yeshlek
  Главная
  Новости
  Башкортостан
  Искусство
  Литература
  Книги
  Русс-баш словарь
  Интересное
  Спорт
  Конкурсы
  Политика
  Экономика
  Образование
  Обьявления
  Нам пишут
  Расширенный поиск
  Новое на сайте
  Обратная связь
«    Март 2011    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
 

Логин
Пароль
 
Молодежная газета
Сайт журналиста
Студия записи
Купить пуховые платки
Спортивный Башкортостан

Башкирская молодежь
 
     
Реклама
Башкирский Портал Республики Башкортостан Аренда музыкальной аппаратуры в Уфе недорого, диджей, дискотека Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Фотогалерея Башкирского Портала
 
Салауат Юлаев хаҡында яңы фильм кәрәр. Уны... Мэл Гибсон төшөрөргә тейеш!
ХХ быуаттың 90-сы йылдары аҙағы ине. Австрия режиссеры Мэл Гибсондың «Ҡурҡыу белмәҫ йөрәк» (»Храброе сердце») фильмын ҡарап, берсә тетрәнеп, берсә ғәжәпләнеп, күңелдәге хистәргә – урын, баштағы тыуған hорауҙарға яуап таба алмай йонсоғанымды хәтерләйем. «Атаҡ, атаҡ, шул тиклем дә беҙҙең Салауат рухындағы батыр булыр икән! Ул ХII–ХIII быуаттарҙа йәшәгән, ә уның хаҡында фильм бар... Нишләп Салауат Юлаев тураhында төҫлө, хисле нәфис фильм юҡ икән? « Ошондайыраҡ ине ул – тыуған уйҙар, hорауҙар?
Ысынлап та, «Ҡурҡыу белмәҫ йөрәк» фильмын ҡарап, шотланд халҡының милли батыры Уильям Уоллес менән танышып, башҡорт халҡының батыры Салауат Юлаев хаҡында уйланмау мөмкин түгел. Сөнки улар икеhе лә халҡы, иле, ере азатлығы өсөн изге яуға сыҡҡан батыр, шағир йөрәкле сардарҙары! Иманым камил, ҡаты бәғерле, ҡара hуғыш алып барғандарҙы халыҡ, тарих бөтөнләй башҡаса хәтерләр ине. Ә Салауатҡа, Уоллесҡа ҡарата кешеләрҙең күңелендә иң беренсе тәрән мөхәббәт, hоҡланыу, ғорурлыҡ тойғолары hаҡлана. Уларҙың исемдәре азатлыҡ символына әйләнгән. Был ике батырҙың ҡулға алыныуҙары ла бары тик шиғри, киң күңелле, ышаныусан, эскерhеҙ булыуҙан килә. Был ике азатлыҡ көрәшсеhен уйлап, тарихты өйрәнеүселәр икеhен дә аҙаҡҡы көндәренө, минуттарына тиклем идеяларына тоғро ҡалыуҙарын, бер ниндәй hынау ҙа, яза ла рухтарын hындыра алмауҙарын билдәләй. Бар халыҡты артынан эйәртеп, яугирҙарына эш хаҡы түләп, йәп-йәш көйөнә бригадир булған Салауаттың шәхесе таң ҡалдыра, уйландыра, hыҙландыра, илата, йырлата!!!
«Ҡурҡыу белмәҫ йөрәк» фильмын ҡарағас, шотланд халҡы, уларҙың батыры хаҡында ҡыҙыҡhынып, бик күп кенә мәғлүмәт тупланды. Уларҙың яҙмышы минең халҡымдыҡы ише икән. тинем. Быуаттар буйына шотланд халҡы инглиздәрҙән иҙелеп йәшәгән. «Урыҫ байы теҙгә сүгендерhә, башҡорт байы ергә ятҡырҙы», – тип шағир әйтмешләй, шотландтарҙы ла үҙ байҙары иҙгән, инглиз түрәләренә улар шәхси милек, байлыҡ өсөн hатылып, халыҡ мәнфәғәтен яҡлап сыҡмаған.
Юлай Аҙналин алдынғы ҡарашлы, көслө рухлы старшина булған кеүек, Малколм (Уильямдың атаhы) шулай уҡ ғәҙеллекте яҡлаған, тәрән фекер йөрөткән, үҙ ҡәүемендә ихтирам ҡаҙанған ир-уҙаман булған. Улдарында еренә, hыуына, халҡына, моңдарына hөйөүҙе улар тәрбиәләнгән. Салауаттың шәхесе hәр бер башҡорт өсөн изге бетеү, азатлыҡтың асыҡ сағылышы булыуы хаҡында әйтеп торорға ла түгел.
Шуға күрә мәҡәләмдә Уильям Уоллес кеүек шотланд батыры хаҡында күпләп hөйләп китеүем кемдәргәлер, бәлки, аңлашылмаҫ. Нимәгә беҙгә башҡа батырҙар, башҡорт ере батырҙары менән күптән дан ҡаҙанған, тиерҙәр. Әммә кинәйәм юҡҡа түгел.
Салауатыбыҙҙың исемен батшабикә ни тиклем генә юҡ итергә, шәхесте халыҡ хәтеренән юйып ташларға теләhә лә, шағир Рәшит Шәкүр әйтмешләй: «Мәңгелеккә илдән hөрhәләр ҙә, мәңгелеккә ҡайтты Салауат!» Һәр бер быуында Салауат исемен йөрөтөүсе малайҙар, егеттәр, ирҙәр етерлек! Колхоз-совхоз, ҡала-район, пароход-бронепоезд, хоккей-мотоуҙышсылар командалары, проспект-урамдар батырыбыҙ исеме менән аталған. Башҡортлоҡ, башҡорт символына әйләнгән Салауат Юлаев республикабыҙҙың Дәүләт гербында урын алған. Үткән йылдан башлап йыл hайын Башҡортостанда Башҡортостан Президенты Указы менән Салауат көндәре үтә. Былар бөтәhе лә – ҙур ҡаҙаныш!
Әммә заман технологиялары алға киткән, кинематография ҙур үҫеш алған заманда милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың исемен тағы ла бер тапҡыр хәтеребеҙгә кинотаҫмалар аша теркәп ҡуйыу зарурлығы күптән етте. Яков Протазановтың Степан Злобин сценарийы буйынса төшөрөлгән «Салауат Юлаев» фильмы бар. Был – hәйбәт. Ул фильм күптәрҙе Бөйөк Ватан hуғышында батырлыҡҡа әйҙәгән. Яугирҙар үҙҙәре үк, ниндәй кино еңеүгә саҡыра, тигән hорауға, Чапаев, Салауат Юлаев тураhындағы фильмдар, тип яуап биргән.
Әммә заман башҡа – заң башҡа. Салауат Юлаев кеүек сардар, шағир, батыр тураhында, беренсенән, төҫлө, хисле, тулы метражлы нәфис фильм кәрәк. Икенсенән, сценарий бөтөнләй заман ҡалыптарына hыйып, ниндәйҙер идеяға эйәреп яҙылырға тейеш түгел. Салауат хаҡындағы фильм башҡорт халҡының менталитетын, милли үҙаңын, үҙенсәлеген, йолаларын, фольклорын, мәҙәниәтен тәрән сағылдырған, Салауатты милләттәштәре, тыуған яғы фонында, ерлегендә асҡан азатлыҡ – мәңгелек, мөхәббәт, нәфрәт, хыянат – тоғролоҡ фильмы булырға тейеш.
Страница 1 из 2 | Следующая страница
 
Уважаемый посетитель, Вы зашли на сайт как незарегистрированный пользователь. Мы рекомендуем Вам зарегистрироваться либо зайти на сайт под своим именем.

Другие новости по теме:

  • Хөрмәтле Яков Александрович!
  • Салауат образына кино сәнғәте бурыслы әле
  • ЯҢЫ ПРЕМЬЕРА МИҘГЕЛ АСА
  • Салауатты мәңгеләштереүсенең йортонда йә ...
  • Мин ожмахта "Салауат Юлаев""ты күрҙем


  •  

    Copyright © 2007. Ak-ufa.ru All Rights Reserved.