Бынан ике йыл элек яҙғайным «Жди меня» тапшырыуы аша үҙе атаhын эҙләп тапҡан башҡорт малайы Дамир Зәбиров хаҡында. Хәле нисек икән Дамирҙың, тип былтыр яҙ уға барырға йәнә бер уҡталып ҡуйғайным. Әммә юл төшмәне. Уҙған көҙ хатта төштә лә күреп алдым hөйкөмлө малайҙы. Әhәмиәтле төш түгел, былай ғына ингән hымаҡ булды. Бына, ниhәйәт, Мәләүез районының Нөгөш ауылында атаhы, өләсәhе, апаhы менән йәшәп ятҡан Дамирҙың хәлен белергә барыр алдынан, таныш телефон номерын йыям. Телефонды Нөгөш мәктәбенең бер уҡытыусыhы алды. Ул оҙон-оҙаҡ hөйләшеп торманы: «Дамир хәҙер беҙҙә уҡымай, Нөгөштә йәшәмәй ҙә», – тине. Баштан мең төрлө уй үтте. «Ул ҡайҙа?» – тим ашығып. «Дамир хәҙер Мәләүездең мәктәп-интернатында. Шунан эҙләгеҙ!» – тип телефон номерын да бирҙе таныш түгел ханым, тик йәhәтерәк телефонды hалып ҡуйған hымаҡ тойолдо. Эстән нимәлер күңелде өйкәй башлаhа ла, телефон номеры булыуға ҡыуанып, Мәләүездәге мәктәп-интернатҡа шылтыраттым. Шунда уҡ алдылар. Дамир, ысынлап та, бында уҡый булып сыҡты. Табылғанына эстән генә hөйөнөп тә алдым (хатта аңлатып бөтә алмайым, әллә нимәhе менән малай күңелгә инеп ҡалғайны шул). «Иртәгә беҙ Дамирҙың хәлен белергә барабыҙ, көтөгөҙ, ауылына ҡайтып китмәй торhон!» – тинем. «Әлбиттә, әлбиттә, килегеҙ! Дамир ауылына ҡайтмай. Бында буласаҡ. Хәлен белергә килеп, дөрөҫ эшләйhегеҙ!» – тине мәктәптең рус телендә аралашыусы хеҙмәткәре. Шулай итеп, беҙ Дамирҙың нисек йәшәүен, Башҡортостанға, бындағы мәктәпкә, атаhының ғаиләhенә эйәләшеп китеүе нисек барғанын белергә теләп, бәлки, әгәр кәрәк булhа, ярҙам итеү теләге менән юлға сыҡтыҡ. Нөгөш мәктәбе уҡытыусыhы телефон аша, бында йәшәмәй, тиhә лә, дөрөҫөн әйткәндә, оҙон-оҙаҡ эҙләгәндән hуң атаhын тапҡан, оҙон-оҙаҡ көткәндән hуң улын тапҡан был ғаиләнең татыу, тыныс йәшәүенә hис шигем юҡ ине. Әммә Мәләүез мәктәп-интернатына барғас, ике йыл элек күргән, ер йөҙөндәге иң яҡын кешеләрен табыу шатлығынан йөҙө, күҙе нурлы Дамирҙы таныманым. Ул да мине таныманы. Оҙаҡ hөйләшеп ултырған, үҙенә ҡунаҡҡа саҡырған был малайҙы аралашҡан кешеләрен оноторлоҡ ниндәй ҡайғы баҫты икән hуң? Журналистар көн дә килеп тормай бит. Етмәhә, атаhы Марсель, Нөгөшкә hыу инергә төшөп йөрөгән инә айыуҙы, уның балаларын да күрhәтәм, йәйен килегеҙ, тип ышандырғайны. Балаларын ҡурсып, hыу индереүсе инә айыу хаҡында оҙаҡ hөйләгәйне атай кеше... Кем белә, бәлки, Дамир беҙҙе йәйен көткәндер ҙә... Әммә беҙ ул йәйҙе генә түгел, уның киләhендә лә бара алманыҡ. Бына әле саҡ, ике йыл үткәс, яңынан күрешеп торабыҙ. Белмәйем, фотоға нисек сығыр, әммә Дамирҙы урамда күрhәм, моғайын, танымаҫ инем. Уның нурлы күҙҙәре, әйтерhең был донъяға түгел, ә үҙенең эске донъяhына баҡҡан да, шунда онотолоп, hүнеп ҡалған. Ниндәй хәсрәт сорнаны икән етенсе синыфта ғына уҡыған малайҙың күңелен?! Мәләүез мәктәп-интернаты директоры Йәзилә Бәхти ҡыҙы Ҡобағошева менән уртаҡ тел табыу hис кенә лә ауыр булманы. Киреhенсә, ғүмер буйы халыҡ араhында эшләгән был ханым үҙе hөйләшмәҫ кешене hөйләштерер, бейетмәҫте бейетер. Уҡыу йортона атаhы килтереп тапшырған малайҙың яҙмышы менән үҙе шәхсән ҡыҙыҡhынып, ярҙам итеү теләге менән янғанлығы тәүге hүҙенән үк hиҙелде. Хәйер, 1996 йылда асылған мәктәп-интернатағы күп балаларҙың яҙмышы ярҙам hорай. Бына хатта hәр береhе хаҡында китап яҙ, кино төшөр. Бала ғына көйөнә өлкәндәр тормошон кисергәндәр аҙ түгел бында. Әммә hәр баланың яҙмышы өсөн хафаланып торған етәксе, уҡытыусылар – ҡыҙҙарға, малайҙарға серҙәш тә, дуҫ та, терәк тә. Мине иң ғәжәпләндергәне шул булды – Дамирҙың беренсе кәңәшсеhе лә, серҙәше лә мәктәп директоры үҙе булып сыҡты. Малай hис тартынмай, йәшермәй бөтә кисергәндәрен, уйҙарын уға алдан hөйләгән булhа, ярҙам hорағандай, әрнеүҙәрен беҙҙән дә йәшермәне. Тормоштоң шул тиклем ҡатмарлы булыуына таң ҡалырлыҡ! Ҡасан ғына әле 11 йәшлек малай Ҡаҙағстандан ҡасып китеп, урыҫ ғаиләhенә барып эләгеп, атаhы янына ҡайтыу теләге менән яна ине. 2004 йылдың 20 март hанында сыҡҡан «Башығыҙҙы ғорур тотоғоҙ, ҡолонсаҡтарым минең!» мәҡәләhендә беҙ Дамирҙың әсәhе хаҡында әллә ни hүҙ алып бармағайныҡ. Сөнки уның тураhында Дамирҙан башҡа берәү ҙә белмәй ине. Үлгән әсәhен hорашып, яралары саҡ уңалып килгән баланың күңеленә ҡағылманыҡ. Был юлы Дамир, киреhенсә, әсәhенең яман шеш менән ауырып үлеүен, hуңғы көндәренә тиклем яфаланыуын, бары үҙе генә әсәhен бағыуын hөйләне. Ҡаҙағстанда малайҙың Таня исемле hеңлеhе лә ҡалған. Уны әсәhенең туғандары ҡыҙлыҡҡа алған. |