yeshlek
  Главная
  Новости
  Башкортостан
  Искусство
  Литература
  Книги
  Русс-баш словарь
  Интересное
  Спорт
  Конкурсы
  Политика
  Экономика
  Образование
  Обьявления
  Нам пишут
  Расширенный поиск
  Новое на сайте
  Обратная связь
«    Март 2011    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
 

Логин
Пароль
 
Молодежная газета
Сайт журналиста
Студия записи
Купить пуховые платки
Спортивный Башкортостан

Башкирская молодежь
 
     
Реклама
Башкирский Портал Республики Башкортостан Аренда музыкальной аппаратуры в Уфе недорого, диджей, дискотека Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Фотогалерея Башкирского Портала
 
"Йәнде өйкәгән миҙгелдәрем артта, алда көтһөн аяҙ мәлдәрем!"
Әҙип Риф Тойғон әҙәбиәт hөйөүселәргә шиғриәте, проза, драма әҫәрҙәре менән яҡшы таныш. Ошо көндәрҙә ул үҙенең 60 йәшлек юбилейын билдәләй. Күркәм ваҡиға уңайынан яҙыусы менән осрашып, уның ижад hәм ғүмер юлына байҡау яhаныҡ. Бөгөн Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары вазифаhын башҡарыусы әҙиптең үткәндәр, бөгөнгө, киләсәк хаҡындағы фекерҙәре ҡыҙыҡлы. Улар гәзит уҡыусыларға ла, моғайын, фәhемле hәм ҡыҙыҡлы булыр.
– Риф ағай, Ырымбур өлкәhенең Ҡыуандыҡ районы Аҡсура ауылы малайы Өфөгә нисек килеп төпләнде икән?
– Эй, Лариса туған, ул үҙе бер тарих, тигәндәй. Минең тыуған яҡ – Һаҡмар буйында. Быны шуға әйтәм: Ырымбурҙан тиhәләр, дала яғынан икән, тиҙәр. Беҙҙә дала ғына түгел, тауы ла, урманы ла, hыуы ла бар, тимәксемен. Атайым – Fәлим Сабит улы, баш ҡалаға ебәрергә бик үк теләмәне. Бер мәл Ҡыуандыҡҡа барғас, сиғандан кәрт астырып, өҫтәл артында ултырып эшләйәсәк улың, тигәс, ҡыуанып китте. «Улым, hин бухгалтер булырhың», – тине. Ул бик ныҡ итеп минең бухгалтер булыуымды теләне. Аслыҡ-яланғаслыҡ йылдарын күргән, уҡытыусы, колхоз рәйесе, колхоздың баш бухгалтеры булып эшләгән кеше булараҡ, ул минең мул тормошта, ауырлыҡhыҙ йәшәүемде теләгәндер, күрәhең. «Өфөлә Сафин фамилиялы татар полкташым бар ине, ниңә шуның адресын алманым икән?» – тип көйәләнде, урта мәктәпте тамамлап, баш ҡалабыҙға юл алам, тигәс.
Башҡорт дәүләт университетына килеп, имтихандар бирҙем. Әммә элек, колхозда бер-ике йыл эшләп килгәндәр конкурсhыҙ үтә, тигән ҡағиҙә бар ине. Шулай итеп, мин, стажhыҙ мәктәп уҡыусыhы, имтихандарҙы яҡшы тапшырhам да, конкурстан төшөп ҡалдым.
Күңелhеҙерәк булып китте, әммә бер мәл, Марат Минhажетдинов ағай hине саҡырта, тиҙәр. Йүгереп барып индем. Беҙҙең яҡтағы тормош, халыҡтың көнкүрешен hорашып алды. Шунан, hине ситтән тороп уҡыу бүлегенә алабыҙ, ә киләhе йыл икенсе курстан уҡый башларhың, тине. Һүҙендә торҙо. Мин ҡайтып Аҡбулат (Бурағол) башланғыс мәктәбендә бер йыл уҡытҡандан hуң, Өфөлә уҡыуымды дауам иттем.
– «Төнгө поезд» китабының баш hүҙендә Рәшит ағай Солтангәрәев hеҙҙең хаҡта: «Риф туған йәнле кеше, бөтә туғандарын үҙе артынан эйәртеп, Өфөлә урынлаштырып бөттө», – тигән фекер әйтә.
– Эйе, шулай ти торғайны шул Рәшит. Был, ысынлап та, шулай, тип әйтә алам. Беҙ ете бала үҫтек. Береhе вафат булды. Әле алтыбыҙ ҙа Өфөлә. Мин – өсөнсө бала. Fүмер буйы бер-беребеҙгә терәк, таяныс булып йәшәйбеҙ. Был – үҙенә күрә атай-әсәйҙең әйткән hүҙенә тоғролоҡ hаҡлау, туғандарыңдың ҡәҙерен белеү тойғоhо ул.
– Әҙәбиәткә булған ынтылышығыҙ ҡайҙан килә?
– Атайымдандыр, тим. Ул иҫ китмәле телгә маhир, йор hүҙле кеше булды. Үҙ заманы өсөн алдынғы ҡарашлы ла ине. Элек кис етhә, йәштәр сатраш уйнаймы, аулаҡ өйҙә осрашамы, тигәндәй, ә беҙҙә улар атайымдан китапта яҙылған хикәйәне, романды булhынмы, hөйләтер өсөн йыйыла. Һис тә булмаhа, атайым әсәйемә, Вәҙиғә Fәйнетдин ҡыҙына, хәҙер йәштәр килеп етер ул, бер аҙ уҡып алайым әле, тип китабын ҡулына ала. Өс-дүрт бит уҡыhа уҡығандыр, әммә шуны оҫта итеп hөйләй торғайны. Китапта яҙылған тарихҡа үҙе «ит үрә», фантазияhын өҫтәй hәм мауыҡтырғыс әҫәр тыуҙыра ла ҡуя. Йәштәрҙең иҫтәре китеп тыңлағандары, көлгәндәре әле лә хәтеремдә.
Китапҡа, әҙәбиәткә булған ихтирам, hөйөү ана шул ваҡытта уянғандыр, тим. Хрущев заманы. Китапҡа ҡытлыҡ, башҡорт әҙәбиәте уҡытылмай. Ырымбурға күрше булған Башҡортостандың Хәйбулла районынан килгән күстәнәстәр төрөп ебәрелгән гәзиттәрҙе әллә нәмә урынына күреп уҡый торғайныҡ. Үҫә төшкәс, «Ленинсе», «Башҡортостан пионеры» гәзиттәрен яҙҙырып уҡый башланыҡ.
– Тәүге әҫәрегеҙ нимә хаҡында ине?
– Мәктәптә уҡығанда уҡ шиғырҙарҙы тиҙ ятлай торғайным. Үҙемдең тәүге әҫәрем Ленин хаҡындағы шиғырҙың тәржемәhе булды. Шунан яҙғандарҙы матбуғатҡа ебәрә башланым, шуға ла мәктәптә уҡығанда уҡ «поэт» тип йөрөттөләр.Тора-бара ана шулай әҙәби мөхиткә ынтылыш барлыҡҡа килде.
– Өфөгә килгәс, иң беренсе күргән әҙиптәр кем булды?
– Рәшит Шәкүр менән Мәхмүт Уразаев булды. Аҙаҡ аралашып, бергәләп ижад итеп йәшәнек. Әйткәндәй, университетта уҡығанда Рәшит Шәкүр, Ирек Кинйәбулатов, Тимер Йосопов бер бүлмәлә торҙоҡ.
– ?! Ул бүлмәгә таҡтаташ ҡуйырға кәрәк улайhа?
Страница 1 из 3 | Следующая страница
 
Уважаемый посетитель, Вы зашли на сайт как незарегистрированный пользователь. Мы рекомендуем Вам зарегистрироваться либо зайти на сайт под своим именем.

Другие новости по теме:

  • Һағынып һөйләрлек булһын
  • Пар ҡоштарҙың осоп барғаны-1
  • Атаҡайым, атайғынам
  • Һәр шиғырға күңелемдең наҙы ...
  • Ҡанатлы ҡош, моңло ҡош туған илендә


  •  

    Copyright © 2007. Ak-ufa.ru All Rights Reserved.