1 ғинуарҙан бензин, дизель яғыулығы, машина майына акциздар 45 процентҡа артты. Өҫтәүенә, элек акцизды нефть эшкәртеүселәр түләhә, хәҙер был йөк яғыулыҡты hатыусылар елкәhенә hалына. Тағы ла бындай ойошмалар махсус танытма алырға тейеш. Әммә яғыулыҡҡа хаҡтар 1 февралдән 10–15 процентҡа ғына артыр, тип күҙаллана. Былтыр яңы йылдан уҡ хаҡтар күпкә күтәрелер тип фаразлай инеләр. Был, берҙән, ғинуар буйы яғыулыҡтың былтырғы запастары hатылыуына бәйле. Икенсенән, ҡыш көндәре бик күптәр машинаhын гаражда тотҡанлыҡтан, уға hорау ҙа күп булмай. Әммә март–апрелдән, машиналар күпләп йөрөй башлау сәбәпле, хаҡтарҙың артыуы ихтимал. Быныhы инде акцизға бәйле булмаясаҡ, бары заводтар күмәртәләп hатыу хаҡын күтәрәсәк. Был яңылыҡ арҡаhында Башҡортостан заводтары элек республикаға түләгән hалымдың байтаҡ өлөшө ситкә китеүе бар. Сөнки, әйтеүебеҙсә, хәҙер hалымды hатыусы түләйәсәк, ә «Башкирнефтепродукт» заправкалары күпселектә күрше өлкәләрҙә урынлашҡан.
ЮЛ ҠАFИҘӘЛӘРЕН ҮТӘГЕҘ. УРЛАШМАFЫҘ Былтыр республика буйынса 3919 юл–транспорт hәләкәте теркәлгән. Уларҙа бөтәhе 5320 кеше ҡаза күргән, шуларҙан 789 кеше үлгән. 2876 осраҡта – шоферҙар, 1182 тапҡыр йәйәүлеләр ғәйепле тип табылған. 475 hәләкәткә 527 бала юлығып, 53 бала hәләк булыуы бигерәк тә аяныслы. Йыл эсендә 1326 машина урланыуы теркәлгән, шуларҙың 1124-е табылған hәм эйәләренә ҡайтарылған. Тимәк, 84 процент осраҡта машина бурҙары үҙ язаhын алып тора. |