Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты, ҡурайсы Роберт Юлдашевтың ижадын үҙебеҙ студент саҡтан уҡ күҙәтеп киләм. Бер ҡараһаң, әллә ни күп тә ваҡыт үтмәгән төҫлө – ун –ун биш йыл самаһы. Икенсе яҡтан ҡараһаң, ижадта үҙеңде танытыр , күрһәтер өсөн ярайһы ғына ваҡыт уҙып киткән дә баһа! Ә Роберт үҙен , ысынлап та , һынатманы, киреһенсә, әленән- әле яңы сығыштары менән , ҡурайға, халҡыбыҙ моңона тоғролоғо менән күңелдәрҙе арбап ҡына ҡалманы , ә нисектер йәне теләп башҡарған эшен, үҙен ихтирам итергә мәжбүр итте. Эйе, мәжбүр итте ...Уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдарында ҡурай сәхнә түрҙәренә яңынан ҡайтып, байрам йәме була башлаған саҡтар. Тап шул йылдарҙа «Аманат» синтез төркөмөндә Роберт башҡарыуында халыҡ иҫе китеп ҡурай моңон тыңланы. Әллә танһыҡ , әллә ғәзиз , әллә үҙ булғанға, әллә эске аңда ата-бабалар рухын уятҡанға – был моң нисектер арбағыс көскә эйә төҫлө ине. Бер мәл исемдәре билдәле ҡурайсыларға эйәреп , башҡа йәштәр ҙә ҡулына ҡурай алды. Роберт тәү сығыштарынан уҡ тәрән , моңло итеп уйнағас , бөтәһе лә шулай сығыш яһар кеүек ине. Әммә тап ошо мәлдә бер хәҡиҡәт асылғандай булды: ҡурайҙа моң сығарыу өсөн уны өрөү генә аҙ икән дә баһа! Тәү тапҡыр Роберттың сығышын ишеткәндән алып , әле йәштәр араһында уның кеүек башҡарыусынан ҡолағым ҡарп иткәне юҡ . Һәр ижади эштең асылына төшөнөргә теләгән кеүек , ҡурайсы серҙәренә лә юл эҙләп ҡараным. Сәхнәгә һәр ваҡыттағыса етеҙ , ышаныслы аҙымдар менән килеп сыҡҡан Роберттағы моңдо тойоу һәләтен самалап, һис кенә лә ҡала егете тип уйламағайным. Әллә шуға күнеккәнбеҙ, әммә күптән билдәле «таланттар ауылда тыуа » тигән әйтем уны ла урап үтмәгән төҫлө ине . Тик уйлағандарҙы емереп, Роберт ҡала ,Өфө махсус музыка мәктәптәрен , З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлаған булып сыҡты. Тәрбиәһенә ауыл да йоғонто яһамай ҡалмаған . Ҡурайсы егет бәләкәйҙән үк ауылға тартылып, шунда көтөү көтөп, атта сабышып, балыҡ тотоп үҫә. Каникулдарының һәр береһе Ғафури районының Баҡраҡ , Бәләкәй Үтәш яландарында, урмандарында үтә , сөнки Роберт үҙе әйтеүенсә, ул лагерь шарттарына ярап бармаған малай була. Кем белә, бәлки, тап ана шул мәлдәрҙә уның күңеленә моң инеп оялағандыр. Роберттың нәҫелендә билдәле ҡурайсылар юҡ-юҡлығын, әммә , мәҫәлән, әсәһе яҡлап Төхвәтулла Таһиров олатаһы йыр-моңға ғашиҡ кеше булған .Был хаҡта уның яҙмышынан бер генә хәтирәне иҫләүселәрҙең һөйләгәнен яҙып үтеү ҙә етер, моғайын. Мылтыҡтың көбәген ҡурай итеп өрөп , көйҙәр сығарырға тырышҡан ғаилә башлығы патефон хаҡында ишетеп ҡала. Әммә уны нисек һатып алырға!? Ул оҙон-оҙаҡ уйлап тормай, тота ла йортон һатып, патефонлы була. Эйе, йәш кәләше менән ул бер ҡышты мунса һымаҡ бәләкәй генә өйҙә ҡышлай, әммә күҙ алдығыҙға килтерәһегеҙме – йыр-моң аҫтында. Киләһе яҙҙа уҡ ул шул көйҙәр , тормошҡа ашҡан теләге йоғонтоһонда ла өр-яңынан йорт һалып сыға! Роберттың әсәһе Фәүзиә апай һөнәре буйынса – табип, атаһы Нәжип ағай – инженер-төҙөүсе. Атай кеше бәләкәйҙән йыр-моңдо яратҡан. Ул хатта өйләнеү менән ғаиләһенең матди хәле ауыр булһа ла( сөнки икеһе лә студент була), беренсе эш хаҡына баян һатып алған. Ата-әсәләрҙең хыялын балалар тормошҡа ашыра, тиҙәр. Ошо һүҙҙәр Роберт хаҡында ла әйтелгән төҫлө .Сөнки Нәжип ағай сәнғәткә хеҙмәт итмәһә лә, ул ҡатыны менән улына ижад өсөн мөхит тыуҙырған. Уҙған быуаттың 80-се йылдарында Советтар Союзынан туристик төркөмдәр сит илгә сығып, сепрәк-сапраҡ , кейем-һалым һатып алырға тырышһа, улар улдарына ҡиммәтле, бынамын тигән профессиональ музыка ҡоралы – кларнет һатып алып ҡайта. Сөнки йәш музыкант был ваҡытта Өфө дәүләт сәнғәт институты эргәһендәге урта махсус музыка мәктәбендә кларнет-ҡурай класында уҡыған була. Шуға ла Роберт атай-әсәһенә ижад менән шөғөлләнеү өсөн мөхит тыуҙырғандары, ҡыҙыҡһыныуҙарын хуплап үҫтергәндәре өсөн сикһеҙ рәхмәтле. Бер туған ҡустыһы Таһир ҙа теләгән һөнәренә эйә булып, бөгөн үҙ эше менән шөғөлләнә икән , бында ла яҡындарының ҡеүәтләүе, ирекле яуаплылыҡты тойоу һиҙелә. Роберттың уңыштары былай башлана .Башта ул үҙе уҡыған мәктәптә , аҙаҡ уҡыу йорттарында , тора бара ҡала ,республика , халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнашып , еңеү артынан еңеү яулай: Ғата Сөләймәнов исемендәге профессиональ ҡурайсылар конкурсында – гран-при (1997 йыл), Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика конкурсында – гран –при (1998 йыл), «ТөркСОЙ» эгидаһы аҫтында ойошторолған музыканттарҙың халыҡ-ара конкурсында – беренсе премия лауреаты (1998 йыл), В.Андреев исемендәге халыҡ милли музыка ҡоралдарында уйнаусыларҙың Бөтә Рәсәй конкурсында – беренсе премия лауреаты (2002 йыл), Ишмулла Дилмөхәмәтов исемендәге ҡурайсылар конкурсында– гран-при ( 2003 йыл). Еңеүҙәре менән ата-әсәһенә генә түгел, ата-бабаларына бурыслы булыуын тойған ҡурайсы Төхвәтулла олатаһы йәйләгән ергә ҡайтып, Ҡөрьән уҡыта, әруахтар алдында баш эйә. Бөгөн ул ҡурай моңон Рәсәй ҡалаларында ғына түгел, сит илдәрҙә лә йыш яңғырата. Новосибирск, Барнаул,Череповец, Дондағы Ростов һәм башҡа Рәсәй ҡалаларында Роберт Николай Носков менән сығыш яһай. Кем һуң ул Носков тиеүселәргә аңлатып китәм. Ул – «Парк Горького» рок ансамбле менән бергә совет заманынан уҡ сит илдәрҙә танылыу яулаған беренсе рок-музыкант. Үҙәк телевидение каналдарында ла Николайҙың концерттары бирелә килә. Уларҙа хәҙер ҡурай моңо ла яңғырай. Бер ҡараһаң , ҡурай һәм рок бөтөнләй ят моң сығанаҡтары кеүек. Әммә Носков ҡурайҙы тап рок музыкаһы ҡоралы , тип иҫәпләй.«Ҡурайҙың, рок кеүек , үҙ овердрайвы бар. Үҙ ансамблем өсөн музыка ҡоралын донъяның ҡайһы мөйөшөнән генә эҙләмәнем!? Америка ла , Тибет та ҡалманы һәм уны тап ҡурай моңонда , Роберт башҡарыуында таптым» , ти ул . Ошо мәлдә Роберттың үҙе студент саҡта күңелендә йөрөткән теләктәре хаҡында һөйләүе иҫкә төшә... Ә бит ҡасандыр ул үҙ ниәте менән Мәскәү йырсыларының береһенең концертына барып, ҡурай менән сығыш яһарға теләгән. Һаҡсылары ҡамауында йөрөгән артист янына яҡын бара алмаһа ла , Роберт ул мәлдә бик күп музыканттар менән танышып, нишләп ҡурай үҙәк телевидение каналдарында , башҡа тарафтарҙа йышыраҡ яңғырамай икән,тигән теләгенә табан аҙым яһаған булған. Йылдар үткәс ,уның һәм рок- музыкант Носковтың ниәттәре бойомға ашып, ҡурай бөгөн улар менән бергә Англия, Франция, Италия, Греция, Австрия, Голландия сәхнәләрен яулай. Роберттың уҡытыусыһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Юлай Ғәйнетдинов Мәскәүҙә рус телле тамашасының ҡурайҙы овацияға күмеп, тетрәнеп ҡабул иткәненең шаһиты булған . Ул: «Николай Носков ¬– талантлы , исеме танылған йырсы ғына түгел, ә аҡыллы , нескә тойған ижадсы ла. Сөнки, беренсенән, ҡурайҙың энергетикаһы көслө . Бының менән Носков тамашасыны яулай , уға яҡыная. Икенсенән, Роберт ҡурайҙың бар нескәлектәрен тойоп, кәрәк урында музыка ҡоралының ғәйрәтен арттырып, кәрәк урында тауышын йомшартып уйнай», тине. |