yeshlek
  Главная
  Новости
  Башкортостан
  Искусство
  Литература
  Книги
  Русс-баш словарь
  Интересное
  Спорт
  Конкурсы
  Политика
  Экономика
  Образование
  Обьявления
  Нам пишут
  Расширенный поиск
  Новое на сайте
  Обратная связь
«    Март 2011    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
 

Логин
Пароль
 
Молодежная газета
Сайт журналиста
Студия записи
Купить пуховые платки
Спортивный Башкортостан

Башкирская молодежь
 
     
Реклама
Башкирский Портал Республики Башкортостан Аренда музыкальной аппаратуры в Уфе недорого, диджей, дискотека Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Фотогалерея Башкирского Портала
 
Бар булмышы менән ҡурайсы
Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияhы лауреаты Ишмулла Дилмөхәмәтов хаҡында хәтирәләр менән уртаҡлашыуын hорап, Башҡортостандың халыҡ артисы, Ҡурайсылар союзы рәйесе Азат Айытҡоловҡа мөрәжәғәт иттек.
– Ишмулла ағай менән беренсе осрашыу 1974 йылдың йәйендә, август айҙары булғандыр әле ул, Иҫке Сибай ауылы клубында булды. Беҙ, ҡурайсы студент егеттәр – Хәлим Ситдиҡов, Риф Ҡәйепҡолов hәм мин көндөҙ Ирәндеккә ҡурай йыйырға барғайныҡ. Шунда килбәтhеҙ йыуан бер ҡурайға тап булдыҡ. Унда уйнарлыҡ түгел инде ул, әммә ағай шундайҙарҙы ла тарта торғайны. Ишмулла ағайҙың оҙон йыуан ҡурайҙа уйнағанын белә инек hәм уның Юлай Дилмөхәмәтов янына киләсәген ишетеп, ошо ҡурайҙы уға бүләк итергә булдыҡ. Ағайыбыҙ уны алыуын алды, тик, егеттәр, ҡурайығыҙ шәп, әммә hалып алырға урын юҡ, тип, уны Иҫке Сибайҙа ҡалдырҙы булhа кәрәк.
Беренсе тапҡыр Ишмулла ағай хаҡында уҡытыусым Әҙеhәм Исҡужин ауыҙынан ишеттем. «Азат, Ишмулла Дилмөхәмәтов тигән бөйөк ҡурайсы бар. Бына пластинкаhы. Тыңлап ҡара», – тип көйҙәрен бирҙе. «Fилмияза»ны шунан отҡайным. Бик күп бейеү көйөн пластинка аша өйрәнеп, оҙаҡ уйнап йөрөнөм.
Ул ваҡыттарҙа Өфөлә ҡурайсылар бармаҡ менән генә hанарлыҡ ине: Ишмулла Дилмөхәмәтов, Fата Сөләймәнов, Рәхмәтулла Бүләкәнов, Мөхәммәт Рәхмәтуллин, Абдулла Хәлфетдинов. Ә йәштәр араhында ҡурайсылар юҡ ине, ә улар бөтәhе лә – өлкәндәр. Ҡурай яҙмышы өсөн борсолоуҙары, hыҙланыуҙары йөҙҙәренә сыға торғайны. Әммә улар шундай ҡатмарлы йылдарҙа ҡурайҙы hаҡлап алып ҡала белгән. Улар – Хоҙай ҡурайсы итеп яратҡан шәхестәр.
Ишмулла ағай беҙгә кумир hымаҡ булды. Гәзиттәрҙә уның хаҡында яҙҙылар, радио, телевидение аша сығыштарын бирҙеләр. Ул сит илдәргә гастролдәргә сыға торғайны. Франция, Япония, Швеция кеүек илдәрҙең тамашасыhы уның моңон тыңланы. Беҙ уның hәр сығышына, hәр сәфәренә, исемдәр бирелеүенә ҡыуана торғайныҡ. Сөнки ул исем менән бергә ҡурайҙың да күтәрелеүен, үҫеүен, яңынан тергеҙелеүен тойҙоҡ.
Ишмулла ағайҙың үҙенең уйнау манераhы ла бар ине. Бына ул сәхнәгә килеп сыҡhа, сәхнә тулып киткән кеүек була торғайны. Иңләп-буйлап уйнай ине ул. Әллә ниндәй энергетик көсө лә бар ине: зиhендәрҙе арбап, күңелдәрҙе тирбәтеп башҡарыуы әле булhа хәтерҙә. Ул бит сәхнәгә башҡорт ҡурайын, башҡорт моңон ғына түгел, ә башҡорт рухын алып сыға ине. Хәҙерге ҡурайсыларҙың күбеhендә ана шул сифат юҡ. Ҡурайҙы кәсепкә әйләндереүҙәрен күрhә, Ишмулла ағайҙың эсе бошор ине. Сәхнәнең ҡурай бәhлеүәне hәр төрлө ваҡлыҡтарҙан өҫтөн булды!
Ишмулла ағай йырсы ла ине бит әле ул! «Башҡортостан» телевидениеhы фондында ла hаҡлана уның башҡарған йырҙары. Талантлы кеше hәр яҡлап талантлы, тигәндәй, ул йырҙың тәмен белеп, кинәнеп, рәхәтләнеп башҡарҙы. Йырлауы бер байрам кеүек ҡабул ителде.
Башҡорт дәүләт филармонияhына килгәс, уны драма актеры булараҡ астым. Ул М. Fафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында ла уйнаған кеше. Ишмулла ағай – сәхнә профессионалы.
Яҡындан аралашҡас, көслө рухлы булhа ла, яҙмышының ҡатмарлы икәнен дә белдем. Әммә ул ныҡ кеше ине. Fорурлығы, ғәййәрлеге лә булды. Францияға барғас, ниндәйҙер бер музейҙа hәр кем Наполеондың hүрәтенә баш эйергә тейеш икән. Бөтәhе лә баш эйгән, Ишмулла ағай юҡ. «Беҙҙең ата-бабалар уны еңгән, Парижды яулаған, хәҙер килеп, мин уға баш эйеп тормам инде!» – тигән.
Беҙ Австрияға барғас, бер тәржемәсе уны белеүе хаҡында әйтте, яҡшы итеп хәтергә алды. Әгәр Ишмулла ағай этер-hөтөр көй уйнаhа, уны иҫтәренә төшөрөп тормаҫтар ине бит. Ул hәр ваҡыт күңелдәргә еткерерлек итеп, оҙон моңло көйҙәр уйнаны.
Яңыраҡ филармония хеҙмәткәрҙәренең архивын ҡарап ултырҙым. Ҡурайсылар шундай ауыр хәлдә булған: уларға хатта башҡалар менән тиң премия, эш хаҡы түләнмәгән. Әммә шундай хәлдә лә ғәйрәтләнеп баҫып, бөтә донъяны яңғыратып ҡурайҙа уйнау – ул батырлыҡ!
Уны СССР-ҙа ла бик үҙ иттеләр. Туманов тигән мәҙәниәт хеҙмәткәре хатта эш хаҡына 25 hум өҫтәп, Бөтә Союз ставкаhы яhаған. Әммә филармонияның ул ваҡыттағы директоры был хаҡта Ишмулла ағайға әйтмәй, йәшереп ҡуйған. Туманов бер мәл ҡурайсынан был хаҡта hорағас, ул аптырап киткән. Өфөлә, әлбиттә, директор менән hөйләшеү егеттәрсә булған (йылмая). Был хаҡта Ишмулла ағай көләмәс тә сығарып йөрөнө хатта.
Әйткәндәй, ул бик юмор яратҡан кеше ине. Күҙенә кеше берәй тапҡыр булhа ла насар сифаты менән күренhә, уны теленән төшөрмәй, көләмәс сығара ине. Әлбиттә, кешене hынамайынса ла булмай, әммә уның был шаяртыуҙарында юмор аша теге кешенең образы ята торғайны.
Бер мәл шундай лаҡап сығарҙы. Имеш, Хоҙай Башҡортостандың мәҙәниәт усаҡтарының етәкселәрен үҙенә йыйған да, тылсымлы hыуға баҫтырған. Кемдең гонаhы күп – шул бата. Бер театрҙыҡы – тубыҡтан, икенсеhенеке – билдән, өсөнсөhөнөкө муйындан батҡан, ти. Ә филармонияның директоры, гонаhы булhа ла, батмаған, имеш. Бәй, был ни эш, тип ҡараhалар, уның эштән китеүе хаҡында ҡарар сыҡҡас, ул яңыhының елкәhенә баҫҡан да: «Тише, тише, ҡуҙғалтмағыҙ, хәҙер ауам бит!» – тип әйтә икән. Мәҙәниәт, сәнғәт усаҡтарында ошо мөхитте нескә тойған кешеләр эшләргә тейешлеген яҡшы аңлап, аптырағандан сығарған бит инде ул был көләмәсте.
Бер мәл беҙгә уның менән Хөкүмәт концертында сығыш яhарға тура килгәйне. Шунда ул: «Хәҙер ҡурайҙа уйнаусы йәштәр юҡ, әгәр hин ошо юлды hайлағанhың икән, сәхнә тоғролоҡто ярата», – тип фатихаhын биргәндәй арҡанан ҡаҡты. Бөгөн мин йәштәр сәхнәгә тоғро тип әйтә алмайым, ә моң менән шаярыу күрәм. Ҡурайҙың быны ғәфү итмәүе ихтимал: ул бит шундай нескә моң эйәhе, барыhын да тоя. Ишмулла ағай ҙа, алда әйткәнемсә, шундай замандарҙа ҡурайҙы hаҡлап алып ҡалып, быуын сылбырын өҙмәү генә түгел, тамашасыны, замандаштарын моң менән hуғарған. Шуға күрә ҡурайға тоғролоҡтоң кәмеүен тойоу, әлбиттә, мин эсемде бошора, hыҙландыра. Fәҙел, ихлас, ялғанды hөймәгән Ишмулла ағайҙы хәтерләгәндә, мин, ҡурай яҙмышы бик ышаныслы ҡулдарға ҡала, тип әйтә алмайым. Ҡурайҙың кәсепкә әйләнеүе тетрәндерә. Ишмулла ағай кеүек ҡурай өсөн йәнен фиҙа ҡылырҙай йәштәр кәрәк беҙгә!
Лариса АБДУЛЛИНА яҙып алды
 
Уважаемый посетитель, Вы зашли на сайт как незарегистрированный пользователь. Мы рекомендуем Вам зарегистрироваться либо зайти на сайт под своим именем.

Другие новости по теме:

  • Моңға тулышҡан күңелдең йәнк| ...
  • Ҡурай һәм ҡурайсы дуэты
  • ТҮҢГӘҮЕР ИЛЕ
  • ЯБАЙ ҒЫНА ҠУРАЙ КҮПМЕ СЕРҘӘР ҺАҠ ...
  • Ҡурайсы ла йөрөй уй менән...


  •  

    Copyright © 2007. Ak-ufa.ru All Rights Reserved.