Сарман буйҡайҙары, киртләс, киртләс, Киртләстәре бөтөр, яу еткәс, шул. Ир балалар ҡайта хеҙмәт иткәс, Ҡыҙ балалар ҡайтмай бер киткәс. (Халыҡ йыры).
Ошо йырҙы йырларға яратҡан Хәкимә апай. Мәғәнәле лә, моңhоу ҙа шул. Мәғәнәле тим, сөнки ул үҙе тыуған ерҙәренән айырылып, кейәүгә сығып киткәс, Башҡортостанға ҡайтып йәшәмәгән. Ҡаф тауҙары яғында уның ҡәбере лә. Моңhоу тим, сөнки ғәзиз еренән айырылып көн итеүе, нисек кенә hәйбәт, матур йәшәhәң дә, бигерәк тә ҡартая килә, күңелен болоҡhотҡандыр, моңhоуландырғандыр уның. Хәкимә Fөзәйер ҡыҙы Кинйәбаева, уның ҡыҙы Гәүhәр хаҡында былтыр «Йәшлек»тең 81-се hанында «Башҡорт ҡыҙының ҡыҙы» тигән мәҡәләлә яҙып сыҡҡайныҡ. Журналистың эше ҡыҙыҡ бит ул. Мәҡәлә 2003 йылдың 19 июлендә баҫылып сыҡhа ла, 2004 йылдың 20 мартында ғына Федоровка районынан хат килеп төштө. Уны ла гәзит уҡыусыларға тәҡдим итәбеҙ. Иҫәнмеhеҙ, Лариса hылыу! Һеҙгә Федоровка районының Батыр ауылында йәшәүсе (Батыр – Юлдаш ауылына күрше ауыл) Иркәбаев Әғләм Биктимер улы хат яҙа. Миңә 63 йәш. Һеҙҙең 2003 йылдың 81-се hанында «Йәшлек» гәзитендә баҫылып сыҡҡан «Башҡорт ҡыҙының ҡыҙы» тигән мәҡәләгеҙҙе уҡыныҡ. Ул мәҡәләлә минең әсәйемдең синыфташы, әхирәте, дуҫы Кинйәбаева Хәкимә тураhында hүҙ бара. Ул мәҡәләнең йөкмәткеhен hөйләп биргәс, әсәйем бик ныҡ ғәжәпләнде, шатланды. Ул үҙенең юғалтҡан бала саҡ дуҫын тапҡандай булды. Һеҙгә үҙебеҙҙең ғаилә исеменән ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Минең әсәйем Иркәбаева Фариза Мырҙағол ҡыҙы 1917 йылда Юлдаш ауылында тыуған (ҡыҙ фамилияhы Уразбаева). 1935 йылда күрше Батыр ауылы егетенә тормошҡа сыҡҡан. Әле 87 йәштә, хәтере яҡшы. Һеҙҙең мәҡәләгеҙҙәге геройҙы бик яҡшы хәтерләй. Башланғыс кластарҙа бергә уҡығандар. Кинйәбаева Хәкимә уның иң яҡын әхирәте булған. Бергә уйнағандар, еләккә йөрөгәндәр, hыу ингәндәр. Әсәйем Хәкимә инәйҙе аҙаҡҡы мәртәбә 1930 йылдарҙың башында күргән (Хәкимә Ырымбурҙан йәйге каникулға ҡайтҡан булған). Бына 70 йылдан hуң ғына үҙенең дуҫының яҙмышын белде. Әлеге көндә әсәйем – Хәкимә инәйҙе белгән берҙән-бер кеше. Юлдашта ла оло йәштәге кешеләр юҡ инде. Мәҡәләгеҙ өсөн тағы бер тапҡыр рәхмәт. Һеҙгә hорауым бар ине: Гәүhәр Аппаева ҡайhы китабында әсәhе тураhында яҙа, ул китапты ҡайҙан табырға була? Гәүhәр Аппаеваның адресын беҙгә ебәрә алаhығыҙмы? Бәлки әсәйемдең бала саҡ хәтирәләрен уға яҙып ебәреп булыр? «Йәшлек» гәзитендә сыҡҡан мәҡәләгеҙҙе уға хат менән hалманығыҙмы? Һау булып тороғоҙ. Һеҙҙән хат көтөп – Әғләм Биктимер улы ИРКӘБАЕВ. Федоровка районы, Батыр ауылы.
Ҡабатлау булhа ла, «Башҡорт ҡыҙының ҡыҙы» мәҡәләhендәге героиняларҙың береhе – Хәкимә Fөзәйер ҡыҙы Кинйәбаеваның биографияhын иҫкә төшөрөп китеү кәрәктер. Һәр кемдең был донъяла үҙ яҙмышы,үҙ күрәсәге. Уны hәр кем үҙе яҙа. Ырымбурҙағы педагогия техникумын, аҙаҡ институт тамамлаған башҡорт ҡыҙы Хәкимә Урта Азия тарафтарына юллана. Ошонда таныша ла инде ул буласаҡ ире Мостафа Аппаев менән. Егет Кавказдағы тау халыҡтарының Сталин депортацияhын кисергән бер вәкиле була. Әгәр Хәкимә был яҡтарға үҙ теләге менән килhә, Мостафа ғәзиз тыуған ерҙәрен, әлбиттә, үҙ ниәте менән ҡалдырып китмәгән (әгәр үҙҙәрен иҫән саҡта осратҡан булhаҡ, әллә нимәләр хаҡында hөйләшергә булыр ине)... Балҡар егете менән башҡорт ҡыҙы Канибаданда ғаилә ҡороп ебәрә. Бер-бер артлы өс балалары донъға килә. Башҡорт ҡатыны Хәкимә Кинйәбаева Тажикстан балаларына рус теле hәм әҙәбиәтенән генә түгел, ә үзбәк, ҡырғыҙ, тажик телдәренән hәм әҙәбиәттәренән белем бирә. Немец телендә лә Хәкимә ханым бик иркен hөйләшкән, юғары мәҙәниәтле, ойоштороу hәләтенә эйә булған. Юҡҡа ғына ул ябай уҡытыусынан мәктәп директоры, аҙаҡ Иҫке Нәүҡәт районының халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире булып китмәгәндер. Мостафа ағай ошонда бухгалтерҙар техникумын тамамлап, ғүмере буй заводта баш бухгалтер булып эшләй. |