Данлыҡлы 112-се Башҡорт атлы дивизияhының ветерандары, Аллаға шөкөр, тере тарих булып, арабыҙҙа йөрөй. Шуларҙың береhе , Ветерандар советы рәйесе, дивизияның эскадрон командиры Әнүәр Хатип улы Насыров менән осрашып, үткән юлдарға сәйәхәт яhаныҡ. Ул Кушнаренко районының Солтанай ауылы егете. Генерал Шайморатов өйрәткән, етәкләгән дивизияла hуғыш юлын уҙған. – Әнүәр олатай, байрам менән hеҙҙе! Ни хәлдәрҙә йәшәп ятаhығыҙ? – Рәхмәт! Эйе, ҙур байрам етеп килә. Һәйбәт йәшәп ятам. Үлергә ваҡыт та, ирек тә бирмәйҙәр әле (көлә). – Анау хәтлем яу яландарын үтеп ҡайтҡан кешенең ауыҙынан берәй hуғыш хәтирәhен ишетке килгәйне... – Һуғыштың hәр көнө – үҙе бер китап. Иҫкә төшөрөр нәмәләр күп. Әммә бер ҡыҙыҡ ваҡиға башҡаларына оҡшамаған (йылмая). Немецте үлтергән өсөн выговор алдым мин фронтта... – Нисек??? – Ә бына шулай. Хәл былайыраҡ булды. 1942 йылдың 10 июлендәге ҡаты hуғышта Лобановка эргәhендә майор Нафиҡов hәләк булды. Миәкәнең Сатый ауылынан ине ул. Гелән бергә hуғыштыҡ. Нафиҡовтың кәүҙәhен арыш араhына күмгән булғандар. Немецтар уратып алғас, артҡа сигендек. Шунан Шайморатов приказ бирҙе: ауылды кире алырға, Нафиҡовты алып сығырға! 11 июлдә hөжүм итеп, тар-мар иттек тегеләрҙе. Шунан егеттәр килеп, миңә: «Иптәш командир, хәбәр итергә рөхсәт итегеҙ! Эҫкерт янында ике тәгәрмәсле арбалы аты менән бер немец йөрөй. Йәшнигендә шарап-араҡы ла, колбасаhы ла бар. Үҙе иҫерек», – тиҙәр. Шунан приказ биргәс, тегене алып инделәр. Немец хәйләкәр, алдан уҡ погондарын йыртҡан. Әммә терhәктәге сигелеп эшләнгән билдәнән уның офицер икәнен белдек. Офицерhыңмы, тип hорайым, юҡ, ти, яуыз, алдаша. Ноу, ноу, тип тик тора. Шунан был немец минең погондарға ҡарап торҙо ла «Политикан!» тип ҡысҡырып, йөҙгә төкөрҙө. Шунда уҡ быны аттым да йыҡтым. Яҡында миналар шартлай, пулялар ҡолаҡ эргәhенән генә осоп үтә. «Все имущество в тыл!» – тип приказ бирҙем дә артабан ауылға табан ынтылдыҡ. Бер мәл Шайморатов йәнә приказ бирҙе: «Отходить обратно!». Тимәк, Нафиҡовтың кәүҙәhен алып сыҡҡандар. Яуҙан hуң егеттәр ял итhен тип, ялға туҡтаныҡ. Немецтар төндә hуғышмай торғайны. Шунан йоҡлап ята инем: «Һеҙҙе полк командиры саҡыра!» – тиҙәр. Барhам, ялан буйлап Күсимов менән Макаев теге атты алып киләләр. Үҙҙәренең байрам иткәндәре лә hиҙелә. Ауылды яулаған өсөн маҡтанылар. Күсимов: «За это орден получишть! А за то что; «языка» застрелил выговор!» – тине. Һуғышта бит «Хоть одного немца убей!» тигән лозунг була торғайны. Шулай итеп, немец офицерын атҡан өсөн выговор алдым мин! – Ул «Личное дело»ға ла индеме? – Юҡ, инеүен-инмәне. Күсимов hүҙендә торҙо, ул алыш өсөн миңә орден бирҙеләр. Ә бына аҙаҡ «личное дело»ны үҙем алып ҡарағайным, выговор юҡ ине. Беҙҙең Шайморатов, Күсимов кеүек командирҙарыбыҙ иҫ китмәле батыр кешеләр ине. Шайморатовтың ғәййәрлеге хаҡында оҙон-оҙаҡ hөйләп була. Мөғжизәле көс-ғәйрәткә эйә ине ул. – Иң ауыр hуғыш ҡайҙа булды? – Яуҙа бер ҡасан да еңел булмай. Әммә Мәскәү янындағы hуғышта бик күп егет ҡырылды. 4600 кешенән 440-ғына иҫән сыҡты. Унда нисек үлмәгәнмендер, үҙем аптырайым. Ышанып та бөтә алмайым. Шунан ун ике офицерҙы ҡайтарҙылар ауылға. Инәйем: «Улым, 22 йәштә 36 сәсең ағарған, йоҡлағанда hананым», – тигән була. Уға бөтәhен hөйләп, аңлатып бөтөп булмай бит инде. Атакаға барҙыҡ, тип тә әйтә алмайhың. 1941 йылдың 25 декабрендә Шайморатов ҡайтып, Дим, Жуково, Авдон, Балановка эргәhендә егеттәрҙе hуғышҡа әҙерләй башланы. Мин пехотала булдым тиhәм, ат күргәнең юҡмы ни, төнгөлөктә тышауға алып сыҡманыңмы ни, ти? Ауылда үҫеп, нисек ат күрмәйhең ти инде?! Тимәк, hин яртылаш кавалерист, тине Шайморатов, йылмайып. Тиҙ арала күптәрҙе өйрәтеп, яуға яҡшылап әҙерләне, рухландырҙы. Мине эскадрон командиры иткәс, бер ай эсендә иң яҡшы йөҙ hуғышсыны ла уҡытырға тура килде. – Ат менән танкыға ҡаршы hуғышҡандар, тиҙәр hеҙҙе?.. – Юҡ, буш хәбәр ул. Әкиәт кеүек итеп hөйләй ҡайhы берәүҙәр. Шайморатовтың үлеме хаҡында ла әллә ниндәй юҡ-бар хәбәр тараттылар. Аттарҙың бер өлөшө hәр ваҡыт урманда ҡала. Окоптан пехота кеүек hуғышабыҙ. Танкыларҙан, киреhенсә, аттарҙы йәшерә торғайныҡ. Уларҙы бик ныҡ hаҡланыҡ. – Улайhа, яуҙа ат нимәгә кәрәк ине hуң? – Беҙ окопта ултырабыҙ. Немецтар 30–40 километр фронтты яулаған. Ана шуны киң йәйелдермәҫ өсөн, кавалерия юлға сыға. Пехотаның бит көнө буйы барыуы мөмкин, ә ат менән тиҙ бара. Немецтар, алда әйткәнемсә, төндә hуғышмай. Ә беҙ төн йоҡламай, шул 30-40 саҡырымды үтеп, таңға уларға ҡаршы яу әҙерләйбеҙ, иртән окоптан көслө ут менән ҡаршылайбыҙ. Кавалерияның үҙ маневры бар. Немецтар ҡаса башлаhа, ҡулға ҡылыс алып, арттарынан hыбай ҡыуа төшәбеҙ. Үҙебеҙ уларҙы турай барабыҙ. Сталинград янында шулай булды. – Яу туҡтаған арала ике яҡтың hалдаттары ултырып тәмәке тартҡан, имеш... – Ундайҙы күргәнем, улар менән тәмәке тартҡаным булманы. Юҡ хәбәр ул. Немецтар окоптан ҡысҡырып ята торғайнылар: «Русь, сдавайся. Катюшу дай. Победа наша!» – тип. Бер мәл Мәскәү эргәhендәге Нара йылғаhынан беҙҙең егеттәр мәкенән hыу алғанда бер немец hалдатын алып килгәйне. Бахырҡай: «Гитлер капут!» – тип тик тора, үҙе бетләп бөткән... |