yeshlek
  Главная
  Новости
  Башкортостан
  Искусство
  Литература
  Книги
  Русс-баш словарь
  Интересное
  Спорт
  Конкурсы
  Политика
  Экономика
  Образование
  Обьявления
  Нам пишут
  Расширенный поиск
  Новое на сайте
  Обратная связь
«    Март 2011    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
 

Логин
Пароль
 
Молодежная газета
Сайт журналиста
Студия записи
Купить пуховые платки
Спортивный Башкортостан

Башкирская молодежь
 
     
Реклама
Башкирский Портал Республики Башкортостан Аренда музыкальной аппаратуры в Уфе недорого, диджей, дискотека Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Фотогалерея Башкирского Портала
 
Тере энциклопедия
Fилем донъяhы ҡыҙыҡ бит ул. Унда бер үк йүнәлештә ғүмер буйы шөғөлләнеп, ҙур ҡаҙаныштарға ирешкән, йә, киреhенсә, төрлө өлкәләр менән берҙәй ҡыҙыҡhынып, күләмле фән йөгөн күтәреүселәр бар. Һуңғылары миңә Боронғо Греция, Рим ғалимдарын хәтерләтә. Улар ҙа, әйтәйек, математика, астрономия менән берлектә әҙәбиәт менән шөғөлләнгән.
Эрнест Фәйзрахман улы Ишбирҙинды күптәр тел белгесе, фән докторы тип белә. Ә бына ҡайhы берәүҙәр «Башҡортостан ҡоштары» китабының авторы ла нәҡ ул икәнен белеп тә бөтмәйҙер әле.
«Йәшлек» гәзите үҙ биттәрендә «Башҡортостан ҡоштары» рубрикаhын асып, hеҙҙе ҡоштар донъяhы менән таныштырып барырға ҡарар итте. Был эште атҡарып сығыуҙа беҙгә филология фәндәре докторы, профессор Эрнст Файзрахман улы Ишбирҙин ярҙам итергә ризалыҡ белдерҙе. Ә хәҙер, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, hеҙҙең иғтибарға Башҡортостан ҡоштарын өйрәнеүсе ғалимдың үҙе менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
– Эрнст Файхрахман улы, тел ғалимы ҡоштар донъяhы менән ҡасандан ҡыҙыҡhына башланы икән?
– Дөрөҫөн әйткәндә, ҡоштар, уларҙың тауышы менән бәләкәйҙән ҡыҙыhынам. Fилем менән шөғөлләнә башлағас, 1956 йылда сыҡҡан Башҡорт теле hүҙлеге»ндә 48 ҡоштоң ғына исеме бирелеүе асыҡланды. Шуға күрә «Башҡорт телендә ҡош hәм хайуан атамалары» тигән теманы үҙем теләп hайланым. 3–4 йыл Башҡортостанда ғына түгел, ә күрше өлкәләргә лә сығып, ҡош, хайуан исемдәрен йыйҙым.
– Шул турала ентекләберәк hөйләhәгеҙ ине. Ҡоштарҙың исемдәрен hораша инегеҙме? Эш нисек барҙы?
– Ҡайhы яҡҡа барhам да, hеҙҙә ниндәй ҡоштар бар, тип hорашам. Әйткәне – әйтә, әйтмәгәне – юҡ. Оҙайлы күҙәтеүҙәр алып барырға тура килде. Ҡоштоң ҡайҙа оялағаны, ниндәй төҫтә, тауыш үҙенсәлектәрен дә белергә кәрәк бит инде. Миңә урмансылар бик ныҡ ярҙам итте.
Әлбиттә, үҙебеҙҙең ерлектәге ҡоштар тураhында яҙыр алдынан булған махсус әҙәбиәтте тәрән өйрәндем. Шулай итеп, мин ҡоштар менән бик ныҡ мауығып киттем. Әгәр 1960–70 йылдарҙағы гәзит-журналдарҙы ҡараhағыҙ, мотлаҡ минең мәҡәләләремә тап булырhығыҙ. «Башҡортостан пионеры» (хәҙер «Йәншишмә»), «Совет Башҡортостаны» (»Башҡортостан») гәзиттәренең махсус рубрикалар алып барҙым. Редакцияларҙан теге йәки был ҡоштоң исемен hорап, белешеп шылтырата торғайнылар.
– Тимәк, үҙенә күрә тере энциклопедия ролен үтәгәнhегеҙ...
– Шулай булып сыға инде.
– Эрнст Файзрахман улы, китабығыҙҙа ҡош hүрәттәрен автор эшләне, тип яҙылған.
– Эйе, 280 ҡоштоң hүрәтен үҙем эшләнем. Уның өсөн ҡоштарҙы бик етди оҙайлы өйрәнергә тура килде. Әйтәйек, бер hыҙыҡта ғына айырма ти, ул ҡош бөтөнләй икенсе исем менән йөрөргә мөмкин.
– Тимәк, хәҙер hүҙлеккә уларҙың бөтәhе лә ингән.
– Эйе, хәҙер hүҙлектә 300-гә яҡын ҡоштоң атамаhы.
– «Башҡортостан ҡоштары» китабы 1986 йылда донъя күргән. Ҡайтанан нәшер итергә уйламайhығыҙмы?
– Башҡортостан «Китап» нәшриәте күптән тәҡдим яhаны. Әммә ҡайтанан өҫтәп тулыландырырға ҡул етеңкерәмәй тора. Әммә баяғы ҡоштарҙың 280 hүрәтен төҫлө итеп яңынан эшләнем.
– Бер үк ҡоштоң исеме ундан ашып киткән осраҡтар ҙа бар, шикелле...
– Эйе, ҡайhы бер ҡоштар төрлө ерҙә төрлөсә атала. Әйтәйек, чайканы бер аҡсарлаҡ, тибеҙ. Ә бына Силәбелә уларҙы сарҙаҡ (көнсығыш диалект), тип йөрөтәләр. Шуға күрә мин был ҡоштоң исемен сарҙаҡ, тип тә алдым. Ә инде төҫөнә, ҡайҙа йәшәүенә ҡарап, халыҡ йәнә лә үҙе атамалар тапҡан. Әйтәйек, аҡсарлаҡ, ҡарасарҙаҡ, ҡарабашсарҙаҡ, бәләкәй сарҙаҡ, ҡарағанатсарҙаҡ, күл сарҙағы h. б. – йәғни 20-нән артыҡ атамаhы hәм төрө бар.
– Башҡортостан ҡоштарын өйрәнгәндә, ҡайhыhын осратыуы ауыр булды, таба алмай ыҙаландығыҙ?
– Балыҡсы турғай. Кеше күрмәй уны. Тауышы бар, үҙе юҡ, тигәндәй. Урыҫтар зимородок, тип йөрөтә ул ҡошто. Балыҡсы турғай йәшенеп йәшәй. Һаҡ, матур биҙәкле ҡош. Ожмах ҡошо тигән исеме лә бар. Вәт табалмай этләндем мин уны. Архангель районында бер урмансы күрhәтте. Балыҡсы турғай ҡыш көнө туңмай торған йылға буйында өң яhап йәшәй икән. Өңдән әгәр балыҡ еҫе килhә, тимәк, уның ояhы. Ул селбәрә балыҡ менән туҡлана. Ботаҡта ултырғанын күрhәгеҙ, бына нәк балыҡсы инде. Балыҡ hикергәнсе hыуға текләп ултыра, ә аҙаҡ суҡышында тотоп, үлгәнен көтә. Үлгәс, балыҡты өҫкә hикертеп ебәрә лә, бөтөн килеш йота.
Страница 1 из 2 | Следующая страница
 
Уважаемый посетитель, Вы зашли на сайт как незарегистрированный пользователь. Мы рекомендуем Вам зарегистрироваться либо зайти на сайт под своим именем.

Другие новости по теме:

  • ТЕРЕ ЭНЦИКЛОПЕДИЯ
  • ТЕРЕ ЭНЦИКЛОПЕДИЯ
  • Башҡортостан ҡоштары
  • ДИҢГЕҘ БӨРКӨТӨ
  • Былар ҡыҙыҡлы


  •  

    Copyright © 2007. Ak-ufa.ru All Rights Reserved.