yeshlek
  Главная
  Новости
  Башкортостан
  Искусство
  Литература
  Книги
  Русс-баш словарь
  Интересное
  Спорт
  Конкурсы
  Политика
  Экономика
  Образование
  Обьявления
  Нам пишут
  Расширенный поиск
  Новое на сайте
  Обратная связь
«    Март 2011    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
 

Логин
Пароль
 
Молодежная газета
Сайт журналиста
Студия записи
Купить пуховые платки
Спортивный Башкортостан

Башкирская молодежь
 
     
Реклама
Башкирский Портал Республики Башкортостан Аренда музыкальной аппаратуры в Уфе недорого, диджей, дискотека Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Фотогалерея Башкирского Портала
 
Паразит түгел, пародист ул!
Учалы районының Мансур ауылында тыуған. Шунда урта мәктәпте, Магнитогорскиҙың тау академияhын тамамлаған. Башта – Учалы муниципаль филармонияhында, аҙаҡ Башҡорт дәүләт филармонияhында ауыҙ-тел жанры артисы булып эшләй.
Илнурҙың сәхнәгә килеп инеүе көтөлмәгәнсә булды. Биографияhына күҙ hалhаң да, шул уҡ хәл. Тау академияhын тамамлаған кеше сәнғәт өлкәhендә ни эшләп йөрөй икән, ҡайҙан килеп сыҡҡан? Илнур менән әңгәмәне ошо хаҡта hөйләшеүҙән башланыҡ.
– Илнур, сәнғәт юлына ҡасан боролоп киттең?
– Ҡасан тип ни, боролдоммо икән, юҡмы, әллә борҙолармы икән, әммә Магнитогорскиҙа уҡығанда «Уездный город» КВН командаhында уйнай торғайным. Бәләкәйҙән кешеләрҙе эләкләргә яраттым. Ирештереп, кешенең тауышын, килбәтен, мимикаhын уйнап ҡарай торғайным. Шулар бөтәhе бер көн килеп, Учалыла сығыш яhап ҡарауға этәрҙе. Сығыш яhаным. Оҡшаттылар. Шунда уҡ эшкә саҡырҙылар. Учалыла күп тә эшләмәнем, Өфөлә эш тәҡдим иткәс, бында күстем.
– Тәүге сығышыңды хәтерләйhеңме?
– «Еще как!» тип әйтер ине урыҫ. Сөнки минең тәүге сығышым хөкүмәт концертына тура килде. Унда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов та, Хөкүмәт ағзалары ла бар ине.
– Һәм...
– Һәм мин улар алдында Башҡортостан Президенты булып сығыш яhаным!
– Эйе, алдайhың?!
– Бәлки, алдаhам да, алдайымдыр, бөгөн яҙыҡ түгел бит, сөнки – Көлкө көнө. Ысынында иhә, мин концертта сәйәсмәндәргә пародия яhаным. Программа буйынса алып барыусы: «Ә хәҙер hүҙ Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимовҡа бирелә», – тине. Мортаза Fөбәйҙуллович аптырап киттеме икән, белмәйем, әммә урынынан ҡуҙғалды. Ул хатта сығыш яhарға әҙер кеүек ине. Әммә артист сәхнәгә сығып, үҙе булып hөйләй башлағас, залда көсөргәнешлек бөттө, бөтәhе ихлас йылмайҙы, көлә башланы.
– Һиңә кеше көлдөрөү оҡшаймы?
– Оҡшаймы тип ни, пародия артында кинәйәле фекер, hүҙ ҙә ята бит. Көлhәләр, hәйбәт инде. Кем күп йылмая, күп көлә, шул оҙағыраҡ йәшәй. Үҙебеҙҙең етешhеҙлекте көлөп кенә бөтөрөргә булалыр. Шул яғым насар, тип ҡайғырып ултырғандан, кемгә файҙа?
– Исемдәре киң билдәле дәүләт эшмәкәрҙәренә пародияларың бар. Асыуланмайҙармы hуң?
– Ниндәй асыу, ти?! Киреhенсә, ҡайhы берәүҙәр, мине лә эләклә әле тип, аҡса түләргә риза. Пародия – ул үҙенә күрә ҙур реклама! Теләhә кемде телгә алғы килмәй бит.
– Тауышыңды үҙ файҙаңа ҡулланғаның бармы?
– Булhа ла әйтмәйем (көлә).»Комсомольская правда» гәзите ойошторған махсус уйында ҡатнашып, Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов булып hөйләшеп, бер нисә район хакимиәте башлығын төп башына ултырттыҡ. Шунан яңынан шылтыратып, Көлкө байрамы менән ҡотлап, ғәфү үтендек.
– Элекке СССР лидеры Леонид Брежневҡа ла пародияң бар бит әле.
– Эйе, хәҙер уны эләкләмәҫкә булдым инде. Төшкә инеп йонсота, ҡоромағыр, «Рекламаң шәп, күберәк минең хаҡта hөйлә, онотмаhындар!» – ти. Гел Брежнев булып ҡына уйнап йөрөп булмай бит инде.
– Пародияларың hәйбәт килеп сыҡhын өсөн нимә уҡыйhың, нимә ҡарайhың? Fөмүмән, нимә эшләйhең?
– Махсус китап уҡып ултырғаным юҡ. Сөнки теориянан бигерәк, был осраҡта практика кәрәк. Тауышты, мимиканы, килеш-килбәтте пародиялар өсөн яңылыҡтар кеүек тапшырыуҙар ҡарайым. Ана шул рәүешле «сәйәсмән геройҙар»ҙың образы тыуҙы ла инде. Йырсыларҙы, алып барыусыларҙы күҙаллар өсөн концерттар ҡарайым. Һәр кешенең үҙенә генә хас үҙен тотоу манераhы, йөҙ-сырайы була, ана шуны тотоп алырға тырышам.
– Образдар өҫтөндә оҙаҡ эшләйhеңме?
– Төрлөhө төрлөсә килеп сыға. Жириновский кеүектәр тиҙ «әүәләнә». Әммә тауыш өҫтөндә барыбер айырым ваҡыт эшләргә тура килә.
– Бөгөнгә hинең нисә эшләнгән образың бар?
– Һикhәнгә яҡын.
– ?!!! Бер кассетаң сыҡты? Тағы әҙерләйhеңме?
– Оҙаҡламай артистарҙы, йырсыларҙы, алып барыусыларҙы пародиялаған йыйынтыҡ донъя күрәсәк.
– Рәсәй кимәлендәге ҡайhы пародистың сығышы, hинеңсә, юғары кимәлдә?
– Миңә Пономаренко оҡшай. Галкиндың hуңғы сығыштары көслө.
– Нимәhе менән оҡшайҙар?
– Улар геройҙың эске асылына инергә тырыша. Тышҡы ҡиәфәт, манера, мимика артында эске донъя ята. Улар ана шуны бирә ала, минеңсә. Шуның менән ҡыҙыҡлылар ҙа.
– Тормошта hиңә нимә ҡыҙыҡлы?
– Күп нәмә.
– Ә йәшәйештә hин ниндәй кеше?
–1981 йылда Арыҫлан йондоҙлоғо аҫтында тыуғанмын. Бик етди, тыныс, йомарт кешемен. Тормошта hис тә hәр нәмәнән көлөп, артисланып йөрөмәйем.
– Башҡорт артистарынан кемдең сығышы яҡын?
– Нәғим Нурғәлиндың уйнағаны оҡшай. Вәлит Илембәтов ағайҙың сығышын ҡыҙыҡлы табам.
– Һин Татарстан йырсыhы Салауат Фәтхетдиновҡа пародия яhағас, уның концертына йөрөүселәр кәмегән дә, ул hиңә, Илнур, hинең тауыш минекенән моңлораҡ, тамашасымды hинең арҡала юғалттым, тип тауыш ҡуптарырға маташҡан, тиҙәр, шул дөрөҫмө?
– Киреhенсә, мин пародия эшләгәс, уның тамашасыhы күбәйеп китте. Ул хатта ҡыуанысынан килемен бүлеште.
– Машинаңдың уң яҡ ишеген Жириновскиҙың ярҙамсыhы, Ейәнсура егете төрттөрөп киткән, тип тә ишеткәйнек?
– Һул яҡҡа йөрөргә яратам мин, шуға күрә уң яҡ ишек зыян күрә (көлә).
– Өйләнмәhәң дә, бер нисә балаң үҫә. Уларға ярҙам итәhеңме?
– Кем әйтә өйләнмәгән, тип?! Хәйер, өйләнмәнем шул. Ә балалар яратам. Бөтәhенә лә ярҙам итеп булмай, әлбиттә, әммә үҙемә оҡшағандары күренhә, бүләк биреп китәм (көлә).
– Илнур, кем ул пародист?
– Һәр хәлдә паразит түгел! Пародист – ул психолог.
– Һине төҙөлөш компанияhы асҡаныңды ла беләбеҙ.
– Эйе, шуға фатирҙарға ремонт, төрлө гранит йөҙләүҙәре эшләтергә теләүселәр мөрәжәғәт итhен. Ярҙам итербеҙ.
– Бушҡамы?
– Юҡ, Бушҡа ла, Клинтонға ла ярҙам итеү бөттө ул. Хәҙер тик атай-әсәйгә генә!
– Илнур, hин алдаша беләhеңме?
– Әллә тағы?
– Кеше ышанырлыҡ итеп?
– Баянан бирле ышанып ултыраhың бит, тимәк, беләм (көлә). Байрам менән!
– Һине лә!!!
Лариса АБДУЛЛИНА әңгәмәләште
 
Уважаемый посетитель, Вы зашли на сайт как незарегистрированный пользователь. Мы рекомендуем Вам зарегистрироваться либо зайти на сайт под своим именем.

Другие новости по теме:

  • Тормош - үҙе көлкө майҙаны "һул" я ...
  • "Моң, моң кәрәк күңелгә!"
  • Осоп ҡына барған хыялдың оҙон, яҡты булһ ...
  • Ҡанатлы ҡош, моңло ҡош туған илендә
  • ОЛО ЙӘШТӘГЕЛӘР КӨНӨНӘ – ЛАЙЫҠ ...


  •  

    Copyright © 2007. Ak-ufa.ru All Rights Reserved.