yeshlek
  Главная
  Новости
  Башкортостан
  Искусство
  Литература
  Книги
  Русс-баш словарь
  Интересное
  Спорт
  Конкурсы
  Политика
  Экономика
  Образование
  Обьявления
  Нам пишут
  Расширенный поиск
  Новое на сайте
  Обратная связь
«    Декабрь 2010    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
 

Логин
Пароль
 
Молодежная газета
Сайт журналиста
Студия записи
Купить пуховые платки
Спортивный Башкортостан

Башкирская молодежь
 
     
Реклама
Башкирский Портал Республики Башкортостан Аренда музыкальной аппаратуры в Уфе недорого, диджей, дискотека Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Фотогалерея Башкирского Портала
 
НАРКОТИКТАР УРТАҠ ФАЖИҒӘ
Шишәмбе көн Матбуғат йортонда Башҡортостан Республикаhының Матбуғат hәм киң мәғлүмәт министрлығы вәкилдәре район, республика гәзит-журналдары етәкселәре, журналистар ҡатнашлығында семинар-кәңәшмә уҙғарҙы. Эшлекле шарттарҙа үткән йәнле hөйләшеүҙә йәмғиәтебеҙҙе борсоған иң актуаль проблемаларҙың береhе наркомания, наркотиктарҙың законhыҙ әйләнеше мәсьәләләре күтәрелде. Йәйге каникул осоронда шифаханаларҙа, хеҙмәт hәм ял лагерҙарында балаларҙың йәйге ялын ойоштороу, уны яҡтыртыу тураhында фекер алышынды. БР Эске эштәр мини стрлығы эргәhендәге наркотиктарҙың законhыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш идаралығы начальнигы Раил Мансур улы Fөбәйҙуллин үҙенең сығышында Аҡ үлем тип йөрөтөлгән афәттең ҡот осоҡос тиҙлектә таралыуын билдәләне. Үкенескә ҡаршы, наркомания тоҙағына эләккән кеше ниндәй генә ҡурҡыныс аҙымдарға бармаҫ тимә (!). Был шомло статистикаға күҙ hалhаҡ, hуңғы йылдарҙа ғына ла наркотиктарға бәйле енәйәттәр hаны дүрт тапҡырға артҡан. Ҡылынған енәйәттәрҙең күбеhе тап энәгә ултырыусылар hәм наркокурьерҙар тарафынан ҡылына. Күрше төбәктәр менән сағыштырғанда (сағыштырып ҡарағы килмәhә лә) республикабыҙ ун өсөнсө урында тора. Айырыу са, наркомандар араhында ауыр енәйәт юлына баҫыусылар hаны арта.
Тикшереү эштәре күрhәтеүенсә, кешене илертеүсе, тилертеүсе hәм кешелектән сығарыусы ағыу Башҡотртостанға Тажикстандан, Үзбәкстандан килтерелә. Таратыусылары – сиғандар hәм теге илдәрҙә туған-тумасаhы юғары вазифа биләүсе ярайhы уҡ хәлле кешеләр. Һанай китhәң, наркотиктар ағылыусы канал ул өскә етә. Наркомания бөтә енәйәттәрҙең башланғысы. Бөгөн энәгә ултыра башлаусы, йә иhә бәләкәй генә дозала булhа ла наркотик ҡулланып ҡараусы иртәме-hуңмы аяуhыҙ енәйәтсегә әйләнә. Шуға күрә нарко мангияны ваҡытында ауыҙлыҡлау, таралыуына юл ҡуймау мөhим. Был йәhәттән түбәндәге мәғлүмәттәргә иғтибар итәйек: йыл башынан хоҡуҡ hаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре тарафынан 86 кг наркотик тартып алынған, шуның 50 килограмы героин. героин, белеүегеҙсә, иң ҡурҡыныс наркотик. Шулай уҡ синтетик наркотик матдәләр етештереү менән шөғөлләнгәнҙ ете йәшерен лаб оратория асыҡланған. ҮҠыҙыҡ өсөн 2002 йылғы күрhәткестәр менән сағыштырып ҡараhаҡ,был былтыр йыл буйы асыҡланған кимәл. Республикала тәүлек эсендә тиҫтәнән ашыу кеше наркотиктар менән тотола. Тимәк, был йәhәттән, хоҡуҡ органдары уңышлы эшләй тип әйтергә тулы нигеҙ бар.
Йәнә шуға иғтибар алыу зарур: республикалала наркология кабинеттарында тәүге квартал күрhәткестәре буйынса 6798 наркоман иҫәптә тора. Бөгөн 704 наркоман яуапҡа тарттырылған. Уларҙың 72 процентын 16–29 йәшлек егеттәр hәм ҡыҙҙар тәшкил итеүе уғата хәүефле. Айырыуса, наркомандар hаны Өфөнөң Октябрь, Орджоникидзе, Калинин райондарында, Октябьский, Благовещен, Бәләбәй, Салауат, Туймазы hәм Белорет ҡалаларында күп күҙәтелә.
Билдәле, наркотиктар ВИЧ – инфекция таратыусы төп сығанаҡ. Йәп-йәш килеш СПИД ҡорбаны булыусыларҙың күбеhен йәғни 75 процентын наркомандар тәшкил итә. Был хаҡта әсенеп СПИД hәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү буйынса республика үҙәгенең ойоштороу бүлеге мөдире Нурфиғә Хафизова әсенеп hөйләне. Табип бер-береhенә «эйәреп» йөрөгән был ике ҡурҡыныс афәттән йәштәребеҙгә hаҡ булырға, сәләмәт тормош алып барырға өндәне.
Икенсе мәсьәлә – йәйге осорҙа балаларҙың ялын ойоштороу хаҡында ла hөйләшеү фәhемле булды. БР Халыҡты социаль яҡлау министрлығы белгесе Лена Баҡыева хәбәр итеүенсә быйыл 400 мең бала hауыҡтырыу хеҙмәт лагерҙарында, шифаханаларҙа ял итәсәк. Балалар учреждениелары беренсе июндән алып уларҙы ҡабул итергә әҙер. Әйткәндәй, быйыл сәләмәтләндереү лагерында бер балаға ял итеү 5200 hумға (18 көн), санаторий, ял йорттарында 6408 hумға төшәсәк. Ата-әсәләр путевка хаҡының ун процентын түләhә ҡалған өлөштө республика бюджеты күтәрә.
Р.КҮСЕМХАНОВА.
 
Уважаемый посетитель, Вы зашли на сайт как незарегистрированный пользователь. Мы рекомендуем Вам зарегистрироваться либо зайти на сайт под своим именем.

Другие новости по теме:

  • НАРКОМАНИЯ – УРТАҠ ФАЖИFӘ
  • НАРКОМАНИЯ – УРТАҠ ФАЖИFӘ
  • ТӘҮГЕ ТАПҠЫР ВЕНДИСПАНСЕРҘА
  • ТӘҮГЕ ТАПҠЫР ВЕНДИСПАНСЕРҘА
  • ТАУ МӨХӘММӘТКӘ КИЛӘ


  •  

    Copyright © 2007. Ak-ufa.ru All Rights Reserved.