yeshlek
  Главная
  Новости
  Башкортостан
  Искусство
  Литература
  Книги
  Русс-баш словарь
  Интересное
  Спорт
  Конкурсы
  Политика
  Экономика
  Образование
  Обьявления
  Нам пишут
  Расширенный поиск
  Новое на сайте
  Обратная связь
«    Март 2011    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
 

Логин
Пароль
 
Молодежная газета
Сайт журналиста
Студия записи
Купить пуховые платки
Спортивный Башкортостан

Башкирская молодежь
 
     
Реклама
Башкирский Портал Республики Башкортостан Аренда музыкальной аппаратуры в Уфе недорого, диджей, дискотека Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Фотогалерея Башкирского Портала
 
Рияз Исхаков
БИОГРАФИК БЕЛЕШМӘ

Рияз Исхаҡов 1968 йылда Салауат ҡалаhында тыуған. Мәктәптә уҡығанда культмассовет сектор булған, спектаклдәр ҡуйған. Армия сафында Баҡыла hалдаттарға кино күрhәткән. Өйләнгән. Улы Сыңғыҙға 7 йәш. Рияз – Р. И. ролдакшен» яуаплылығы сикләнгән ойошма етәксеhе. Беҙ уны «Башҡортостан» телевидениеhындағы йөкм әткеле клиптар авторы, тип беләбеҙ. «Ҡоролтайға бағышлау», башҡорт халыҡ йырҙарынан төҙөлгән «Алтын мираҫ» эштәре белгетәр, тамашас ы тарафынан йылы ҡабул ителде. (Бер нисә йыр клиптарын hанарға?)
Рияз Исхаҡов:
«МИҢӘ АЗАТ РӘССАМ БУЛЫУ ОҠШАЙ»
Рияздың киләсәккә пландары, ниндәй уйҙар менән янып йөрөй??? Йәш ижадсы менән ошо хаҡта әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Рияз, hин «Башҡортостан» телевидениеhы өсөн йөкмәткеле, уңышлы клиптар эшләүең менән танылыу яуланың тип әйтә алаhыңмы?
– Мин үҙемде ул тиклем популяр кеше тип әйтмәҫ?? Әйткәндәй, шул уҡ телевидениелағы халыҡ яратып ҡабул иткән клиптарҙың бөтәhенең дә авторы мин түгел. Телевидение өсөн бик күптәр клип эшләй.
Миңә азат рәссам булыу оҡшай. Шуға күрә үҙемдең ойошмамды тупланым. Беҙ үҙебеҙгә эшье үҙебеҙ hайлайбыҙ, беҙгә шулай ирекле рәүештә эшләү оҡшай. Һәр эшебеҙҙе теләп, өйрәнеп башҡарабыҙ. Беҙгә үҙебеҙ яратҡан эште эшләүе лә ҡыҙыҡлы. Дәүләт ойошмаларфында, әйтәйек, киностудияла оператор табыу, штат, аҡса мәсьәләhе – бөтәhе лә, минеңсә, фильм төшөөрөүҙе тотҡарлай. Йылдар, ваҡыт үтә тора. Биш йылға бер фильм төшөрөргә мөмкин. Был минең өсөн ҡыҙыҡ түгел, ихтыяржымды ҡәнәғәтләндермәй. Миңә штатта тороп, эш хаҡы түләп, ниндәйҙер вазифа ла тәҡдим иткәндәре бар, әммә мин үҙ юлыдым hайланым.
– Ә шулай ҙа, Рияз, «Алтын мираҫ» уңышлы килеп сығыуы менән килешәhеңдер?
– Беҙ тамашасының күңел талабын, зауығын ентекле өйрәнәбеҙ. Бөгөн беҙ башҡорт мәҙәниәтенә hорау ҙур, әммә уның халыҡ ҡарамағына тамашасыға тәҡдим итеү юлдары иҫкергән. Шуға күрә беҙ үҙ алымыбыҙҙы эҙләп ҡараныҡ. Башҡорт халыҡ йырҙарын популярлаштырыу уйынан башланды был эш. Беҙҙең теләк – әҙерлекhеҙ тамашасы ла клиптарҙы ҡарағөандан hуң халыҡ йырына йәлеп итеү. Ул йырҙар заманса эшкәрт елде. Композитор Урал Иҙелбаев йырҙар өҫтөндә эшләне.
– Нисек инде эшкәртелде? Улар тамашасыға яңыса тәҡдим ителде, тип әйтмәксеhеңме?
– Эйе, бары тик «Буранбай» ғына ҡурай моңо аҫтында башҡарылды. Әммә ул йыр шуның өсөн hуңғараҡ бирелде. Сөнки иң беренсе маҡсат – күҙҙәр аша йырҙың йөкмәткеhен, ҡолаҡтар аша яңыса яңғырашы менән тамашасыны йәлеп итеү.
– Башҡа милләт вәкилдәренең дә ул клиптарҙы ылығып ҡарағанын беләм...
– Тимәк, беҙ ниндәйҙер кимәлдә үҙ маҡсатыбыҙҙы ирешкәнбеҙ. Сөнки рус телле йәки ҡалала йәшәүсе иң беренсе күҙҙәр аша йыр йөкмәткеhенә иғтибар итергә тейеш ине.
– Тамашасы талабын өйрәнеүҙе нисек ойоштораhығыҙ?
– Төрлөсә эшләйбеҙ. Әйтәйек, уралдан бөтөнләй таныш булмаған кешеләрҙе саҡырып керетәбеҙ hәм фекерҙәрен ҡарайбыҙ, нисек ҡабул итеүҙәренә иғтибар итәбеҙ. Кемдәргә, ни өсөн оҡшауын, оҡшамауын hорайбыҙ.
Бер егетебеҙҙең әсәhе Әбйәлил районында уҡытыусы булып эшләй. Ул әсәhенә видеотаҫмаларҙы ебәрә hәм уҡыусыларҙың, уҡытыусыларҙың, ауыл кешеләренең зауығын ана шулай өйрәнергә тырышабыҙ.
– «Ҡарағайға бағышлау» үҙенсәлекле килеп сыҡҡан. Уны нисек, ҡайҙа төшөрҙөгөҙ?
– Уны беҙ Учалы районында төшөрҙөк. Унда 800-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Беҙгә был ҡыҫҡа митражлы фильмдафекер төйөнөн табыу мөhим ине, беҙ таштарҙан түңәрәк эшләү менән халыҡты туплауҙы hүрәтләргә булдыҡ. Был – художестволы уйҙырма.
Районда беҙгә ярҙам иттеләр. Йөк ташыу машиналары бер нисә йөк таштар ташлап китте hәм бөтә төшөрөү төркөмө төнөн таштарҙы өйөргә сыҡтыҡ. Яҡында ғына туристар ял итә ине. Улар бер төрлө итеп кейенгән (халыҡ араhында эшләгәндә бер-беребеҙҙе тиң күреп, таныу өсөн беҙҙең төркөмдөң сағыу ҡыҙыл төҫтә махсус кейеме бар) ир-егеттәрҙең таш өйөп йөрөүен күреп, башта ҡурҡып китте. Аҙаҡ палаткаларына инеп юғалдылар. Уларҙың беҙҙе кем тип таныуҙары – беҙгә билдәhеҙ.
Был ҡыҫҡа метражлы фильмды төшөрөүҙә беҙ үҙебеҙҙең эште ҡатмарлаштырырға тырыштыҡ. Әйтәйек, ялан даны усаҡ, яугирҙәр, hыбайлылар. Үҙенә күрә тарихи филиьм өсөн әҙерлек кеүек ине.
Страница 1 из 2 | Следующая страница
 
Уважаемый посетитель, Вы зашли на сайт как незарегистрированный пользователь. Мы рекомендуем Вам зарегистрироваться либо зайти на сайт под своим именем.

Другие новости по теме:

  • "Ер һәм кешеләр" фестивале конкурсанттар эҙл| ...
  • Салауат образына кино сәнғәте бурыслы әле
  • "Башҡорт бейеуен бейегем килә"
  • "Сәләм"ле иртәләр сәмлерәк, "Сә ...
  • Ҡурай һәм ҡурайсы дуэты


  •  

    Copyright © 2007. Ak-ufa.ru All Rights Reserved.