Афғанстанда булған ир-егеттәрҙе осратып hөйләшә башлаhаң, аҙ hүҙлеге, йомоҡлоғо, серле моңhоу ҡарашы иғтибарҙы йәлеп итә. Улар артында афған ерҙәренең яраланыуы, етем ҡалған балалар, емерелгән ауыл-ҡалалар, юғалтҡан иптәштәр өсөн әрнеү яталыр кеүек. Ләкин «афған»дар үткәндәр хаҡында hөйләргә. Ришат та шулай уҡ.
Ришат Абдуллин – Ауырғазы районының Балыҡлыкүл ауылы егете. Fаяз ағай менән Гөлзәбирә апайҙың ете балалы ғаиләhендә тәүге малай (дүртенсе бала) булып донъяға килгән. Афғанстанда hуғыш башланғас, Гөлзәбирә апай ҡайғыға ҡала. Сөнки ике улы үҫеп килә. Әсә кешенең шик-шөбhәләре юҡҡа булмай. Ришатҡа уйламағанда повестка килеп төшә hәм ул 1982 йылдың 1 апрелендә әрмегә алына. Егетте hалдат сафына шул тиклем тиҙ арала алып китәләр, хатта йөрөгән ҡыҙы Фәйрүзә оҙатып ҡалырға ҡайтып та өлгөрмәй. Үзбәкстандың Чирчик ҡалаhында үтә Ришат «учебка»ны. Ә аҙаҡ инде – Афғанстан.
Унда нимәләр күрҙең, нимәләр кисерҙең, тип кешенән төпсөнөп hорауы ауыр. Сөнки, журналист булараҡ, мин геройымдың күңел донъяhын да уйларға тейеш. Артыҡ ҡыҙыҡhыныуым афған юлын тапаған егеттә ауыр тойғолар ҡалдырырға, күңелhеҙ хәтирәләргә юлыҡтырырға мөмкин. Ришат 1982–84 йылдарҙа (ике йыл ярым) Афғанстан ерендә хеҙмәт итә. Ошо йылдарҙа ул үҙ илендәге туҡ hәм тыныс тормошто иҫенә төшөрөп, hуғыш юҡ, ашарға, кейергә бар, ауыл-ҡалалар төҙөк булhа ла, кешеләр ниңә талаша-тартыша икән, тип уйлай. Сөнки Афғанстанда хәл ҡапма-ҡаршылыҡлы була.
Ришатҡа ауылынан, йөрөгән ҡыҙы Фәйрүзәнән хат йыш килеп тора. Көтәм, тип вәғәҙә биреп ҡалмаhа ла, егет мәктәп мөхәббәтенең хистәренә ышана. Ә бит егеттәрен әрмегә оҙатып, көтмәгән ҡыҙҙар ҙа бар. Был ваҡытта Фәйрүзәне башҡа уйҙар борсоған. Иң мөhиме – иҫән-hау әйләнеп ҡайтhын. Зәғифләнгән, йәрәхәтле, контузия алған булhа ла ташламаясаҡмын, бергә булырбыҙ, тип уйлай ул. Сөнки Афғанстандан ғәрипләнеп ҡайтҡан егетәрҙе ҡыҙҙары, йә йәш ҡатындары ташлап китеүе хаҡында хәбәрҙәр була.
Ике йыл ярым hуғыш яланында йөрөү – аҙ ваҡыт түгел. Ришат, туғандарының өмөтөн аҡлап, имен-аман әйләнеп ҡайта. Афғанстанда булған егеттән бөтәhе лә ундағы хәлдәрҙе hораша, hуғыш менән ҡыҙыҡhына, әммә Ришат өндәшмәй. Ағаhының үҙенә сер сисеренә өмөт иткән Нияз, барғас күрерhең, тигән яуап ала. Ришат үҙенең шулай тип әйткәнен hиҙмәй ҙә ҡала. Әммә уның hүҙҙәре фәрештәнең «амин» тигән сағына тура килгәндер шул, күрәhең. Нияз да Афғанстанда хеҙмәт юлын үтә. Шуға ла ағалы-ҡустылы бер туғандар осрашhа, hөйләшеп hүҙҙәре бөтмәй. Уларҙы туғанлыҡ ептәре генә түгел, афған юлдары ла бәйләй.
Ришат менән Фәйрүзә 1986 йылда өйләнешәләр. Бөгөнгө көндә ике ҡыҙ үҫтерәләр. Гүзәл – Өфө механика-технология колледжы студенткаhы, ә Альбина – 38-се мәктәп уҡыусыhы. Фәйрүзә банкта – экономист, Ришат «Башҡортостан» сауҙа үҙәгенең дежур бүлеге начальнигы булып эшләй. Икеhе лә юғары белемле.
Афғанстандан Совет ғәскәрҙәрен сығарыуға 14 йыл тулды. Әммә бөгөн Рәсәйҙең үҙ ерендә hуғыш уты hүнгәне юҡ. «Афғансы» Ришатты ла был күренеш борсомай түгел, борсой. Һуғышта ябай халыҡ зыян күрә, йәш егеттәр hәләк була, шуға ла Чечен Республикаhындағы ҡораллы конфликтҡа битараф ҡалыу мөмкин түгел, ти егет. Әммә Афғанстан hуғышы hәм Чечнялағы ваҡиғалар, әлбиттә, бик айырыла. Ришаттың әйтеүенсә, афған ерендә бер генә лә егеттең мәйете ятып ҡалманы, юғалманы, сөнки үлгән булhа ла, кешенең ҡәҙере булған. Йәнә лә офицерҙар составы Афғанстанда hалдаттар менән бергә ашаған, бергә казармала йоҡлаған, йәғни бер ғаилә кеүек көн иткән. Шуға ла үҙ-ара мөнәсәбәттәр яҡшы, татыу булған. Хәҙерге hуғышта кеше ҡәҙере бөттө, ти Ришат.
Афған hуғышы ветераны Ришат Абдуллиндың СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы биргән грамоталары, «Яугир- интернационалисҡа рәхмәтле афған халҡынан» миҙалдары байтаҡ. Әммә ул уларҙы күрhәтергә бик теләмәне, ахырыhы. Ҡатыны Фәйрүзә наградаларын тотоп сыҡҡас, хатта уңайhыҙланып китте.
– Кешеләр нимә генә тиhә лә, иремдең Афғанстанда булыуы, әлеге көндә милицияла эшләүе менән ғорурланам, сөнки hәр кем ысын ир-егет сифаттарына эйә була алмай бит әле, – тине ҡатын.
1998 йылда Ришатҡа ауыр операция үткәрергә тура килгән. Бер аҙна реанимацияла ята, күп ҡан юғалта, аңына килә алмай. Ошо мәлдә уның ғаиләhе, тоғро дуҫтары hәр саҡ янында булған. Дауахана табиптарын аптыратып, 60-лаған кеше донор булырға килгән.
Ришат Афғанстанда булған дуҫтары менән әле лә осрашып тора, ғаиләләре менән бергә табындар ойошторалар. Күрешкән hайын улар «Каскад» ансамбленең кассетаhын ҡуйып тыңларға, уйланырға ярата. Ни тиhәң дә, егеттәр ғүмеренең иң матур бер өлөшөн ут эсендәбергә кисергән...
Абдуллиндар ғаиләhе менән осрашҡандан hуң, минең күңелдә, Фәйрүзәнең ирен ололап, хөрмәтләп тороуы, ҡыҙҙарҙың аталарына ихтирам менән ҡарауы, hоҡланыу тойғоhо уятты. Ире милицияла эшләгәс, Фәйрүзәгә бик еңелдән дә түгелдер. Әммә Ришат өсөн өй – ул йылылыҡ hәм өмөт сығанағы. «Афғансы»ға hинең өсөн нимә ул өй, тигән hорауға:
– Һине ҡайҙа көтәләр, шулер – тип яуап бирҙе. Киләсәктә лә Ришаттың hәм көтөп торған яҡын кешеләренең хыял-өмөттәренең бер булыуын теләйек.
Лариса АБДУЛЛИНА.