yeshlek
  Главная
  Новости
  Башкортостан
  Искусство
  Литература
  Книги
  Русс-баш словарь
  Интересное
  Спорт
  Конкурсы
  Политика
  Экономика
  Образование
  Обьявления
  Нам пишут
  Расширенный поиск
  Новое на сайте
  Обратная связь
«    Март 2011    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
 

Логин
Пароль
 
Молодежная газета
Сайт журналиста
Студия записи
Купить пуховые платки
Спортивный Башкортостан

Башкирская молодежь
 
     
Реклама
Башкирский Портал Республики Башкортостан Аренда музыкальной аппаратуры в Уфе недорого, диджей, дискотека Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Фотогалерея Башкирского Портала
 
Рәшит Солтангәрәев исемендәге мәктәп бар Башҡортостан тигән ҙур илдә
Көйөргәҙе районының Таймаҫ дөйөм белем биреү мәктәбендәге Рәшит Солтангәрәевтың ижад кабинетын асыу бик шәп инде! Моғайын, Рәшит ағай үҙе лә шулай тиер ине. Сөнки ул иҫән сағында уҡ үҙ баhаhын белгән кеше ине ул. Унда яҙыусының шәхси альбомынан рәсемдәре, китаптары, яҙыу машинкаhы, костюмы, Өфө урамдарында ғорур күтәреп йөрөгән күн сумкалары hәм башҡа шәхси әйберҙәре урын алған. Яҙыусының шәжәрәhе шулай уҡ иғтибарҙы йәлеп итә. Ижад бүлмәhен ойоштороусы – әҙиптең бер туған hеңлеhенең ҡыҙы мәктәптең рус теле hәм әҙәбиәте уҡыусыhы Гөлнур Карамат ҡыҙы Хәмитова. Әгәр Рәшит Солтангәрәев исеме мәктәпкә 2004 йылда бирелhә, 2005 йылда уның алдында әҙипкә бюст ҡуйылған (авторы – Фәрит Мөстәҡимов). Әлбиттә, был бюст яңыртыуҙы талап итә. Ябай кеше күҙе менән ҡарағанда ла, ундағы ҡайhы бер етешhеҙлектәр күҙгә ташланып тора. Ошо ауылдан сыҡҡан скульптор Өлфәт Ҡобағашев, моғайын, әҙипте башҡасараҡ күрәлер. Рәшит ағайҙың киләhе юбилейҙарының береhендә яңы hәйкәлде күрергә яҙhын! Сифатлы эш яҡшы баhалауҙы ла талап итә. Был хаҡта әҙиптең яҡташтарына hәм яҙыусылар союзына уйланаhы бар.
Бөгөн ни хәлдә йәшәй hуң Рәшит Солтангәрәев исемендәге мәктәп? Унда балаларҙың hәләтен төрлө яҡтан үҫтереү өсөн ундан ашыу түңәрәк эшләй. 137 бала белем алған белем усағының уҡыусылары йыл hайын республика вуздарына, махсус белем биреүсе уҡыу йорттарына уҡырға инә. Унда лингвистика-инглиз теле, лингвистика-башҡорт теле hәм әҙәбиәте, лингвистика-рус теле hәм әҙәбиәте, тарих, химия, география, Башҡортостан мәҙәниәте, физик культура, информатика, физика, математика буйынса ғилми-ғәмәли конференциялар ойошторолоп тора. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса район буйынса үткәрелгән башҡорт теле hәм әҙәбиәте олимпиадаhында Р. Әлмөхәмәтова – I, Ю. Юлдыбаева – II (уҡытыусылары – М. Ильясов, Р, Зәйнуллина) hыҙма буйынса Ш. Хәмитов – III (уҡытыусыhы Ю.Солтангәрәев), рус теле hәм әҙәбиәте буйынса Г. Кинйәбаева – III (уҡытыусыhы Г. Хәмитова) урын яулаған. Әйткәндәй, Г. Хәмитованың уҡыусыhы Г. Кинйәбаева районда уҙғарылған әҙәби-ижади конкурста I урын алған. Йәмғеhе, мәктәп уҡыусылары 23 район олимпиадаhында ҡатнашып, призлы урындарға лайыҡ булған. Бөгөн мәктәп республика күләмендәге эксперименталь майҙансыҡ та булып тора, гимназия синыфтары бар, киңерәк офоҡтар яулар өсөн аттестацияға әҙерләнәләр. Киләhе йыл республика мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәhе лә ошо төбәктә үтәсәк, шуға бөгөн мәктәптә ҙур реконструкция көтөлә. Мәктәп йәнле тормош менән ҡайнап йәшәй. Киләсәктә уның хаҡында ыңғай хәбәрҙәр генә ишетергә яҙhын: нимә генә тимә, Рәшит Солтангәрәев исемен йөрөтә бит ул!
Уҡыусылар араhында ла данлыҡлы яҡташтары, әҙиптәр менән ҡыҙыҡhыныусылар юҡ түгел. Быйыл мәктәпте тамамлаған Лилиә Тунасова Рәшит Солтангәрәев ижады буйынса тикшереү эше алып барған. Таймаҫ мәктәбендә, ауылында ғына түгел, тотош башҡорт иле өсөн асаhы ла асаhы әле Рәшит Солтангәрәев ижадын. Бөгөн прозаиктар араhынан кем башҡорт халҡының милли асылын кинәйәле юмор аша, кәрәк саҡта үткер фекерле мәҡәләләре менән сығыш яhап, дөрөҫ юлды күрhәтә ала?! Рәшит ағай hымаҡ тураhын әйтеп, үҙ баhаhын белеп hөйләшкәндәр бик hирәк шул. Уның ижадын тәрән аңламай тороп, башҡорттоң милли йөҙөн әҙәбиәттә танып булмай, минеңсә. Халыҡ яҙыусыhы ине бит ул Рәшит ағай.
Лариса АБДУЛЛИНА
 
Уважаемый посетитель, Вы зашли на сайт как незарегистрированный пользователь. Мы рекомендуем Вам зарегистрироваться либо зайти на сайт под своим именем.

Другие новости по теме:

  • Оло Шаҙыла - оло байрам
  • Матбуғатты йөрәк менән уҡыусылар – Өф&# ...
  • Ҡурайсы ла йөрөй уй менән...
  • Шиғриәт - ул аллалар теле
  • Аҡыл менән аҡыл, оҫталыҡ менән оҫ ...


  •  

    Copyright © 2007. Ak-ufa.ru All Rights Reserved.