Салауат Ҡусҡарбаевты телевизор ҡараусылар, Башҡорт дәүләт филармонияhына йөрөүселәр яҡшы белә. Төрлө көлкө кисәләрендә, Яңы йыл байрамдарында, концерттар йылмайта, хахылдата торған урындарында сәхнәгә Ҡусҡарбаев килеп сыға. Ҡыҙыҡ Ҡотлоәхмәтович менән бергә уйнаған артисты уның улы, тип тә бөттөләр. Сығышы менән ул – Ейәнсура районының Муйнаҡ ауылынан. Әлеге көндә ғаиләhе менән Өфөлә йәшәй. Өфө дәүләт сәнғәт училищеhының вокал бүлеген, БДУ-ның тарих факультетын тамамлан. (Кисен ауыҙ-тел жанры артисы булып китте икән, тип уйлап алдым. Ярар, бөтәhе hөйләшеү барышында асыҡланыр. – Салауат, hеҙ нишләп Башҡортостандың халыҡ артисы Вәлит Илембәтов – Ҡыҙыҡ Ҡотлоәхмәтович менән ике тамсы hыу кеүек оҡшаш hуң ул? – Белмәйем, кешеләргә нишләп улай тойолалыр, әммә бер райондан булhаҡ та, атайҙарҙың, әсәйҙәрҙең дә бер гонаhы юҡ. Чисто случайность! Ә былай, миңә ҡалhа, беҙ бөтөнләй оҡшаш түгел. Әлеге сәстәр ҡара, күҙҙәр ҡара, мыйыҡтар ҡара шул. Ҡалған нәмәләребеҙ бик ныҡ айырыла, ышанмаhағыҙ, бергә ултырып ҡарағыҙ. – Нисек филармонияла ауыҙ-тел жанры артисы булып эшләп киттең? Һин бит вокал бүлеген тамамлағас – йырларға, тарих факультетын тамамлағас, уҡытырға тейеш инең? – Юҡ, йырламайым да, уҡытмайым да. – Йырламағас , нишләп вокал бүлегенә уҡырға индең? – Йырлармын кеүек ине. – Ә былай йырлайhыңмы? – Кеше ишетмәгәндә... – Ә тарих факультеты? – Ҡыҙыҡ факультет та инде. Етмәhә, юғары белем дә кәрәк. – Филармониялағы эшең? –Унда мин II курста уҡығанда уҡ эшләй башлағайным. Эшкә Вәлит ағай Илембәтов саҡырҙы. Бының өсөн уға рәхмәтлемен. Ҡыҙыҡ Ҡотлоәхмәтович менән эшләүе биик-и-к ҡыҙыҡ ул! – Эшең оҡшаймы? –Оҡшай. Бик оҡшай! Бөтә йәшәйешең шуға тап килеп торғас – ҡайҙа бараhың инде... – Кемдәрҙең әҫәрҙәрен уҡыйhың? Fөмүмән, сәхнәнән уҡыр өсөн юмор әҫәрҙәре яҙыусылар бармы беҙҙә? – Бар. Бик шәп әҫәрҙәр яҙыусылар бар, әммә уларға түләүселәр генә юҡ! – Нисек инде? – Бына, мәҫәлән, миңә сәхнәнән уҡырға юмореска кәрәк булhа, Рәдиф ағай Тимершинға, Юнир ағай Салауатовҡа, Марат Кәбировҡа мөрәжәғәт итәм. Рәдиф ағай, hин беләhең бит инде беҙҙең аҡса юҡ, тик халыҡтың көләhе, беҙҙең көлдөргө килә, тим. Улар аңлап тора. Был күренеш хаҡында үҙе юмореска яҙырлыҡ. – Юмореска яҙыусыларға түләнмәйме ни? –Түләнмәй тиhәм, өс тинме шунда түләйҙәр бит инде, түләнә тиhәм, шул да булдымы хаҡ?! тип әйткән ти берәү. – Рәсәй шоу-бизнесында Евгений Петросян үҙе генә юмор, сатира аша күпме аҡса эшләй. Беҙ был эш үҙе көлкөлө хәлдә уйлаhа? – Беҙҙә хатта ауыҙ-тел жанры, юмор артисы өсөн махсус уҡыған кеше лә, уҡытҡан бүлек тә юҡ. Һуңғы йылдарҙа ғына эстрада артистарын әҙерләй башланылар. Сәхнәнән көлдөрөүселәрҙе уҡытмау, тормошта юмор юҡ тьигәнде аңлатмай шуhыны hәйбәт. – Тормош шулай уҡ ҡыҙыҡмы, hинеңсә? –Иҫкитмәле! Юмор – аҙым hайын. Беҙҙең халыҡ әйтеп аңлатып булмаҫлыҡ тәрән юморға эйә. Йәнә лә башҡорттарға кинәйәле итеп, ҡыҙыҡлы фекерҙе әйтеү хас. – Мәҫәлән? – Ана, ауылдарға барып, ир-ат, ҡатын-ҡыҙ йыйылышҡан урында, мәжлестәрҙә нимә hөйләшкәндәрен тыңлап ҡара, эсең ҡатырлыҡ! Үҙенсәлеге шунда – халыҡ ерле-юҡҡа көлмәй. – Ә нимәнән көлә hуң? – Юмор нимә ул? Ул – тормоштоң етешhеҙлектәренән, килешеп бөтмәгән яҡтарын йылмайыу аша күрhәтеү. Кемдер уны аңлай, кемдер аңламай. – Ә hин аңлайhыңмы hуң? – Аңлайым, ныҡ аңлайым. Көлөргә лә, көлкөлө хәлгә тарырға ла яратам. Атайыма бәләкәй саҡта: «Малайҙар мине, Салтау, Салтау – күкәйе биш-алтау, тип ирештерәләр,» – тип ҡайтып әйттем. Сөнки был ҡушамат ялҡытып киткәйне. Ә ул миңә кәңәш бирҙе, hин башҡалар менән бергә үҙ - үҙеңдән көлөргә өйрән , шунан йәшәүе ҡыҙыҡлыраҡ та , күңеллерәк тә булыр, тине. Ул хаҡлы булып сыҡты. Хәҙер кеше көлдөрөп, кешенән көлөп тик йөрөйөм. – Кешенән көлөргә ярамай ҙа инде. – Кем әйтә уны. Ярай, нишләп ярамаhын, ти?! Яуыз көлөргә ярамай – быныhы дөрөҫ. Ә юмор тормошҡа оптимист күҙлегенән ҡарарға ярҙам итә. – Кешенән көлгән кешенең үҙенең етешhеклектәре бөтөнләй булмаҫҡа тейеш түгелме? – Улай түгел. Минең етешhеҙлектәрем – муйындан! Уларҙан арынырға ла теләмәйем. Иң мөhиме – ғаиләмдә аңлап ҡарайҙар. – Белмәйем шул. Бына миңә, Салауат «hул» яҡҡа йөрөргә ярата, тип хәбәр ишеттерҙеләр бит әле. – Эйе, ҡатын өйҙә булмағанда... Бүлмәнән hул яҡҡа боролоп... газда аш йылытырға, сәй ҡайнатып эсергә тура килә шул. Уң яҡ булғас, hул яҡ бар. Ал яҡ булғас, арт яҡ бар. Төрлө яҡҡа йөрөй кеше. Тормош бит ул. Йөрөштөрөп торабыҙ: эштән ҡайтабыҙ, эшкә китәбеҙ – шунhыҙ булмай. – Етешhеҙлектәр тигәндән, аңлы рәүештә берәйhенән арынғаның бармы? –Тәмәкене ташланым. Нәжес менән туҡланғанмын икән. Рәхәт булып ҡалды. – Ҡайhы ереңә рәхәт булып ҡалды? – Бигерәк тә мыйыҡ менән танау эсендәге йөндәр шат. Улар хәҙер hарғаймай, өтөлмәй. |