәктәп бар Башҡортостан тигән ҙур илдә
Көйөргәҙе районының Таймаҫ дөйөм белем биреү мәктәбендәге Рәшит Солтангәрәевтың ижад кабинетын асыу бик шәп инде! Моғайын, Рәшит ағай үҙе лә шулай тиер ине. Сөнки ул иҫән сағында уҡ үҙ баhаhын белгән кеше ине ул. Унда яҙыусының шәхси альбомынан рәсемдәре, китаптары, яҙыу машинкаhы, костюмы, Өфө урамдарында ғорур күтәреп йөрөгән күн сумкалары hәм башҡа шәхси әйберҙәре урын алған. Яҙыусының шәжәрәhе шулай уҡ иғтибарҙы йәлеп итә. Ижад бүлмәhен ойоштороусы – әҙиптең бер туған hеңлеhенең ҡыҙы мәктәптең рус теле hәм әҙәбиәте уҡыусыhы Гөлнур Карамат ҡыҙы Хәмитова. Әгәр Рәшит Солтангәрәев исеме мәктәпкә 2004 йылда бирелhә, 2005 йылда уның алдында әҙипкә бюст ҡуйылған (авторы – Фәрит Мөстәҡимов).
 
Ҡанатлы Бабич
Тереләр үлгәндәрҙең күҙен яба, үлгәндәр тереләрҙең күҙен асып китә. Башҡорт халҡы үҙенең һәләк булған һөйөклө шағиры Шәйехзада Бабичтың күҙҙәрен ябып, уны тәрбиәләп ҡуя алманы, бәхилләшеү мәлендә башынан һыйпай алманы.
Бабич иһә үҙенең янып йәшәүе һәм ижад итеүе менән генә түгел, азатлыҡ яулау юлында һәләк булыуы менән дә күптәрҙең күҙен асып китте, көрәштең еңел булмаясағын, мәкерҙең, яуызлыҡтың, хыянаттың аҙым һайын аңдып торасағы тураһында иҫкәртеп китте. Туған милләтен уяулыҡҡа , берҙәмлеккә саҡырып китте.
 

Copyright © 2007. Ak-ufa.ru All Rights Reserved.