1995 йыл. БДУ-ның 1-се ятағы. Чечен Республикаhында ҡораллы конфликт башланғас, мәрхәмәтлек йөҙөнән Башҡортостан таулы төбәктең алдынғы ҡарашлы йәштәрен юғары белемле итеү маҡсатынан, вуздарға уҡырға индерҙе. Беҙҙең 1-се ятаҡта ла, күршеләрендә лә ингуш-чечендар йәшәне. Әллә ниндәй әрhеҙ ҡыйыулыҡ бар төҫлө тойолдо уларҙа, хатта беҙҙең егеттәр бер ни тиклем ҡаушай төшкәндәй булды. Сөнки беҙ, ысынлап та, тупhыҙ әрhеҙлеккә әҙер түгелбеҙ. Тап шул мәлдә ятаҡта Фәрғәт исемле егет килеп сыҡты. Саялығы, hәр хәрәкәтендәге үҙ-үҙенә ышаныусанлығы , бер ни тиклем шаянлығы әллә ҡайҙан күҙгә ташланып тора. Башҡорт егете, тинеләр. Үҙ ҡаяhындағы кеүек иркен «осҡан» чечен-ингуш егеттәре лә уның алдында үҙҙәрен баҫалҡы тота. Шаярып ҡына, кинәйәле итеп йомош ҡушҡан Фәрғәттең hәр үтенесе hүҙhеҙ үтәлә. Беҙ ауылдарҙа үҫкән әҙәпле башҡорт егеттәрен генә күреп-белгән ҡыҙҙар, был егеттә ҡайҙан килә икән был ҡыйыулыҡ, тип аптырайбыҙ ҙа, ҡыуанабыҙ ҙа. Фәрғәт ана шулай бөтөнләй танышмайынса ла үҙенән-үҙе хәтергә килеп инде. Көйөргәҙенекеләр, егеттең атаhымы-әсәhеме Таймаҫтыҡы, тине hәм башҡаса уның тураhында бер ниҙә лә белмәнем. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс кенә Фәрғәттең күренмәй башлауын әрмегә алыныу менән аңлаттылар.
Күрәhең, кеше тормошондағы ваҡиғалар ерле-юҡтан килеп сыҡмай. Йылдар үткәс, Фәрғәттең ата-әсәhе, туғандары менән яҡындан танышырға hәм күңелгә инеп ҡалған образды хаттарынан танырға насип булды.
Фәрғәттең, ауыл балаларынан айырмалы, үҙен иркен тотоуы юҡҡа булмай сыҡты – ул 1975 йылдың 10 ноябрендә Ташкент ҡалаhында тыуған. Ҡала тормошо үҙенсә үткерлеккә өйрәткәндер, күрәhең. Шунда уҡ туғыҙ синыфты , аҙаҡ hөнәрселек училищеhының балта оҫтаhы-столярҙар бүлеген тамамлаған. Башҡортостандан ситтә йәшәhәләр ҙә, Әминә инәй менән Тәлғәт бабай улдарында тыуған республикаларына ҡарата hөйөү тәрбиәләй белгән. Был хаҡта Фәрғәт хаттарында яҙасаҡ әле. Кесе малайҙарынан тыш, ғаиләлә Резеда исемле ҡыҙҙары, Муса исемле улдары ла үҫә. 1994 йылда Fәйетҡоловтар ғаиләhе Башҡортостанға күсеп ҡайта. Ә инде 1995 йылдың июнендә Фәрғәтте әрме сафына алалар. Көтмәгәндә, 1996 йылдың ғинуарында, егет хеҙмәттәштәре менән бергә Чечен Республикаhына юллана. Фәрғәттең унан яҙған хаттарын уҡыйhың да, үҙенән-үҙе уның кеүек егеттәребеҙ булыуына ғорурлыҡ тойғоhо уяна.
«Әсәй, атай, минең өсөн ҡайғырмағыҙ, иғтибарымдан, хөрмәтемдән ташламам. Улығыҙ hеҙҙең йөҙгә hис ҡасан да ҡыҙыллыҡ килтерерлек эш башҡармаҫ – мин бит әле Салауат тоҡомонан, ҡыйыу башҡорт егет. Потомок Салавата!» Әсәй, мин ҡайтҡас, беҙҙең бөтә нәмәләребеҙ ҙә буласаҡ. Йортобоҙҙо музей кеүек йыhазландырып, матурлармын. Тик hеҙгә генә уңайлы булhын. Был донъяла бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп йәшәргә кәрәк. Әрме миңә hабаҡ бирҙе». «Атай, миңә ҡаты ғына таш әҙерләп ҡуй! Ҡайтыу менән ҡан ҡойҙорған ҡоралды онтаясаҡмын. Ерҙә мәғәнәhеҙ hуғыштар булырға тейеш түгел.»
Ошондай хаттар яҙған, «утлы нөктәлә» хеҙмәт иткән улы өсөн ата-әсәhе көйөнмәй буламы hуң?! Сөнки улар белә: Фәрғәт hәр эшен 100 процентҡа, намыҫ менән үтәй, битараф түгел, ә инде баштан ашҡан саялыҡғы хаҡында әйтеп торорға ла түгел. «Башҡалар өсөн ғүмерен дә йәлләмәҫ был бала», – тип уйлай Әминә инәй улы тураhында. Нисек кенә ҡурсаларға теләhәң дә, Хоҙай биргән саялыҡты, бар булмышы менән үҙен яугир, ил hаҡсыhы итеп тойған егетте үҙгәртеп буламы hуң?! Башҡа төрлө холоҡло булhа, ул Фәрғәт, Салауат тоҡомон дауам итеүсе булмаҫ ине.
Грозныйҙағы ҡаты алыш көндө кесе сержант, снайпер, радио телефонист Фәрғәт Fәйетҡолов дуҫтарын, ғаиләлеләрҙе hаҡлап ҡалыу өсөн бөтә ауырлыҡты үҙ өҫтөнә ала. Герой атаевсыларҙың береhе hымаҡ, ҡораллы команданы ҡалаға үткәрмәй тота. Әммә бер мәл үҙенең дә ҡоралы бушай hәм уны ҡаршы яҡтың ҡулына төшөрмәҫ өсөн, яраланған hалдат hүтеүгә бар көсөн hала. Тиҫтәгә яҡын пуляны үҙ тәне аша үткәреп, 1996 йылдың 15 авгусында Фәрғәт батырҙарса hәләк була. Алыҫ түгел генә ерҙән уның нисек hәләк булғанын күргән яралы, иҫән ҡалған хеҙмәттәштәре егеттең ата-әсәhенә ғүмере буйы рәхмәтле, улар йыллығына килеп, батырҙы тыуҙырған Әминә инәй менән Тәлғәт бабайға баш эйә. Иң үкенеслеhе шул: 15 августа Тыныслыҡ хаҡында килешеү төҙөлөп, төштән hуң hуғыш туҡтай. Их, тип терhәкте тешләрҙәй булаhың, әммә ҡанлы ҡорбандар – күрәhең, кешелекте hиҫкәндерер өсөн үтә лә ҡиммәтле хаҡ.
Фәрғәттең кәүҙәhен ҡанлы Кавказ еренән алып ҡайтырға Тәлғәт бабай менән ағаhы Муса бара. Берәм-берәм ҡайтҡан табуттар аша беҙ hуғыш ҡорбандары хаҡында hөйләйбеҙ. Кемдәрҙеңдер ғәзиз балаларының ата-әсәләренең килеп алыуҙарын көтөп вагонлап-вагонлап, эшелонлап, ерләнмәй, hаҫып ятыуына шаhит булған улар.
РФ Президенты В. Путин Указы менән Фәрғәт Fәйетҡолов үлгәндән hуң «Ҡаhарманлыҡ» (»Мужество») ордены менән бүләкләнде. Ысынлап та, уларҙың өйҙәре музей hымаҡ. Һәр ерҙә Фәрғәтте хәтерләтеп торған әйберҙәр ҡәҙерләп hаҡлана. Өфө районының Нижегородка ауылы эргәhендәге мосолман зыяратында ерләнгән ни бары 20 йәшендә генә hәләк булған ҡыйыу башҡорт егете.
Атаhының, әсәhенең улдарын йыш иҫкә алып, әленән-әле бала сағын хәтерләтеп тороуҙарына ҡарайым да, ерләгән саҡта булмағас, үле кәүҙәhен күрмәгәс, Фәрғәт әле лә тере hымаҡ. Әйтергә лә түгел, ата-әсәhе уны иҫ китмәле hағыналыр, әммә улар улдарын ысын ир-егет итеп тәрбиәләүҙәре өсөн ғорурланыуға хоҡуҡлы. Аҙмы ни көсөргәнешле хәлдә юғалып ҡалыусылар? Етмәhә, «Ҡыҙыу нөктә»лә хеҙмәт итеүенә ҡарамаҫтан, Фәрғәт hис ҡасан шыңшып, бәлә hалып хат яҙмаған. Студент сағымда ситтән булhа ла ҡыйыу, иманы өсөн башын hалырға әҙер булған егетте күреүемә. Хатта бөгөн килеп, БДУ-ның 1-се ятағының 4-се ҡатына күтәрелhәм, шат йылмайып, киң күкрәген киреп, ғорур баҫып, Фәрғәт ҡаршы алыр төҫлө...
Лариса АБДУЛЛИНА