yeshlek
  Главная
  Новости
  Башкортостан
  Искусство
  Литература
  Книги
  Русс-баш словарь
  Интересное
  Спорт
  Конкурсы
  Политика
  Экономика
  Образование
  Обьявления
  Нам пишут
  Расширенный поиск
  Новое на сайте
  Обратная связь
«    Март 2011    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
 

Логин
Пароль
 
Молодежная газета
Сайт журналиста
Студия записи
Купить пуховые платки
Спортивный Башкортостан

Башкирская молодежь
 
     
Реклама
Башкирский Портал Республики Башкортостан Аренда музыкальной аппаратуры в Уфе недорого, диджей, дискотека Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Фотогалерея Башкирского Портала
 
"Йәйғор төҫөндә донъям"
«Айгөл иле» тапшырыуы, «Аҡ тирәк – күк тирәк» ток-шоуы аша таныш беҙгә журналист Рита Өмөтбаева. Мәктәп йылдарынан уҡ «Башҡортостан пионеры», аҙаҡ «Йәшлек», «Башҡортостан» гәзиттәрендә, журналдарҙа мәҡәләләре баҫылып килгән әүҙем йәш хәбәрсе, тора-бара БДУ студенткаhын күптәр матбуғатта эшләр, тип уйлағандыр. Әммә Рита телевидениелағы эште үҙ күрҙе. Был да уның холҡына бәйлелер. Сөнки ул үҙе лә кеше араhында йөрөргә, аралашырға ярата, тап ток-шоуҙарҙағы кеүек, бәхәстәр аша хәҡиҡәт эҙләргә әүәҫ.
Телевидениелағы эштең үҙ нескәлектәре бар. «Аҡ тирәк – күк тирәк» кеүек ток-шоуҙы алып барыу телде, халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәрен, тын алышын яҡшы белеүҙән тыш, оператор, ҡороусылар, режиссер hәм, әлбиттә, тамашасы, геройҙар менән бер бөтөн организм булып эшләргә тейеш. Һиҙемләүемсә, Рита оҙон-оҙаҡ hөйләп, оҙаҡҡа hуҙылған эштәрҙе яратмай. Ул ярhыу. Уға кәрәкле hүҙ, ғәҙеллек бөгөн кәрәк, иртәгә hуң булыуы ихтимал, тигән төҫлө, ток-шоуҙы алып барыусы барыhын да утлы табала бейетә.
«Айгөл иле»ндәге Рита Өмөтбаева башҡа төрлөрәк. Ул тормош ауырлыҡтарына бирешмәгән, hынауҙарҙы тырышлыҡ, түҙемлек менән еңеп сыҡҡан геройҙарынан йәнле образ тыуҙырырға ынтыла. Шәхсән үҙем өсөн «Айгөл иле» яҡыныраҡ, үҙерәк. Уларҙа эҙләнеүсән, фекер, хис тәрәнлегенә тартылған геройҙарҙы ғына түгел, авторҙы ла күрәм. Тапшырыуҙағы ҡатын-ҡыҙҙар ҡатып ҡалған ҡурсаҡ түгел, ә экранда ла йәшәй башлай.
Бөгөн билдәле журналист Рита Өмөтбаева беҙгә үҙ хис-тойғоларын тарата.

Дәртләндергәне

– Баймаҡ интернат-мәктәбендә уҡыным мин. Кемдәр төрлө ерҙән ҡырҡ атаның ҡырҡ балаhы йыйылған урында белем алған, йәшәгән, шулар ундағы мөхиттең ниндәй булыуын яҡшы аңлай. Интернат балаларҙы сәмле итеп, тормошто нескә тойоусан итеп тәрбиәләй. Ете йәштән «Башҡортостан пионеры» гәзитендә мәҡәләләрем баҫылып килде, ә 11 йәштә «Йәш хәбәрсе» исемен бирҙеләр. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияhы лауреаты шағир Хәсән Назар, күренекле ҡәләм оҫталары Рәмил Йәнбәк, Зөhрә Ҡотлогилдина күңелемде үҫтереп хат яҙыуҙары дәртләндереп ебәрә торғайны. Хаттарға hалынған өмөт сатҡыhын рухи орлоҡ тип ҡабул итеп, еңеп сығырға, бирешмәҫкә тейешмен, тип үҫтем. Бала күңелендә үҙ-үҙенә ышаныс уята белгәндәре өсөн уларға сикhеҙ рәхмәтлемен.
Fаиләлә өлкән баламын. Бер туған Рима hеңлем, Илшат ҡустым бар. Үҙеңдән кесерәктәр бар икәнен тойоу ҙур яуаплылыҡ өҫтәй. Шул уҡ ваҡытта атай-әсәйемдең, туғандарымдың, ҡыҙымдың иҫән-hау булыуы миңә өмөтhөҙ саҡтарҙа ла дәрт өҫтәй. Улар бар, hау-сәләмәт, тип уйлаhам, әллә ниндәй баҫып килгән хәүефтәр ҙә юҡҡа сыҡҡан төҫлө.
Аптыратҡаны

– «Айгөл иле» тапшырыуын, «Аҡ тирәк – күк тирәк» ток-шоуын тапшырыуын эшләгәндә hәр ваҡыт геройҙарымдың тормош ваҡиғаларының, hынауҙарының еңеүсеhе булыуына баҫым яhарға тырышам. «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияhында эшләү осоронда бик күп ғаиләләр, яҙмыштар, кисерештәр менән осрашырға тура килде hәм шуға иғтибар иттем: ауырлыҡтарҙа, hынауҙарҙа кешенең йөҙө асыла. Ҡайғы кисергән кеше үҙе лә үҙендә яңы сифаттар аса. Әммә мине иң аптыратҡаны шул: беҙҙең йәмғиәттә кеше яҡшылыҡ эшләhә, йәлләү тойғоhо күрhәтhә, ауырыу әсәhен ҡараған баланы күрhә hәм башҡа изгелектәр өсөн аптырайҙар. Ә беҙ, ни өсөн яҡшылыҡты күреп, иҫебеҙ китергә тейеш hуң әле? Киреhенсә булырға тейеш түгелме ни? Ян-яҡтан яғылған кире мәғлүмәт кешеләр күңелен шул тиклем биҙрәтеп бөтөргән, хатта яманлыҡ, әшәкелекте беҙ ғәҙәти хәл итеп ҡабул итәбеҙ, ә мәрхәмәтлекте ғәҙәттән тыш хәлдәр исемлегенә индерәбеҙ. Аптырарлыҡ хәл был!
Сәнғәттәге өнhөҙ тынлыҡ борсой, аптырата мине. Юғары сәнғәт өлкәhендә эшләүселәрҙең етәкселәре шәхес булырға тейеш. Ижади шәхес юҡ икән, театрҙар, филармония, киностудия юҡҡа сығасаҡ. Алыҫ китергә кәрәкмәй: «Каруанhарай» фольклор-эстрада төркөмөнән йырсылар Рәсүл Ҡарабулатов, Вилдан Яруллин киткәйне, тотош төркөм юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Сөнки улар моңо, рухы менән «Каруанhарай»ҙың йөҙө итеп ҡабул ителде. Тағы бер тапҡыр әйтәм: ҡурҡаҡ, ҡағыҙ өсөн генә эшләгән етәкселәр рухиәтте hәләкәткә алып бара.
Страница 1 из 2 | Следующая страница
 
Уважаемый посетитель, Вы зашли на сайт как незарегистрированный пользователь. Мы рекомендуем Вам зарегистрироваться либо зайти на сайт под своим именем.

Другие новости по теме:

  • "Сәләм"ле иртәләр сәмлерәк, "Сә ...
  • "Сәләм"ле иртәләр сәмлерәк, "Сә ...
  • Гөлсирә Ғиззатуллина
  • Сәрүәр Суринаның өс сере
  • Һағынып һөйләрлек булһын


  •  

    Copyright © 2007. Ak-ufa.ru All Rights Reserved.