yeshlek
  Главная
  Новости
  Башкортостан
  Искусство
  Литература
  Книги
  Русс-баш словарь
  Интересное
  Спорт
  Конкурсы
  Политика
  Экономика
  Образование
  Обьявления
  Нам пишут
  Расширенный поиск
  Новое на сайте
  Обратная связь
«    Март 2011    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
 

Логин
Пароль
 
Молодежная газета
Сайт журналиста
Студия записи
Купить пуховые платки
Спортивный Башкортостан

Башкирская молодежь
 
     
Реклама
Башкирский Портал Республики Башкортостан Аренда музыкальной аппаратуры в Уфе недорого, диджей, дискотека Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Фотогалерея Башкирского Портала
 
Ҡанатлы Бабич
Тереләр үлгәндәрҙең күҙен яба, үлгәндәр тереләрҙең күҙен асып китә. Башҡорт халҡы үҙенең һәләк булған һөйөклө шағиры Шәйехзада Бабичтың күҙҙәрен ябып, уны тәрбиәләп ҡуя алманы, бәхилләшеү мәлендә башынан һыйпай алманы.
Бабич иһә үҙенең янып йәшәүе һәм ижад итеүе менән генә түгел, азатлыҡ яулау юлында һәләк булыуы менән дә күптәрҙең күҙен асып китте, көрәштең еңел булмаясағын, мәкерҙең, яуызлыҡтың, хыянаттың аҙым һайын аңдып торасағы тураһында иҫкәртеп китте. Туған милләтен уяулыҡҡа , берҙәмлеккә саҡырып китте.
Бабичтың ижад үҫеше шул осорҙағы ижтимағи хәрәкәт менән тығыҙ бәйләнештә барҙы һәм шағир биографияһында башҡорт милләтенең рухи биографияһы үҙенсә сағылды.
Шағирҙың һәр аҙымы милләт яҙмышындағы мөһим үҙгәрештәргә тамырланды.
Бабич – шағир, Бабич – фельетонсы, Бабич – музыкант, Бабич –фольклорсы, Бабич – педагог...Ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә ул әллә күпме эштәр эшләп өлгөрҙө.
Шағирҙың зиһен даирәһе, күңел офоҡтары ғәйәт киң, маҡсат- идеялары һәр саҡ юғары булды. Тормош юлында Шәйехзада Бабичҡа Зәки Вәлиди, Риза Фәхретдинов, Мөхәмәтша Буранғолов, Ғәлимйән Ибраһимов, Дәрдмәнд, Мәжит Ғафури, Зыя Камали, Абдулҡадир Инан, Хәбибулла Ғәбитов, Ғәзиз Әлмөхәмәтов , Бағбостан, Муса Мортазин, Сәғит Мрәсов, Шәриф Манатов, Юныс Бикбов, үзбәк шағиры Сулпан , ҡаҙаҡ әҙибе Мөхтәр Әүәзов һымаҡ оло шәхестәр менән бергә булырға, уларҙың күнел яҡтылығын күрергә , үҙенең шиғри нурын улар менән бүлешергә насип булды.
Бабич ижадының һәм тормошоноң ҡайһы бер биттәрендә туҡталып үткәндән һуң уларҙы берләштереүсе төп сифатты атап әйтергә кәрәк. Был төп сифат – Бабич ижадының халыҡсанлығы. Уның шиғырҙары граждандар һуғышында ла , Бөйөк Ватан яуында ла башҡорт яугирҙәре менән бергә булды, исеме тыйылған замандарҙа ла халыҡ йөрәгендә йәшәне.
Бәхет билдәһе булған йөҙлөк менән тыуған Бабичтың яҙмышы фажиғәле булды, ләкин бәхетһеҙ булманы. Ғүмеренең һуңғы осоро тарихи юлдарҙың ни сана , ни арба сағына тура килде, әммә шағир , боҙҙан боҙға һикереп булһа ла , алға барыуынан туҡталманы . Ул илһамланып, балҡып, нур сәсеп , йөҙ йылдарға бер килә торған яҙмыш менән йәшәп китте.
Әйтерһең дә халҡыбыҙҙың яҡты өмөттәрен, зиһененең , рухының туҡтауһыҙ эҙләнеүҙәрен, дәртен һәм илһамын, талантын һәм йомартлығын , азатлыҡ һөйөүсән ғорур холоҡ-тәбиғәтен, тарихи юлдарҙағы ҡаҙаныштарын, ниндәй мәкерле ҡамауҙар , көнсөл ҡоршауҙар эсендә милләтебеҙҙең өҙгәләнеүҙәрен, уңдан да , һулдан да ниндәй ғәҙелһеҙлектәргә, күпме ҡаршылыҡтарға килеп бәрелеүен һәм һаман алға ынтылышын үҙ ғүмерен ҡорбан итеп, үҙ йәнен фиҙа ҡылып аңлатып бирер өсөн килгән был яҡты донъяларға бөйөк шағирыбыҙ Шәйехзада Бабич!
Ғорур Бабич, ҡаһарман Бабич, ҡанатлы Бабич!
Ғорур халҡыбыҙ, ҡаһарман халҡыбыҙ, ҡанатлы халҡыбыҙ!
Р.Бикбаев

 
Уважаемый посетитель, Вы зашли на сайт как незарегистрированный пользователь. Мы рекомендуем Вам зарегистрироваться либо зайти на сайт под своим именем.

Другие новости по теме:

  • Ал да нур сәс халҡыңа!
  • Бәхил бул, шағирыбыҙ!
  • 1.Көләмәстәрҙе өйрәнеү тари ...
  • ШИҒРИӘТКӘ ҮЛЕМ ЮҠ ӘЛЕ
  • Кураю


  •  

    Copyright © 2007. Ak-ufa.ru All Rights Reserved.